Ҡурған башҡорттарын барып күрҙек, Тарихтарға бөгөнгөнөң ғәмен үрҙек05.04.2017
Ҡурған башҡорттарын барып күрҙек, Тарихтарға бөгөнгөнөң ғәмен үрҙекЮҡҡа ғына ерле мөхтәриәт хаҡында хыялланмаған бит Башҡорт автономияһы башында торған ғалим, ойоштороусы З. Вәлиди. Башҡорттарҙың боронғо дәүерҙәрҙән үҙ ерендә хужа булырға тейешлеген тәрән аңлап, ошо фактты аҙаҡ Иван Грозный тарафынан грамоталар менән раҫлап ҡуйыуын билдәләп, дәүләт ҡороп йәшәүгә хоҡуҡтарын таныуҙарын теләгән. Ошо хаҡта Ҡурған өлкәһенең Сафакүл районына Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ойошторған сәфәр барышында бер нисә тапҡыр иҫкә алынды. Нисек был хаҡта уйламайһың инде, нимә генә тимә, Силәбе, Ырымбур өлкәләрендәге, Пермь крайындағы милләттәштәребеҙ күршелә генә йәшәһә, Ҡурған өлкәһенә барып етер өсөн йәнә лә Силәбе аша үтергә кәрәк. Ни генә тимә, был яҡ башҡорттары элек-электән үҙ традицияларын тотҡан, хатта милли кейемдәрҙең үҙенсәлеген һаҡлаған. Заманында тап ошо төбәктә башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының күлдәктәрен, селтәрҙәрен, ҡашмауҙарын тергеҙеп йөрөнөләр әле ул. Телгә оҫта, йор һөйләшле милләттәштәребеҙҙең “Сафыя, ҡарале” тип аталған таҡмағын хәҙер кем генә башҡармай икән? Моңло тауышлы йырсы Фәрүәз Урманшиндың үҙ заманында репертуарын байытҡан был Ҡурған таҡмағы табындарҙың, мәжлестәрҙең түренән төшкәне юҡ.

Ҡоролтай янында берләшә милләттең һәр вәкиле

Ысын мәғәнәһендә ғәжәйеп төбәк ул Ҡурған ере. Бер ҡараһаң, бында халыҡтың йәшәү кимәлен юғары күтәреп маҡтарлыҡ та түгел һымаҡ, тик икенсе яҡлап ҡараһаң – рухи ҡаҙаныштар, боронғолоҡ һаҡланған. Ошо яҡтарға ҡышын сәфәр ҡылған милләттәштәрем әйткәне булды: иман ныҡ халыҡта, әүлиәләре, төбәктәге изгеләре ҡәберҙәренә юл өҙөлгәне юҡ. Француз яулыҡты, милли кейемдәрҙең үҙенсәлеген дә тап ошо төбәк һаҡлап алып ҡалыуы хаҡында әйткәйнек инде. Ш. Манатов, Ғ. Таған кеүек милләтебеҙҙең арҙаҡлы улдарының нәҡ ошо ерлектә үҫеп сығыуы ла юҡҡа түгел. Хәйер, быларҙың барыһы хаҡында ентекләп урындағы ҡоролтай ултырышында һөйләштек. Ҡурған башҡорттарын барып күрҙек, Тарихтарға бөгөнгөнөң ғәмен үрҙек
Ҡурған өлкәһенең Сафакүл районы хакимиәте башлығы Рәшит Хәйернасов, сарала ҡатнашыусыларҙы тәбрик итеп, башҡорт ауылдарының хәле тураһында ла мәғлүмәт биреп үтте. Башҡортостанда газ кермәгән ауылдар юҡтыр инде ул, Аллаға шөкөр, бында ла быйыл, киләһе йыл тап башҡорттар йәшәгән төбәктәргә зәңгәр яғыулыҡ инәсәк. Башҡортостандың халыҡ артисы, мәшһүр ҡурайсы Юлай Ғәйнетдиновтың башҡорт ҡурайы хаҡын­дағы китабы хакимиәт башлығының өҫтәлендә генә ята. Был яҡтарҙан баш­ланған Ҡурай фестиваленең тамырҙарын тәрән белеү маҡсатынан алған Рәшит Абдулла улы ҡулына был йыйынтыҡты. Әйткәндәй, ҡоролтай ултырышының дауамы булып Шадринскиҙа Ҡурай байрамы ойошторолдо. Артабан был моң баш­ҡорттар йәшәгән һәр төбәкте урап сығасаҡ әле.
