Бер батырға – бер матур07.04.2017
Бер батырға – бер матур “Ғаилә-2030” стратегик башлан­ғысына ярашлы, республикабыҙҙа “Йәш ғаилә” проекты ғәмәлгә инде. Документ йәштәр һәм йәш ғаиләләр менән эшләүҙе, уларға педагогик, юридик консультация биреү йәһәтенән ярҙам итеүҙе күҙ уңында тота. Проекттың төп идеяһы – ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлап ҡалыу һәм танытыу.
Башҡортостандың Йәштәр сәйә­сәте һәм спорт министрлығының сектор мөдире Галина Малофеева әйтеүенсә, проект иң элек ғаиләне нығытыуға йүнәлтелә.
– Һуңғы йылдарҙа илебеҙҙә һәм республикала ғаилә институты етди көрсөк кисерә. Әлеге проект йәш­тәргә йоғонто яһауҙың һөҙөмтәле алымдарын билдәләүгә һәм ғәмәлгә индереүгә, шулай уҡ ғаиләләрҙең именлеген нығытыуға, айыры­лышыуҙар һанын кәметеүгә иҫәп­ләнә, – тине ул.
Проектта республикабыҙҙағы йәш ғаиләләрҙең 15 проценттан ашыуы, йәғни 150 меңгә яҡын кешенең, ҡатнашыуы көтөлә. Төбәктә ошо эште тормошҡа ашырыу өсөн ведомство-ара система ойошто­роласаҡ. Әйткәндәй, баш ҡаланың Совет районында, Күмертау ҡала­һында, Учалы һәм Иглин райондарында ошо йүнәлештә эш башланды. Киләсәктә проектты бөтә республикала ғәмәлгә ашырыу ҡарала.
Ғаилә институтын нығытыу йәһәтенән йәштәр сәйәсәте учреждениелары ҡарамағындағы “Йәш ғаилә клубтары”, ғаиләне планлаштырыу кабинеттары үҙ иңенә ҙур бурыстар ала. Программаға ярашлы, “Көмөш ғаилә”, “Олимпия һәм паралимпия ғаиләһе”, “Ауыл ғаиләһе”, “Ҡала ғаиләһе” кеүек социаль проекттар эшләйәсәк.
Әлегә тиклем республикабыҙҙа йәш ғаиләләргә комплекслы ярҙам күрһәтеүҙең берҙәм алымдары юҡ ине. Яңы проект был мәсьәләне хәл итеү мөмкинлеген бирәсәк. Бының өсөн йәштәр менән эшләү принциптарын тамырынан үҙгәртергә, дәүләт структураларын, барлыҡ инсти­туттарҙы йәлеп итергә кәрәк. Йәш ғаиләнең абруйын күтәреү шарт.
– Сәләмәтлекте нығытыу, демографик хәлде яҡшыртыу йәһәтенән дә ғаилә ҙур әһәмиәткә эйә. Төбәктең иҡтисади үҫешендә ғаилә ҡеүәтен тулыраҡ файҙаланырға кәрәк, – тигән фекерҙә Галина Малофеева.


Вернуться назад