“Яҙғы баҫыу эштәренә күп ҡалманы. Быйыл республикала өс миллион 500 мең тонна иген етештереү бурысы ҡуйыла. Үҙебеҙҙең ихтыяжға шуның бер миллион 700 мең тоннаһы етһә, ҡалғанын һатыуға сығарыу күҙаллана”. Шулай тине Нуриман районында үткән төбәк кәңәшмәһендә ауыл хужалығы министрының беренсе урынбаҫары Азат Йыһаншин. Быйыл республика эшсәндәренә былтырғынан күберәк – ике миллион 200 мең гектар майҙанда сәсеү эштәре көтөлә. Былтырғы йәйҙең ҡоро килеүе сәбәпле, ужым арышын етерлек күләмдә сәсергә форсат булмаған, шул айҡанлы яҙғы культуралар майҙанын 108 мең гектарға күбәйтеү планлаштырыла.
Кәңәшмә барышында кадрҙар әҙерләү, минераль ашламалар ҡулланыу, сорттарҙы яңыртыу, баҫыу эштәрен финанслау мәсьәләләре хаҡында ентекле һөйләшеү булды. “Ауыл хужалығы етештереүе – беҙҙең өсөн мөһим, өҫтөнлөклө тармаҡ, шуға ла был йүнәлештә ярҙам буласаҡ”, – тине Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Мөхәмәтдинов.
Конференцияла ҡатнашыусылар райондың бер нисә ауыл хужалығы предприятиеһының эше менән танышты. Айырыуса “Йәшел ожмах” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең эшмәкәрлеге ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы. Хужалыҡта салат һәм тәмләткес үләндәр үҫтереү менән шөғөлләнәләр. Уңғандарҙың эше ырамлы бара – былтыр 105 гектар майҙанда был төр йәшелсә үҫтерһәләр, быйыл уны йәнә 50 процентҡа арттырырға уйлайҙар. Йәмғиәт етештергән продукция Рәсәйҙең бөтә төбәктәренә таратыла, быйыл иһә Ҡаҙағстанға ла һатырға иҫәп тоталар.
Йүнселдәр әмәлен таба шул.