Төбәктә ҡоролтай менән Ильяс Йомабай улы Бәҙретдинов етәкселек итә. Ҡурған өлкәһенең башҡорттар йәшәгән һәр ауылынан вәкилдәр, әүҙемселәр йыйылған сараны ул башҡарылған эштәр, килеп тыуған проблемалар хаҡында һөйләүҙән башланы. Ҡоролтай Ҡурған өлкәһе Хөкүмәте, Урал аръяғы халыҡтары ассамблеяһы, Сафакүл, Әлмән, Щучье райондары хакимиәттәре менән берлектә эшләй. 2014 йылдың ноябрендә Башҡорт­останда Ҡурған өлкәһе башҡорттары көндәре үткән. Бына ошо ваҡиғаны бында әле булһа һағынып һөйләйҙәр. Төбәктең мәҙәниәте, халыҡ йолалары менән танышҡайныҡ ул мәлдә. Милләттәш­тәребеҙ Урал аръяғы халыҡтары фестивалендә ҡатнашып килә.
Ун биш йылдан ашыу Ҡурған өлкәһендә “Сыңрау торна” башҡорт йыры фестивале уҙғарыла. Был сара – төбәктең иң матур, сағыу сараларының береһе. Башҡорт­останда ла был хаҡта ишетеп кенә түгел, ҡатнашып та беләләр. Фестиваль башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Жәлил Файруз улы Садиҡовтың ниәте менән Баҡай ауылында ойошторола башлай һәм хәҙер төбәк-ара кимәлгә күтәрелгән. 2015 йылда ҡурғандар сараны уҙғарыу өсөн грант та отҡан булған. Мәҙәниәт министрлығы тарафынан тап сит өлкә­ләрҙә йәшәгән милләттәштәребеҙҙе ҡеүәтләү йәһәтенән ойошторолған был ярҙам саралары киләсәктә лә дауам итер, моғайын, сөнки, нимә генә тимә, заман ҡуйған шарттарҙа беҙ халҡыбыҙҙың ҡомартҡыларын, иң мөһиме – телебеҙҙе, ғөрөф-ғәҙәттәребеҙҙе һаҡлап ҡалырға бурыслыбыҙ!

Тел тигәс тә, ни әйтерһең?

Тел тигәндән, төбәктә ике йыл рәттән башҡорт шағирҙарының шиғырҙарын яттан һөйләү буйынса конкурс ойошторола. Башҡортостандың үҙ ирке менән Рәсәй дәүләтенә инеүенә бағышланған был сарала ҡатнашыусылар һаны арта баш­лаған: тәүге йыл менән сағыштырғанда, шиғыр ятлаусылар икеләтә күбәйгән, иң йәшенә – 5, иң өлкәненә 70 йәш тулған.
Бөгөн өлкәнең ике районында ғына – Сафакүлдең ике мәктәбендә һәм Әлмәндең ике белем усағында – башҡорт теле өйрәнелә. Төп сәбәп – белгестәр етмәүҙә. Шуға күрә был йәһәттән Башҡортостандың Мәғариф министрлығы менән берлектә хәл итәһе эштәребеҙ бар әле, тип иҫәпләй ҡурғандар. “Йәйләү” башҡорт телен өйрәнеү буйынса лингвистик лагерға элек был төбәктән балалар тотош кластары менән саҡырылһа, былтыр, мәҫәлән, бары тик өс кенә уҡыусы ебәрелгән. Сит өлкәләрҙә йәшәгән милләттәштәребеҙҙең балаларына беҙҙең тарафтан айырыуса ҙур иғтибар кәрәк!
