ЯҠТАШЫБЫҘ – ИЗГЕ ИХТЫЯР ИЛСЕҺЕ07.04.2017
ЯҠТАШЫБЫҘ – ИЗГЕ ИХТЫЯР ИЛСЕҺЕ Ер аяғы-ер башында көн иткән милләттәштәребеҙ ассимиляцияға бирелмәй, үҙҙәренең милли үҙенсәлеген һаҡларға тырышып ята. Мәҫәлән, алыҫ Канадала Рәсәйҙә мосолмандар ҙа булғанын күҙ алдына ла килтермәгән урындағы халыҡҡа Ер йөҙөндә башҡорт тигән милләт барлығын да танытҡан улар.
Башҡортостанда тыуып үҫкән Фәриҙә Сәмерханова Канадала Изге ихтыяр илсеһе итеп һайланды. Ул Канаданың 150 йыллығын байрам иткәндә Башҡортостан һәм Рәсәй исеменән сығыш яһаны.

Күп йылдар инде Торонтола йәшәгән Фәриҙә был яңылыҡ менән социаль сел­тәр­ҙәге “Сит илдәрҙәге башҡорттар” төркөмөндә уртаҡлашты.
– Мин Изге ихтыяр илсеһе итеп һайландым. Сәмер­ха­новтар һәм Әүәзовтар ғаи­ләһе ошо тантанала Баш­ҡорт­остан исеменән сығыш яһаны. Беҙгә ҙур ҡыҙыҡһыныу белдерҙеләр. Байрамда ҡатнашҡан һәр кеше тиерлек һорау бирҙе, беҙҙең менән фотоға төштө, – тине Фәриҙә.
Уның әйтеүенсә, ҡайһы берәүҙәр Рәсәйҙә рустар ғына түгел, башҡа милләттәр ҙә йәшәгәнен тәүге тапҡыр ишетә.
– Рәсәйҙә мосолмандар ҙа булыуын белгәс, бик аптыранылар. Милли кейем­­д­ә­ре­беҙҙе, флагты, көнкүреш әйберҙәрен, сувенирҙарҙы күрһәтеп, Канада халҡын таң ҡалдырҙыҡ, – тине яҡташы­быҙ.
Онтарио провинцияһының Миссиссаги ҡалаһы башлығы Фәриҙә Сәмерхановаға әүҙем йәмәғәт эше өсөн маҡтау грамотаһы тапшырған.


Вернуться назад