Беҙ - ҡаршы!06.04.2017
Беҙ - ҡаршы!Өфөләге Салауат Юлаев майҙанында Санкт-Петербургтағы фажиғәгә бәйле халыҡ акцияһы үтте. Акцияға ҡала халҡы, пенсионерҙар, йәштәр йыйылды. Сара фажиғә ҡорбандарын иҫкә алыуҙан башланды. Артабан трибунаға дин әһелдәре, сәйәсмәндәр – төп партияларҙың төбәк бүлексәләре вәкилдәре, йәмәғәт ойошмалары ағзалары күтәрелде.
– Бөтә Рәсәй буйынса ошо көндәрҙә үткән митингтар террорсыларға был фажиғә хаҡында онотмаясағыбыҙ, илебеҙҙең экстремизмға һәм террорсылыҡҡа ҡаршы торорға әҙер булыуын иҫкәртә, – тине республика парламенты спикеры Константин Толкачев.
Митингты ойошторған Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһы резолюцияны яңғыратты. Унда былай тиелә: “Ғүмерҙәрҙе ҡыйған Санкт-Петербургтағы фажиғә Рәсәй халҡын тетрәтте. Беҙ, Башҡортостандың күп милләтле халҡы, бөтә ил менән бергә ҡайғырабыҙ. Әммә бөгөн теракттың ғәйепһеҙ ҡорбандарын иҫкә алырға ғына йыйылманыҡ. Ватаныбыҙҙың киләсәгенә битараф ҡалмағандар, ябай граждандарҙың ғүмерен ҡыйыусыларға ныҡлы ҡаршы торорға әҙер булғандар республиканың төп майҙанына сыҡты”.
Беҙ - ҡаршы!
Беҙ - ҡаршы!
Беҙ - ҡаршы!
Беҙ - ҡаршы!
Беҙ - ҡаршы!
Беҙ - ҡаршы!
Беҙ - ҡаршы!
Беҙ - ҡаршы!
Беҙ - ҡаршы!


Вернуться назад