Мәжит Ғафуриҙың Өфөләге мемориаль йорт-музейында Башҡортостан Республикаһының төбәк йәмәғәт ойошмаһы — “Өсөнсө быуын халыҡ университеты” социаль үҙәге тыңлаусыларының ҡул эштәренән торған күргәҙмә ойошторолдо. Унда музей хеҙмәткәрҙәре, ҡунаҡтар, Коммунистик урамдың 39-сы йортонда урынлашҡан Халыҡ университеты директоры Рафиҡ Ғилмийәр улы Хәйҙәров, уҡытыусылар, төрлө клуб етәкселәре һәм уларҙа шөғөлләнгән пенсионерҙар ҡатнашты.— Йәмәғәт башланғысында эшләгән Халыҡ университеты 2010 йылда ул ваҡыттағы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Р. Әхмәҙинуровтың башланғысы менән булдырылды. Тәүҙә беҙ, нигеҙҙә, тыңлаусылар өсөн медицина, баҡсасылыҡ, психология, инглиз теле һәм башҡа йүнәлештәр буйынса лекциялар уҡыуҙы ойоштора инек. Ә Өфөнөң Коммунистик урамында урынлашҡан йортта майҙаны 750 квадрат метрлы үҙебеҙҙең “ҡыйыҡ” барлыҡҡа килгәс, эште төрлө йүнәлештә киңәйтеү мөмкинлеге тыуҙы, – тине Халыҡ университеты етәксеһе Рафиҡ Хәйҙәров.
Хәҙер бында пенсионерҙар өсөн ҡул эштәре буйынса “Алтын ҡулдар”, әҙәбиәт һөйөүселәргә “Шиғриәт”, шулай уҡ йыр, бейеү сәнғәте, сәләмәт тормош рәүеше менән ҡыҙыҡһыныусылар, инглиз, ғәрәп телдәрен өйрәнеүселәр өсөн тиҫтәнән ашыу клуб эшләй. Хаҡлы ялдағылар был түңәрәктәргә ҙур теләк менән йөрөй. Ойоштороусылары ла ниндәйҙер бер кәсеп-шөғөлдө үҙ иткән, иң мөһиме, барыһын да йәмәғәт башланғысында башҡарған хөрмәтле пенсионерҙар. Әйтәйек, “Алтын ҡулдар” түңәрәге етәксеһе Г. Велижанина хаҡлы ялға сыҡҡансы “Желдорпроект”та инженер-конструктор булып эшләгән. Ә уның сигеүгә әүәҫлеге бала сағынан килә. Мәжит Ғафури музейында асылған күргәҙмәгә Генриетта Велижанинаның тиҫтәнән ашыу сигеү өлгөһө ҡуйылған. Ул, нигеҙҙә, билдәле рәссамдарҙың картиналарын сатрашлап сигеүҙе үҙ итә.
Ошо уҡ клубта шөғөлләнгән 70 йәшлек Р. Вахитова иһә элек финанс өлкәһендә эшләгән. Ғөмүмән, бик үҙенсәлекле һәм ҡатмарлы тормош юлы үткән был милләттәшебеҙҙең ҡыҙыҡһыныу даирәһе бик киң: ул бәйләй ҙә, сигә лә, мәрйен менән биҙәп, төрлө паннолар, макрамэлар эшләй, сәскә үҫтереү менән мауыға. Күргәҙмәгә уның күҙ яуын алырлыҡ “Раузалар”, “Көҙгө букет” тигән сигеү өлгөләре, ырғаҡ менән бәйләнгән селтәр япмалары, йөндән бәйләнгән әйберҙәре ҡуйылған.
Әйткәндәй, Халыҡ университетында шөғөлләнгәндәрҙең эштәренән торған бындай күргәҙмәләр беренсе тапҡыр ғына ойошторолмай. “Беҙҙең эштәребеҙ “Урал” галереяһында даими күрһәтелеп тора. 2015 йылда Бөтә Рәсәй грантына лайыҡ булдыҡ. Грант аҡсаһына миллион ярымлыҡ “ГАЗель-Next” автомобиле һатып алдыҡ. Күптән түгел “ЖКА” уйыны буйынса III республика конкурсында ҡатнашып, пенсионерҙар араһында өсөнсө урынды яуланыҡ, – тип һөйләй Халыҡ университеты директоры Рафиҡ Ғилмияр улы. – Үҙ автомобилебеҙ булғас, күнекмәләрҙе үҙебеҙҙең бинала ғына ойоштороу менән сикләнмәйбеҙ, ә Өфө ҡалаһының төрлө райондарына, биҫтәләренә, шулай уҡ республиканың башҡа район-ҡалаларына барып та төрлө саралар үткәреп ҡайтабыҙ. Шулай итеп, былтыр ғына ла алты меңгә яҡын пенсионер үҙәк үткәргән төрлө сараларҙа ҡатнашҡан. Шулай уҡ беҙҙең университет етәкселеге, уҡытыусылар, тыңлаусыларыбыҙ төбәк, республика, Бөтә Рәсәй, хатта халыҡ-ара кимәлдә үткәрелгән форумдарҙа, конференцияларҙа даими ҡатнашып, ойошмабыҙҙың данын арттыра. Әле күптән түгел генә федераль “Беренсе канал”дан беҙҙең социаль үҙәк тураһында бик матур тапшырыу күрһәтелеүе тап ошо хаҡта һөйләй”.
Бына шулай, Өфөләге “Өсөнсө быуын халыҡ университеты”нда шөғөлләнгән хаҡлы ялдағы оло быуын вәкилдәре буш ваҡыттарын файҙалы үткәреп кенә ҡалмай, ә йәш быуынды үҙҙәренең йәшәү өлгөһөндә тәрбиәләүгә лә ҙур өлөш индерә. Беҙ, үҙ сиратыбыҙҙа, М. Ғафуриҙың йорт-музейында ошо Халыҡ университетында шөғөлләнгәндәрҙең ҡул эштәренән торған күргәҙмәләрҙе ҡарарға саҡырабыҙ. Әйткәндәй, унда үҙеңә оҡшаған эште һатып алырға ла була.