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты аппаратының баш белгесе Рәйсә Күзбәкова сығышында Рәсәй Федерацияһының ҡайһы төбәгендә генә йәшәһәң дә, балаңдың ниндәй телдә белем алыуы ата-әсәнең яуаплылығына бәйле булыуы хаҡында һөйләне. Рәсәйҙең “Рәсәй Федерацияһында мәғариф тура­һында”ғы Законының 14-се статьяһына ярашлы, балалар башланғыс һәм төп дөйөм белемде туған телендә алыу хоҡуғына эйә, тине ул.
Эйе, һуңғы осорҙа сит өлкәләрҙә генә түгел, Башҡортостандың үҙендә лә ата-әсәләрҙең телде өйрәнеүгә кире мөнәсәбәт белдереүе хаҡында хәбәрҙарбыҙ. Әммә бөтә закондар ҙа беҙҙең яҡлы икән, ниңә әле балаларыбыҙҙы тамырҙарынан өҙөп йолҡонған үҫенте сүрәтендә ҡалдырырға? “Закондар, Федераль дәүләт белем биреү стандарты беҙҙең хоҡуҡтарҙы тыя тимәгеҙ, улар, киреһенсә, туған телдә белем алыуҙы һаҡлау сараһын күрә. Шулай уҡ, Федераль дәүләт белем биреү стандарттарына ярашлы, һәр бер предметтың йөкмәткеһенә милли төбәк компоненты инергә тейеш: башланғыс кластарҙа уның – 80:20, ә урта кластарҙа 70:30 нисбәтендә булыуы шарт. Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығының 1394-се бойороғондағы (25.12. 2012 йыл) 6-сы пунктына ярашлы 9-сы кластан һуң уҡыусылар дәүләт имтихандарын туған телендә тапшыра ала. Бының өсөн мәктәптәргә Мәғариф министрлығына 1 марттан да ҡалмай заявка бирергә кәрәк. Уҡыу планын да мәктәп ата-әсәләр, йәмәғәтселек менән бергә һайларға тейеш”, – тине Р. Күзбәкова. Үҙе мәғариф өлкәһендә байтаҡ эшләп киткән белгес булараҡ, Рәйсә Абдрахман ҡыҙы Ҡурған өлкәһе менән Башҡортостан Республикаһының мәғариф менән идара итеү органдары араһында үҙ-ара хеҙмәттәшлек тураһындағы Килешеүҙе яңыртырға тәҡдим итте.
Эйе, уҡыу әсбаптары етешмәүе, уҡытыусылар юҡлығы хаҡында фекер әйтелде, әммә был проблемаларҙы, әлбиттә, урындағы активистарҙың, халыҡтың әүҙемлегенән тыш хәл итеп булмай. Рәсәй төбәктәрендә генә түгел, сит илдәрҙә лә ни өсөн башҡорт ҡоролтайҙары булдырылды? Ана шул милләттәштәребеҙҙең проблемаларын белешеп, баш йорт менән бәйләнештә тороп хәл итеү өсөн! Ҡурған башҡорттарын барып күрҙек, Тарихтарға бөгөнгөнөң ғәмен үрҙек
Ҡурған башҡорттарының үҙ һөйләше: улар менән әңгәмәләшкәнде кинәнес менән тыңлайһың. Бигерәк тә ауылдарҙан килгән инәйҙәрҙең телмәрендә боронғо ауаздар сағылғандай. Шуныһы ҡыуаныс­лы: улар “Юлдаш” радиоһын тыңлай. “Замандаш” гәзите йылына бер тапҡыр ғына нәшер ителә икән. Был бит бик аҙ! Урындағы хәбәрселәр ҙә, ижадсылар ҙа табылыр ине, хәйер, Башҡортостан баҫмалары ла мәғлүмәт менән ярҙам итә алыр ине, әммә тираждың аҙ булыуы һәм йылына бер тапҡыр ғына сығыуы бөтөнләй килешкән эш түгел. Урындағы матбуғат хеҙмәтенә мөрәжәғәт итеп, төбәктә башҡорттарҙың күпләп йәшәүен иҫәпкә алып, “Замандаш”ты ысын мәғәнәһендәге замандашҡа әйләндерергә кәрәк.
– Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы беҙгә ошо баҫманы әүҙемләштерергә ярҙам итһә ине. Йәнә лә Өфө күҙ ауы­рыуҙары институты менән хеҙмәттәшлекте яңынан тергеҙеү теләге лә ҙур халыҡта. Бөтәһе лә баш ҡалаға барып йөрөй алмай бит. Тәңрекүл мәктәбенә Ғ. Тағандың исемен биреү мәсьәләһен дә ҡарайбыҙ. Өс йыл эсендә Ҡурған Хөкүмәте беҙҙең ҡоролтайға 160 мең һум күләмендә грант менән ярҙам итте. Уларға Сафакүл һәм Әлмән райондарына тирмәләр һатып алдыҡ, ижади коллективтарға милли кейемдәр тектерҙек, шиғыр уҡыусылар конкурсында еңеүселәргә бүләктәр хәстәрләнек, Шәжәрә байрамы уҙғарҙыҡ. Шулай уҡ “Ҡарға туй” байрамына баннерға, “Башҡорт ҡоролтайы” алтаҡталарына ла тотонолдо. Башҡортостанға һәр сәфә­ребеҙҙе Сафакүл районы хакимиәтенең финанс ярҙамы, бағыусылар хәстәрлеге менән ойошторҙоҡ, – тине Ильяс Йомабай улы.
Ул шулай уҡ Аҙналылағы тыуған яҡты өйрәнеү музейының яҙмышы өсөн борсолоуын да белдерҙе. Әле уның экспонаттарының бер өлөшө район музейында төйәкләнгән һәм халыҡ бар ҡомартҡыларҙы ла күрһен өсөн даими рәүештә алыштырылып торасаҡ.
Әлмән районының Казеновка мәктәбе директоры тел уҡытыу мәсьәләһен үҙенсә сағылдырҙы. Ул, киреһенсә, мин башҡорт телен, әҙәбиәтен өйрәнеүгә сәғәттәр таба алам, ә бына уҡытыусылар юҡ, әсбаптар ҙа иҫкергән, тине. Ул шулай уҡ райондарында булып киткән фольклор экспедициялары хаҡында ла телгә алып, Башҡорт дәүләт университетының Бөрө филиалынан килгән уҡытыусыларға рәхмәтен әйтте. Ысынлап та, бөрөләр бик күптәргә өлгө күрһәтеп, үҙмаҡсат менән башҡорттар күпләп йәшәгән Рәсәй төбәктәренә сәфәргә сығып ҡына ҡалмай, ә эш барышын сағылдырып, брошюралар сығара, мәҡәләләр яҙа. Ғалимә Гөлнур Ҡас­ҡы­нованың әүҙемлеген, Интернет селтәрендә лә сит өлкәләрҙә йәшәгән башҡорттар тормошон йәнле яҡтыртып барыуын билдәләп үтер инем. Ҡурғандар бөрө­ләрҙең эше менән бик риза ҡалған.
Надеждино мәктәбе уҡытыусыһы Жәлил Садиҡовтың тел өйрәнеү мәсьә­ләһенә шулай уҡ үҙ ҡарашы. Был белем усағында эшләгән ун йыл эсендә ул ҡаҙаныштарға ла ирешкән, шул уҡ ваҡытта проблемалар ҙа урап үтмәгән. Төбәк-ара туған телде өйрәнеү олимпиадаһында Гөлшат Шәкүрова, Эдуард Хөснуллин, Фәнзилә Мусина призер булыуға өлгәшкән. Үкенескә ҡаршы, быйыл улар башҡорт теле һәм әҙәбиәте олимпиадаһында ҡатнаша алмаған, уҡытыусы әйтеүенә ҡарағанда, лайыҡлылар ҙа булған! Надеждино мәктәбе уҡыусылары районда үткән туған тел буйынса олимпиадала, “Туған телем – пар ҡанатым” шиғыр ятлаусылар конкурсында ла һәр саҡ призлы урындар яулай. Улар райондың ғына түгел, өлкә сараларында ла әүҙемлек күрһәтә: мәҫәлән, 8-се класс уҡыусылары Регина Сәлимова менән Регина Аҫылгәрәева былтыр һабантуйҙа халыҡ йыры менән сығыш яһаған. “Урал аръяғы саҡрымдары” өлкә конкурсында был ҡыҙҙар үҙ оҫталығын күрһәткән. “Яҙғы тамсылар” ауыл ярышында шулай уҡ туған телдә шиғыр һөйләгәндәр, М. Ғафури ижады буйынса фекер алышыу ойош­торолған. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте аҙналығында төрлө викториналар уҙғарып, диктант, инша яҙҙырып, доклад, реферат яҡлатып, балаларҙың белемен тикшерә икән Жәлил Фәйзулла улы. Бындай әүҙемлеге юҡҡа түгел был милләт­тәшебеҙҙең – ул 2015 йылда Өфөлә “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы” конкурсында ҡатнашып, призер булған.
