Һәр кемдең үҙ ҡиблаһы04.04.2012
Һәр кемдең үҙ ҡиблаһыНаркотиктар әйләнешен контролләү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан буйынса идаралығы, журналистар өсөн сәфәр ойоштороп, тилерткес матдәләрҙән бөтөнләй баш тартырға, эскелек һаҙлығынан сығырға ҡарар итеүселәрҙе һауыҡтырыусы үҙәктәр эше менән танышырға саҡырғас, бер ниндәй икеләнеүһеҙ риза булдыҡ.

Иң мөһиме — теләктең көслө булыуы

Ғәҙәттә, батып барыусыны ҡотҡарыу уның үҙенең эше, тиҙәр.
Реабилитация үҙәктәре буйлап йөрөгәндә шуға аныҡ миҫал менән осраштыҡ.
Бер нисә йыл элек республикала наркотик матдәләргә бәйлелек тыуған кешеләрҙе иҫкәртеү һәм реабилитациялау менән шөғөлләнеүсе йәмәғәт ойошмалары ассоциацияһы булдырылғайны. Уға федераль хеҙмәт эргәһендә теркәлгән мәрхәмәтлек фондтары һәм үҙәктәре берләште. Айырыуса һуңғы осорҙа тормош төпкөлөнә төшөп барыусыларҙы оло бәләнән йолоп ҡалырға теләүселәр күбәйә төшкәйне. Урам саттары, хатта һәр бағана һайын тиерлек ярҙам ҡулы һуҙыуҙарға әҙер булыуҙары хаҡындағы белдереүҙәргә күҙ ҙә өйрәнеп бөткәйне. Был, билдәле, йәмәғәтселектә лә, хоҡуҡ һаҡлау органдарында ла шик тыуҙырҙы. Ә бына ассоциацияға берләшеү уларҙың эшмәкәрлеген контролдә тотоу мөмкинлеген бирҙе.
Беҙҙе оҙатып йөрөүсе Дмитрий Евлентьев программа буйынса ҡаралған сараларҙың байтаҡ булыуын алдан иҫкәртте.
Маршрутыбыҙ буйынса тәүге туҡталышты “Айыҡ тормошҡа юл” үҙәгендә яһаныҡ. Атамаһы уҡ әйтеп тороуынса, бында наркотикка бәйлелек тыуған кешеләрҙе упҡындан йолоп, яңынан кешесә йәшәүгә ҡайтарыу менән шөғөлләнәләр.
Өфөнән бик иртә ҡуҙғалғайныҡ, беҙ барып ингәндә үҙәктәге пациенттар иртәнге аш өҫтәленән тормағайны. Ҡамасауламаҫ өсөн ике ҡатлы коттедж менән таныша торҙоҡ. Ҡуртымға алынған йорттоң эсе зауыҡ менән йыһазландырылған, биҙәлеше һоҡланырлыҡ, һәр нәмә үҙ урынында. Йәшәү һәм ял итеү өсөн тыуҙырылған шарттарға ғәжәпләнеүебеҙ йөҙөбөҙгә сыҡмай ҡалмағандыр, моғайын. Һораулы ҡараштарҙы күргәс, үҙәк етәксеһе Тимур Мөхәмәтов аңлатырға ашыҡты.
— Эшҡыуармын, ағайым да ярҙам итә, шуға ла ошо мөһабәт йортто ҡуртымға алырға мөмкинлегем бар, — тине ул.
Артабанғы һөйләшеүҙе иркен ҡунаҡ бүлмәһендә дауам иттек. Тимур иң элек үҙе менән таныштырҙы. Баҡһаң, ҡасандыр ул да ошо афәт ҡорбаны булған икән. Шуға ла наркотик ҡулланыусыларҙың ата-әсәһенең, яҡындарының ауыр һәм ҡот осҡос бәлә менән нисек көрәшеп йәшәүен, көндәренең ҡара төнгә әүерелеүен яҡшы беләм, ти. Ағаһы менән икеһе лә унан ҡотолорға һәм донъяға айыҡ аҡыл менән ысын мәғәнәһендә яңынан тыуырға көс тапҡан. Әйткәндәй, улар Йоматау эргәһендәге “Яҡты юл” реабилитация үҙәгендә һауығыу үткән. “Көндән-көн үҙенә нығыраҡ һөйрәгән һаҙлыҡтан тартып сығарыусылар булмаһа, яҙмышымдың нисек тамамланырын әйтеүе ҡыйын. Хәҙер ғаиләм бар, ике балабыҙ үҫеп килә. Ярҙам итеүселәргә рәхмәтлемен. Мин дә наркотикка бәйлелек тыуыусыларға ошо зәхмәттән арынырға булышлыҡ итергә бурыслымын”, — тип иҫәпләй Тимур.
