Инновациялы үҫеште һайлайбыҙ05.04.2017
Инновациялы үҫеште һайлайбыҙБай тарихлы һәм тәжрибәле “Башкиравтодор” акционерҙар йәмғиәте – республикабыҙҙа юл һалыу, ҡоролмалар төҙөү, уларҙы тәртиптә тотоу, төҙөкләндереү эштәрен башҡарған иң ҙур предприятиеларҙың береһе.


Бөгөн ошо ҡеүәтле комплекс ҡара­мағына 55 юл ремонтлау-төҙөү, бер Етештереүгә әҙерләү идаралығы, “Ремстройдормаш” заводы һәм уҡыу үҙәге инә. Идаралыҡтарҙың һәр береһендә асфальт-бетон заводы, лицензиялы карьерҙар, үҙәк һәм күсмә лабораториялар бар. Утыҙ ете филиалда юл һәм төҙөлөш эштәрендә файҙала­нылған инерт материалдар: ҡом-ҡырсынташ ҡатнашмаһы, таш, тупраҡ сығарыла. Илле ике карьерҙа лицен­зияға ярашлы әүҙем эш бара. Дөйөм техника паркы ла ярайһы уҡ бай. Йәмғеһе 3255 берәмек техника иҫәп­ләнә, шуларҙың 1991-е – автотранспорт, 1264-е – юл-төҙөлөш машинаһы, 76-һы – асфальт-бетон һәм 14-е ваҡлау-сортҡа айырыу ҡулайламаһы. Йәмғиәт­тең ике филиалында контейнер тибын­дағы LINTEC CSM 3000 асфальт бутау ҡулайламаһы һәм ваҡ ташлы-мастикалы асфальт-бетон сығарыу өсөн өҫтәмә ҡорамал һатып алыу техник яҡтан ҡайтанан йыһазландырыуҙа мөһим аҙым булды. Инновациялы үҫеште һайлайбыҙ
Инновацияларҙы файҙаланыу һәр компанияның тотороҡло үҫеш ниге­ҙелер, моғайын. “Башкиравтодор”ҙа ла ошо йүнәлештә даими эш алып барыла. Уңышлы проекттар бик күп, әлбиттә. Әммә уларҙың ҡайһы берҙәре хаҡында айырым әйтеп китергә кәрәктер.
Йылдың һәр миҙгелендә тиерлек юлдағы соҡор-саҡырҙы ҡаплау өсөн “Башкиравтодор” 2006 йылдан һалҡын асфальт етештерә. Башҡортостанда сығарылған яңы технология буйынса әҙерләнгән асфальтты һауа торошо һалҡын булғанда ла һалырға мөмкин. Йыллыҡ етештереү күләме 6-7 мең тонна тәшкил итә.
2010 йылда йәмғиәт битум эмульсиялар етештереүҙе үҙләш­терә. Бының өсөн заманса завод сафҡа индерелгән. Ул сығарған эмульсия юл һалғанда тупраҡ аҫтына түшәлә, шулай уҡ төҙөкләндереү эшендә лә ҡулланыла. Быйыл иһә юлдың өҫкө ҡатламы өсөн полимерҙар нигеҙендә эмульсия етештерә башлау күҙаллана.
“Башкиравтодор”ҙың уңышлы эшмәкәрлегендә тағы ла бер подразделение – Етештереүгә әҙерләү ида­ралығы ҙур әһә­миәткә эйә. Ул предприятие филиалдарын инерт материалдар, тимер-бетон изделиелар менән тәьмин итә. Өр-яңы технологиялар әүәлге арматураларҙан, иретеп йәбеш­тереүҙән баш тартыу, сығымдарҙы ярайһы уҡ кәметеү мөмкинлеген бирә. Тимер-бетон изделиелар цехы заманса ҡорамалдар менән йыһазланды­рылған. Бында продукция төр­ҙәре даими яңыртыла.