– Мәктәптә балалар һаны аҙ, әммә 5-се, 6-сы, 7-се кластар бер төркөмдә, 8-се, 9-сы кластар икенсеһендә белем алған мәктәптә башҡорт телен һәм әҙәбиәтен өйрәнеүгә аҙнаһына ни бары бер-ике сәғәт бүленә. Инглиз теленә – өс, урыҫ теленә туғыҙ сәғәт бирелгәндә, балаларҙың туған телен өйрәнеүгә лә бик кәрәкле сәғәттәренән мәхрүм итмәҫкә ине ул. Уҙған быуаттың 90-сы йылдарын һағынып ҡуям ҡай саҡ: ул саҡтарҙа тел генә түгел, Башҡортостан мәҙәниәте лә, “Тормош һабаҡтары” ла уҡытыла торғайны, – тине ул, бик әсенеп.
Уның һорауҙарына ла яуап биргәндер Рәйсә Абдрахман ҡыҙының әйткәндәре. Бөгөн һәр тармаҡта үҙебеҙгә үҙебеҙ юл ярырға бурыслыбыҙ. Ҡабатлап әйтәбеҙ: бөтә закондар беҙҙең яҡлы, бары тик дөрөҫ файҙаланырға кәрәк. Бер ни тиклем ҡыйыулыҡ та, ныҡышмалылыҡ та ташламаһын ине милләттәштәребеҙҙе. Эйе, сит тарафтарҙа үҙ халҡыңдың мәнфәғәтен яҡлау өсөн көрәшсе булыу мөһим, бигерәк тә бөгөнгө глобалләшеү шарттарында. Шуныһы көн кеүек асыҡ: ҡайҙа булыуына ҡарамаҫтан, башҡорт халҡының яҙмышын үҙенән башҡа бер кем дә хәл итмәй. Жәлил Фәйзулла улының бер ниндәй ҡаршылыҡтарға ҡарамай үҙ инициативаһы менән конкурстар, төрлө әҙәби саралар үткәреүе маҡтауға лайыҡ. Уның ойошторған ярыштары, ижадсы уҡыусылары хаҡында беҙ ҙә даими белеп торорға теләр инек, шуға күрә “Башҡортостан” гәзите менән хеҙмәттәшлеген йәнләндерһен тигән теләктә ҡалабыҙ.