Бында әле биш кеше реабилитация үтә. Һауыҡтырыу программаһы ике ай самаһына иҫәпләнгән. Ошо ваҡыт эсендә “12 аҙым” программаһының һауыҡтырыу һәм айыҡ тормош нигеҙҙәре менән танышалар, Тәүрат уҡыйҙар. Ҡыҙыҡһынып, өҫтәлдәге бер нисә дәфтәрҙе алып ҡараныҡ. Тәүге битендә һәр береһе күңелен “асып һалған”. Наркотик ҡабул итеүгә нимә сәбәпсе булыуын, тәүге тапҡыр ни өсөн ҡулына алыуын һәм ғаиләһе тураһында асыҡтан-асыҡ яҙған. “Көндәлектәр” йөкмәткеһе яғынан бер-береһенән әллә ни айырылмай. Ғауғалы тормош, атай кешенең туҡтауһыҙ эсеүе, әсәйҙең йөктө бер үҙе тартыуы, йүнле тәрбиә күрмәү һәм башҡа күңелһеҙ хәлдәр бәйән ителгән. Артабанғы биттәрҙә “12 аҙым” программаһы буйынса һауыҡтырыу нигеҙҙәренең тәүге баҫҡысы өйрәнелгән.
— Бушлыҡ урын алған күңелдәрен дауалауҙа аудио- һәм видео яҙмалар ҙа файҙаланабыҙ. Шулай уҡ наркомандар араһында ВИЧ-инфекция, гепатит кеүек киң таралған сирҙәрҙең эҙемтәһе һәм ошо ауырыуҙар асыҡланған осраҡта башҡаларға хәүеф тыуҙырмай йәшәү хаҡында ла мәғлүмәт бирәбеҙ. Ә күптәренә, ысынлап та, ошондай ауыр сирҙәр менән йәшәргә тура килә, — ти Т. Мөхәмәтов.
Рим исемле берәү һорауҙарға ихлас яуап бирҙе. 36 йәшлек ир түбәнгә тәгәрәүен ҡаты эсемлек ҡулланыуҙан башлаған. Тора-бара наркотик ҡолона әүерелгән. “Стажлы” наркоман булып сыҡты ул, тәүге тапҡыр уны 17 йәшендә татып ҡараған. Тилерткес матдәнән бөтөнләй баш тартырға тырышҡан саҡтары ла булған, әлбиттә, ләкин түҙемлеге оҙаҡҡа етмәгән. “Әле байтаҡ ваҡыт ҡулланмайым. Ғаиләмә тарҡалыу хәүефе янағас, эскеселәрҙең аноним клубына барҙым һәм ошо үҙәк тураһында ишеттем. Бик теләгәндә ҡотолоп булыуына башҡаларҙан күреп ышандым. Кәңәштәрен тотоп, бында килдем. Артабан үҙ-үҙемде ҡулға алып йәшәргә иҫәбем”, — тине ул. Наркотик табыу өсөн ниндәй генә сүрәткә инергә тура килмәгән уға! “Барыһы ла ҡылынды: алдашып, дуҫ-иштәрҙән аҡса алыу ҙа, урлашыу ҙа, әсәйҙең теңкәһенә тейеү ҙә. Ярай әле, дезоморфин ҡабул итергә өлгөрмәнем, ул таралғанда туҡталған сағым ине, нигеҙҙә, героинда “ултырҙым”, — ти Рим.