Йылайыр районының “Исҡу­жа”, Белорет районының “Абҙаҡ” карьерҙа­рында, “Амман” асфальт-бетон заводында юл һалыуҙа ихтыяж ҙур булған шаҡмаҡ ҡырсынташ сығарыла. Юлға ваҡ таш менән ҡатырғыс ҡатнашма түшәү технологияһы үҙләштерелгән. Был технология эштең сифатын байтаҡҡа яҡшыртыу мөмкинлеген бирә.
Тағы ла бер яңылыҡ – ҡа­тырғыс ҡатнашма моди­фи­каторҙары. 2015 йылда бөртөклө резина-битум ҡатнашма­һын ҡулланып ҡарағандан һуң, былтыр ул күпләп файҙаланыуға индерелгән.
– “Башкиравтодор” дәүләт һәм муниципаль ихтыяждар өсөн подряд эштәрен башҡарыу буйынса аукцион­дарҙа әүҙем ҡатнаша. Былтыр иһә 700-ҙән ашыу һатып алыу ғәмәленең 439-ында еңеп сыҡтыҡ. Аукциондар һөҙөмтәһендә дөйөм күләме 12 миллиард һумдан ашыу булған дәүләт һәм муниципаль килешеү төҙөлдө, – тине йәм­ғиәт­тең генераль директоры Фаат Ғаднан улы Хәлитов. – Быйыл һауа шарттарының ҡат­марлы булыуы арҡаһында ҡар таҙартыу техникаһы паркы ярайһы уҡ тулыландырылды. Көн һайын 600-ҙән ашыу техника берәмеге эшкә йәлеп ителде.
2016 йылдың ноябрендә ойошто­ролған аукцион һөҙөмтә­һендә Бөрө–Таҙтүбә–Һатҡы автомобиль юлын һалыуға киле­шеү төҙөлә. Республи­каның төньяҡ-көнсығышын үҙәк райондар менән тоташтырыу йәһәте­нән был участка ғәйәт ҙур әһә­миәткә эйә. Әйткәндәй, был юл Башҡортостандың 100 йыл­лы­ғына арналған объекттар исем­легенә индерелде. Рес­публикабыҙ өсөн мөһим булған тағы ла бер объект буйынса эш дауам итә. Ул – Борай–Иҫке Балтас–Көйәҙе юлы. Киле­шеүҙең хаҡы – 857 миллион һум, проект ҡеүәте – 19 километр.
Предприятие ҙур яуаплылыҡ талап иткән ҡатмарлы эштәрҙе башҡара. Уның етештереү ҡе­үәте лә, һис шикһеҙ, ҙур. Әммә уңыштың нигеҙен тәү сиратта кешеләр, уларҙың профессионализмы, тырышлығы тәшкил итә. “Башкиравтодор”ҙа тап ошондай эшсән коллектив тупланған да инде. Һәм ул яңынан-яңы мөһим төҙөлөш­тәрҙә бай тәжрибәһен ҡулла­нырға әҙер.

Фаат Хәлитов Балтас районының Яңы Янбай ауылында тыуған.
Ҡазан төҙөлөш-инженерлыҡ институтын тамамлай. Хеҙмәт юлын Бөрө юл төҙөү-ремонтлау идаралығында мастер булып башлай. Артабан “Башкирагропромдорстрой”ҙың Бөрө механизацияланған күсмә колоннаһы начальнигы вазифаһында эшләй. 1999 йылда “Башкиравтодор” предприятиеһының Бөрө юл төҙөү-ремонтлау идаралығы начальнигы итеп тәғәйенләнә. 2014 йылдан “БР юл хужалығы идараһы” дәүләт ҡаҙна учреждениеһына етәкселек итә. 2016 йылдан – “Башкиравтодор” асыҡ акционерҙар йәмғиәте етәксеһе. Фаат Ғаднан улы “Башҡортостан Республикаһында фиҙакәр хеҙмәте өсөн” һәм “Почетлы юл хеҙмәткәре” билдәләре менән бүләкләнгән, Рәсәйҙең почетлы транспорт хеҙмәткәре, “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе” тигән абруйлы исемгә лайыҡ.


Вернуться назад