Мәҙәни усаҡтар балҡышы

Ҡоролтай ултырышында мәҙәни саралар хаҡында райондың башҡорт-татар үҙәге мөдире Зинфира Закурдаева еткерҙе: ул Урал аръяғында башҡорт мәҙәниәтен һаҡларға ярҙам иткәне өсөн ҡоролтай етәкселегенә рәхмәтен бел­дерҙе. Ҡурғанда йәмғеһе 12 милләттең йәмәғәт ойошмаһы эшләй, ә бына башҡорттарҙыҡы иң әүҙем, төбәк үҫешенә ҙур өлөш индереүе менән айырылып тора икән. Башҡортостандың Мәҙәниәт ми­нистр­лығы, Республика халыҡ ижады үҙәге ярҙамы менән өлкәлә даими рәүештә сәнғәт әһелдәре оҫталыҡ дәрестәре бирә, шуға төбәктә Сәйҙә Ильясова, Миңлеғәфүр Зәйнетдинов, Асия Ғәйнуллина, Вәсил Баймырҙин кеүек исемдәре билдәле мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә бик рәхмәт­леләр. Ҡурған өлкәһенең халыҡ ижады үҙә­ге, Урал аръяғы халыҡтары ассамбле­яһы, өлкәгә ҡараған район­дарҙың мәҙәниәт бүлектәре менән тығыҙ бәйләнештә эшләй ҡоролтай, шуға ла ижади хеҙмәттәшлек һөҙөмтәләре юҡ түгел. Сафакүл, Әлмән, Шадринск, Шумиха райондарында башҡорт­тарҙың үҙешмәкәр сәнғәт оҫталарының әүҙемлеге башҡалар менән сағыштырғанда нығыраҡ һиҙелә. “Ләйсән” балалар вокаль ансамбле (Сафакүл), “Ағиҙел тулҡындары” коллективы (Шумиха) һәм “халыҡ” исемен алған “Абултай килендәре” (Абултай ауылы) һәм “Ләйсән” (Шумиха) вокаль халыҡ ансамблдәре өлкә буйынса сығыш яһай.
“Сыңрау торна” фестивале тураһында үрҙә лә әйтеп киткәйнек инде. Бынан ун дүрт йыл элек барлыҡҡа килгән был байрамда башҡорт халҡының йыр-бейеү оҫталығы ғына түгел, аш-һыу үҙенсә­лектәре лә сағылыш тапҡан. 2014 йылда Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы “Сыңрау торна”ны үткәреү өсөн 150 мең һум күләмендә грант бүлгән. Быйыл сараны Силәбе өлкәһе менән бергә күршеләр майҙанында уҙғарырға йыйына ҡурғандар. Щучье районында ойошторола башлаған “Ҡояш апай, сыҡ” фестивалендә балалар ғына ҡатнаша. Унда уҡыусылар, бәләкәстәр телмәр оҫталығын да күрһәтә. Был төр ярыштың булдырылыуы бигерәк тә яҡшы: туған телгә һөйөү ана шулай һәр даим пропагандаланырға тейеш. “Туған телем – пар ҡанатым” проекты ла Сафакүл районында үтә. Ике йыл рәттән ойошторолған был конкурсты башлаусылар октябрҙә йәнә сараны ҡабатлап, Башҡорт теле көнө байрамы уҙғарырға ла ниәтләп тора. Иң йәш ҡатнашыу­сыларға, еңеүселәргә бүләктәр алыу мәсьәләһе лә ыңғай хәл ителһен ине!
“Шәжәрә” байрамы 2014 йылдан Абултай ауылында ирле-ҡатынлы Ғәлиев­тәрҙең инициативаһы менән ойошторола. Был сарала Башҡортостан вәкилдәре лә ҡатнашҡаны бар, улар башҡорт ғаиләләренең нәҫел ептәрен барлап, уларҙың ошо ерҙең аҫаба башҡорттары икәнлеген раҫлаған документтарға нигеҙләнеп эшләгән шәжәрәләренә юғары баһа биргән. Әйткәндәй, тарихсы Закирйән Әминев үҙенең сығышында бындағы башҡорттарҙың боронғо дәүерҙәрҙән алып ошо төбәктең хужалары булыуын тарихи документтарға нигеҙләп раҫланы. “Үҙ заманында ошо фактты Иван Грозный грамота менән нығытып ҡуйған. Сафакүл, Әлмән һәм башҡа башҡорттар күпләп йәшәгән райондар – башҡорттоң үҙ ерҙәре, бының ҡәҙерен белегеҙ. Был төбәктә боронғо дәүерҙәрҙә башҡа милләттәр бөтөнләй көн итмәгән”, – тине ул. Ошо уҡ фекерҙе тарихсы Азат Ярмуллин да дауам итте. Ул видеоматериалдарға нигеҙләнеп, ошо төбәктең арҙаҡлы башҡорттары Ш.Манатов, Ғ. Таған, С. Мағазов тура­һында ентекле мәғлүмәт еткерҙе һәм төбәктә уларҙың исемен мәңгеләштереү йәһәтенән эштәр башларға кәрәклегенә баҫым яһаны. Эйе, Башҡорт автономияһы башында торған шәхестәрҙең исемен халыҡҡа яңынан ҡайтарыу эшен бөгөндән башлау зарур. Рәсәй Президенты В. Путиндың Указына ярашлы, һәр төбәктең Башҡорт­остан Республикаһы барлыҡҡа килеүгә бәйле үҙ саралар планын төҙөүе мөһим. Ҡурғандарҙың был эштән ситтә ҡалыуы мөмкин түгел – уларҙың шәхестәре Автономия башында торған.