Тимурҙың әйтеүенсә, бында сирҙән арынырға ғына түгел, ә документтарын тергеҙергә, эшкә урынлашырға ла ярҙам итәләр. Һауыҡтырыу ваҡыты үткәс, ниндәй юлдан китеүҙе һәр кем үҙе хәл итә. Кешесә йәшәргәме, әллә йәнә яҡындарын ҡайғы-хәсрәткә тарытып, упҡынға табан юл алырғамы — үҙҙәре һайлай яҙмышын.
Үҙәктә һауыҡтырыу яҡынса 35 мең һумға төшә. Әммә Тимур, маҡсат аҡса туплау түгел, ти.
— Мөмкинлеккә ҡарап, хаҡты түбәнәйтергә лә тура килә. Бөтөнләй алмаған осраҡтар ҙа булды. Иң мөһиме — кешенең сирҙән һауығыу теләгенең көслө булыуы. Һәр кем менән айырым эшләйбеҙ, сөнки шунһыҙ һөҙөмтәгә өлгәшеп булмай. Килеүселәрҙең барыһы ла шарттарға күнеп китмәй. Талаптар ҡаты. Мәҫәлән, дәрескә һуңларға, көн тәртибенән ситләшергә, насар һүҙҙәр ысҡындырырға ярамай, ҡағиҙәләрҙе ҡәтғи үтәргә тейештәр. Бер кемде лә көсләп тотмайбыҙ, теләмәй икән, ҡайтып китә. Туғандары менән аралашыу ҙа, сығып йөрөү ҙә тыйыла. “Ярамай”ҙың ни өсөн күберәк булыуы аңлашыла торғандыр. Наркотик матдәләр ҡулдарына эләкмәһен өсөн шулай ҡарар иттек, — ти үҙәк етәксеһе.
“Айыҡ тормошҡа юл” реабилитация үҙәге үҙенең эшмәкәрлеген былтыр август айында башлаған. Ошо осор эсендә тиҫтәнән ашыу кеше тулы курс үткән, бер нисәһе менән алданыраҡ та хушлашырға тура килгән. Әйтеп үтелеүенсә, көн тәртибе тығыҙ, иртәнән алып кискә тиклем саралар үткәрелә. Аш-һыу хәстәрләү, йорт мәшәҡәттәре лә үҙҙәренең өҫтөндә. Араларында күңелдәре бөтөнләй буш, тәрән яралы, ғәмһеҙҙәре лә байтаҡ. Шуға күрә көслө психотерапевт кәрәк әле беҙгә, ти етәксе.

Хоҙай ярҙамы менән һауығырға теләү ысын күңелдән булырға тейеш

Яңы тормошҡа юл алыусылар менән хушлашып, баптистар эргәһенә ашыҡтыҡ. Сәфәребеҙ етәксеһе, байтаҡ ара йәйәү атларға тура киләсәк, тип унда барырға риза булыу-булмауыбыҙҙы белеште. Сағыу ҡояш аҫтында, ап-аҡ ҡарҙан атлау, саф һауа һулау һис тә ҡамасауламаҫ тип тәүәккәлләнек. Автобусты Ауструм ауылында ҡалдырып, тар ғына һуҡмаҡтан Сим йылғаһы буйында урынлашҡан йәйге лагерға юл тоттоҡ.
Ҡаршы алған координатор Евгенийҙың әйтеүенсә, Башҡортостандағы баптистарҙың дини ойошмаһы наркомандарҙы, эскеселәрҙе, ҡомарлы уйын менән мауығыусыларҙы реабилитациялау менән шөғөлләнә.
Тирә-яҡтағы илаһи тынлыҡты килеп етәрәк бәйҙәге эт кенә боҙҙо. Йәйге лагерь биләмәһендәге ҡарауылсы йортон көҙгө һәм ҡышҡы айҙарҙа ҡуртымға алалар икән. Ике ҡатлы ағас йортто тәүге танышҡан үҙәк урынлашҡан коттедж менән сағыштырыу урынһыҙ булһа ла, йылы мөхит тыуҙырырға тырышҡандар. Ап-аҡ мейесле ҡәҙимге ауыл йорто, хужаларының күҙенә генә ҡарап торған бер нисә эт һәм аяҡ аҫтында иркәләнеп йөрөгән бесәй — барыһы ла һауығырға теләүселәр өсөн дауалыр кеүек тойолдо.
