Ҡасандыр Арғаяш кантонының үҙәге булған Ҡолой ауылы бөгөн дә башҡорт милли һәм мәҙәни усағы булыуынан туҡтамаған.
Ошо көндәрҙә 11 ауылдан һәм Силәбе ҡалаһынан моң һөйөүселәр урындағы китапханаға йыр байрамына йыйылды.Ысынлап та, милли кейемдәге дәртле, рухлы милләттәштәребеҙ үҙҙәре үк байрам мөхитен тыуҙыра. Ҡатнашыусылар ғына түгел, тамашасылар ҙа сараға бик ентекле әҙерләнгән. Ҡолой кантон, Таймас Шәйемов, Көсөков вариҫтары был байрамды уҙғарыуға бик яуаплы ҡараған. Йыр-моң аша күңел асыу, тыуған яҡ тарихын барлау, мәшһүр шәхестәрҙе иҫкә алыу – ауылдаштарҙың борондан килгән матур йолаһы.
Моң бәйгеһендә көс һынашырға теләгәндәрҙең төрлө жанрға өҫтөнлөк биргәндәрен иҫәпкә алып, сарала мөнәжәт тә, оҙон көй ҙә, бәйет тә яңғыраны. Шиғыр һөйөүселәрҙе Арғаяш районының “Таң нурҙары” әҙәби берекмәһе ағзалары ижад емештәре менән һөйөндөрҙө.
Күркәм сараны башҡорт халыҡ йыры менән Ҡолой ауылынан Кәримә Хәкимова асып ебәрҙе. Йырҙың тарихын белеү зарур икәнлеген дәлилләп, Марсель Хәйбуллин яҡташы Яхъя Хәмзин тураһындағы яҡты хәтирәләре менән бүлеште. Шулай уҡ аҡһаҡал ҡатыны Хәтимәне йылға аша кәмәгә ултыртып оҙатҡанда, Ҡолой кантондың уға арнап йырлағаны хаҡында ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр ҙә еткерҙе.
Китапхана хеҙмәткәрҙәре арҙаҡлы йырсы яҡташтары Яхъя Хәмзин, Маһинур Шәйемова, Мостафа Солтанов, Жәүәт Вәлиев һәм башҡаларға арнап махсус фотокүргәҙмә әҙерләгән. Уларҙың тырышлығы арҡаһында тик Арғаяш башҡорттары ғына йырлаған “Мейәс көйө”, “Әминәкәй”, “Арғужа”ны хәҙер башҡа төбәктәр ҙә белә. “Был йырҙар шулай уҡ республиканың йырҙар энциклопедияһына ла ингән”, – ти китапхана рәйесе Флүрә Истамғолова.
Яхъя Хәмзиндың ҡыҙы Флүрә Хәмзина мөнәжәт әйтте. 82 йәшендә булыуына ҡарамаҫтан, күңеле тулы моң булған ағинәй – ауылда һәм районда уҙғарылған сараларҙың көтөп алған ҡунағы.
Ошондай мәртәбәле йәштә сәхнә йәме булып йөрөгән ил инәләренең тағы берәүһе – Зәйтүнә Хәйруллина. Уның етәкселегендәге “Ҡолой моңдары” фольклор төркөмө боронғо йола сеңләүҙе (кейәүгә бирелгән ҡыҙҙың тыуған йортонан китер алдынан ата-әсәһе һәм туғандары менән хушлашыуын) сәхнәләштерҙе.
Арғаяш һандуғасы, төбәк-ара конкурстар лауреаты Венера Шәймөхәмәтова был юлы бәйет башҡарҙы. Унда әсәнең вафат булған улына һағышы сағыла.
Силәбе ҡалаһының Харис Йосопов исемендәге мәсет шәкерттәре Али Нурмагамедов һәм Маруф Мамадалиев ғәрәп телендә сығыш яһаны.
Жюри ағзаһы, ветеран-педагог, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Нәғимә Усманова телде, мәҙәниәтте онотмауға өндәгән ялҡынлы телмәр менән сығыш яһаны.
Ҡәҙриә Зиннурова, Гөлфиҙә Йомағужиналар ҡатнашыусыларҙың һәр сығышына ентекле күҙәтеү яһаны.
Жюри ағзалары бигерәк тә Бикҡол ауылынан Әнисә Ғарипованың, дуэт менән мөнәжәт башҡарған Ҡорман ауылынан Фәрнизә Ғиниәтуллина һәм Роза Хабилова, Ҡолойҙан Сания Байназарова һәм Фәрхинур Исмәғилева, Рәзинә Ғиззәтуллина, Ҡуйһары ауылынан Бәғнәни Яҡупова, Ялтыр ауылынан Фәнил Йыһаншиндың сығышын юғары баһаланы. Конкурсанттарға иҫтәлекле бүләктәр һәм маҡтау ҡағыҙҙары тапшырылды.