Стәрлетамаҡ ҡалаһында уҙған “Ашҡаҙар таңдары” фольклор фести­ва­лендә лә ҡатнашҡаны бар ҡурғандарҙың. “Ләйсән”, “Бәхет” коллективтары бүләктәр, дипломдар менән ҡайтҡан. Киләсәктә лә был саралар төбәк төркөмдәренән тыш уҙғарылырға тейеш түгел. Мәсетле районында үткән Ҡумыҙсылар конкурсына ла йәлеп ителгәндәр улар. “Ялҡын” үҙәгендә ойошторолған төркөмдәр бөгөн халыҡ араһында киңерәк танылыу яулай бара.
Роза һәм Нәркис Ғәлиевтәрҙе төбәктә яҡшы беләләр. Беҙ Сафакүлдә саҡта ла район мәҙәниәт йортонда уларҙың буласаҡ концерты хаҡында ҙур иғлан эленгәйне. Ҡурғанда ғына түгел, күрше төбәктәрҙә лә төрлө мәҙәни конкурстарҙа ҡатнашып, улар башҡорт моңон тарата.
Ҡурған өлкәһе башҡорттары ҡоролтайы етәксеһе урынбаҫары Сәфәрғәли Мусин: “Беҙгә Башҡортостан яғынан иғтибар етмәй. Баш йортобоҙға ҡарап торабыҙ. Бына эшләргә теләгән йәштәр ҙә юҡ түгел, әммә Ҡурған башҡорттарының барлығын да онотоп ебәрмәһәгеҙ ине. Сараларҙы ойошторорға төбәктең һәм Башҡорт­остандың юғары даирәләре беҙгә ярҙам ҡулын һуҙыр, тип өмөт итәбеҙ”, – тине.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролта­йының баш белгесе Алһыу Сирғәлина төбәктә йәшәгән милләттәштәребеҙҙе әүҙемлеккә саҡырҙы, Мәғариф министр­лығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, ҡоролтай ебәргән методик белешмәләрҙе, китаптарҙы, уҡыу әсбаптарын тапшырҙы.
– Киләсәктә лә беҙҙе бәйләр күперҙәрҙе ата-бабаларыбыҙ бынан әллә нисәмә быуаттар элек һалып ҡуйған. Ҡурған – ул башҡорт донъяһының бер өлөшө. Әйҙәгеҙ, Башҡортостанда уҙған бер байрамдан да, конкурстан да ситтә ҡалмағыҙ. Беҙ үҙебеҙҙең яҡтан һеҙҙе ҡеүәтләргә тыры­шырбыҙ, әммә, хөрмәтле милләттәш­тәребеҙ, үҙегеҙ ҙә халҡыбыҙ мәнфәғәтенә хеҙмәт итеүегеҙҙе әүҙемләштерһәгеҙ ине! – тине Алһыу Рамаҙан ҡыҙы.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы даими рәүештә башҡорттар күпләп йәшәгән Рәсәй төбәктәренә, хатта сит илдәргә лә сәфәр ойоштора. Тарихсы­ларҙың, мәғариф белгестәренең, мәҙәниәт әһелдәренең сығышын ҡоролтай ағзалары ғына түгел, шул төбәктә йәшәгән ябай халыҡ та тыңларға тейеш. Шуға күрә киләсәктә төбәктә милләт йөҙөн, бәҫен, ҡотон һаҡлаған милләттәштәребеҙгә рухи ҡеүәт өҫтәрлек осрашыуҙарҙың йышыраҡ булыуын теләйек.


Вернуться назад