Бында ете кешенең һауығыу үткән сағы ине. Ҡатын-ҡыҙ затын күрербеҙ тип уйламағайныҡ та. Өлкәнерәге эскелектән сара эҙләп килһә, йәшерәге наркомания бәләһенән ҡотолмаҡсы. Лариса 15 йыл араҡынан арына алмай яфаланған. Уны дин юлынан киткән улы, сиркәүҙә ошо үҙәк хаҡында ишетеп, алып килгән дә инде. Нефтекаманан 27 йәшлек Оля ла аптыраған көндән юлыҡҡан. “Стажлы” наркоман тилерткес матдәне 17 йәшендә тәмләп ҡараған һәм бына тиҫтә йыл уның тәьҫиренән ҡотола алмай йонсой. 32 йәшлек Сергей ҙа унан ҡалышмаған, ҡаты эсемлеккә иртә тартылған, ә наркотик менән дуҫлығын 16 йәшендә башлаған. Артур — Новосибирскиҙан. Уны ла яҙмышы һис тә юҡҡа Башҡортостанға ташламаған, наркомандарҙың бысраҡ һуҡмағы килтергән. Хоҡуҡ һаҡлаусылар менән дә байтаҡ мәшәҡәттәр килеп тыуған. Үҙәктә биш ай самаһы реабилитация үтә, хәҙер тормошоноң көйләнәсәгенә ышанысы артҡан.
Евгений үҙе лә ҡасандыр улар көнөндә булған, ете йыл “аҡ ағыу” ҡулланыуҙан кешелек йөҙөн юғалтып йәшәгәндән һуң, сиркәүҙә баптистар ойошторған үҙәк хаҡында ишеткән. Хәҙер наркотик тоҙағынан ысҡынған, ғаиләле, дүрт бала тәрбиәләйбеҙ, ти. Башҡаларға ла хаталарынан, насар төштән дә яманыраҡ үткәндәренән арынырға ярҙам итә.
“Ярамай” тигән нәмәләр бында ла байтаҡ. Мәҫәлән, һуғышыу, тәмәке тартыу, эсеү, наркотик ҡулланыу ҡәтғи тыйыла. Биләмәнән ситкә сығырға ла тейеш түгелдәр. Һәр йәкшәмбелә сиркәүгә баралар. Реабилитациялауҙың һөҙөмтәһе әлегә ҙур түгел, ни бары 20 процент самаһы. Килеүселәрҙең яртыһы тиерлек ике айға түҙмәй, төрлө сәбәп табып, ҡайтып китеү яғын ҡарай икән. Уларҙы көсләп тотмайҙар, сөнки Хоҙай ярҙамы менән һауығырға теләү ысын күңелдән булырға тейеш, тип иҫәпләйҙәр. Ике ай осоронда кеше наркотик ҡабул итеүҙән, эсеүҙән тыйылып тороп, үҙ ҡылығына баһа бирерлек хәлгә инә, тип иҫәпләй етәксе. Кемдер артабан ҡалырға теләй йәки барыр ере юҡ икән, ҡаршы килмәйҙәр. Рауил тип таныштырғаны үҙәктә йыл ярым. Хужалыҡ эштәрен атҡарыуҙы үҙ өҫтөнә алған. Пермь өлкәһенән килгән был мосолман кешеһенең баптистар эргәһенә һыйыныуы кемгәлер ғәжәп тә тойолор, бәлки. Әммә батып барғанда һаламға булһа ла тотонорға теләүҙе аңларға булалыр.
Евгений һауығырға килеүселәрҙең аҙ булыуын да белдерҙе. Быға үҙәк хаҡында белеп еткермәүҙәре сәбәпсе тип иҫәпләй. Күбеһенсә сиркәүҙә ишетеп киләләр икән. “Мәғлүмәтте Өфөнөң Белорус урамындағы 33-сө йортта алырға мөмкин, унда һәр дүшмәбе киске сәғәт 7-лә уҡыуҙар үтә”, — тине ул. Бында реабилитациялау түләүһеҙ. Сиркәү ярҙамында көн итәләр. Һауыҡтырыу шулай уҡ Тәүрат менән танышыуҙан, рухи яңырыу буйынса сараларҙан тора.

Батҡың килмәһә, һаламға ла йәбешәһең...


