Аҙыҡ-түлек етештереүҙә алдынғылыҡты һаҡлайбыҙ01.04.2017
Йылдың тәүге ике айында Башҡортостанда 54,5 мең тонна ит, 160,6 миллион дана йомортҡа етештерелгән. Был йүнәлештәрҙә үҫеш 8,6 һәм 4 процент тәшкил итә.
Һөт етештереү иһә былтырғы кимәлдә ҡалған һәм 214 мең тонна булған. 2016 йылда бөтә категориялағы хужалыҡтарҙа ит, шул иҫәптән ҡош ите етештереү 397,4 мең тоннаға еткән.
Республикабыҙ йомортҡа етештереү йәһәтенән Рәсәйҙә алдынғылыҡты һаҡлап ҡала. Илдең Ауыл хужалығы министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, был күрһәткес Башҡортостанда, шулай уҡ Ростов, Воронеж, Ярославль һәм Белгород өлкәләрендә ярайһы уҡ юғары.