Артабанғы туҡталыш Иглин ҡасабаһында булды. 2005 йылда ойошторолған христиандарҙың “Азатлыҡҡа юл” реабилитациялау үҙәгендә лә йылы ҡаршы алдылар. Ике ҡатлы ҙур йорттоң эсе әлегә эшләнеп бөтмәгән, шуға ла уңайлыҡтары маҡтанырлыҡ түгел. Үҙәк менән “Любовь” мәрхәмәтлек фонды хеҙмәттәшлек итә. Етәксеһе Ольга Смирнова әйтеүенсә, ошондай үҙәктәр башҡа төбәктәрҙә лә бар. Бында ла реабилитациялау түләүһеҙ һәм ул туғыҙ ай дауам итә. Аҡсаны үҙҙәре лә эшләп таба.
Үҙәк етәкселәре эшмәкәрлектәре менән ихлас таныштырһа ла, реабилитация үтеүселәр асылырға ашыҡманы. Һорауҙарға ҡыҫҡа ғына яуап биреү менән сикләнделәр. Пациенттар быға тиклем осрашҡандарынан ҡырҡа айырыла ине. Нигеҙҙә ғүмер уртаһына еткән ир-ат. Йөҙ-ҡиәфәттәренә ҡарап та, күҙ ҡараштарынан да донъяның әсе-сөсөһөн хәтһеҙ татыуҙарын, таушалыуҙарын күрергә мөмкин. Барыһының да тиерлек хоҡуҡ һаҡлау органдары менән проблемалары булған. Ташкенттан, Новосибирскиҙан, Стәрлетамаҡтан, Өфөнән һәм башҡа яҡтарҙан йыйылған ир-атты берләштергән сәбәп бер — эскелек һәм наркомания. Йылына үҙәк аша 30-40 кеше үтә. Һөҙөмтәһе бар. Быға тиклем ҡалаҡ, шприц һәм кәрттән башҡа нәмәне ҡулына алмаған ир-ат үҙәктә булыу осоронда бөтөнләй үҙгәрә, тиҙәр.
Ҡасаба халҡы баштараҡ һауығыусыларға хәүефләнеп ҡараған. Хәҙер ҡараш икенсе. Тәүҙә өлкән йәштәгеләр йомоштары төшөп уларға мөрәжәғәт иткән. Эшсе ҡулдар кәрәккән саҡта башҡалар ҙа ҡушылған. Араларында төрлө һөнәр эйәләре бар, ти үҙәк өсөн яуаплылыҡты алған Андрей.
Ольга Смирнова әйтеүенсә, реабилитациялау менән шөғөлләнеү өсөн дипломлы белгес булыу ғына етмәй, ә башҡалар күңелен аңлай, яраларын уңалтырҙай йылы һәм ихлас мөнәсәбәт күрһәтә белеү кәрәк.

Сәфәрҙән төрлө уйҙарға тарып таралыштыҡ. Наркоманияның да, эскелектең дә йәмғиәт өсөн һаман да сей яра булып ҡалыуына инандыҡ. Шуныһы күңелде йылыта: йәмәғәтселек заман бәләһенә йөҙ менән борола башланы. Диндарҙар, дәүләт органдары һәм йәмәғәтселек ауыр йөктө бер төптән тартырға тырыша. Хаҡ юлға баҫҡан элекке наркомандарҙың да эштәренең һүҙҙән айырылмауын теләге килә. Бөгөн улар үҙ ҡарамағына алып ҡурсалаған ир-ат менән ҡатын-ҡыҙ кемдеңдер улы, атаһы, ире, әсәһе йәки ҡыҙы бит.
Шуныһы борсолдора: йәшәү йәмен, донъяның яҡтылығын, яҡындарыңдың ҡәҙерен белеү һәм аңлау өсөн тормош төпкөлөнә шулай төшөү кәрәкме икән? Шулай ҙа иң мөһиме — наркотик матдәләр һәм иҫерткес ҡулланыу хаҡының, йәғни азатлыҡҡа юлдың, үтә ҡиммәт булыуын бөгөнгө үҫмерҙәр иртәрәк аңлаһа ине.
Минзилә ҒАБДРАХМАНОВА


Вернуться назад