Йәшелсәгә ҡытлыҡ юҡ01.04.2017
2016 йыл йомғаҡтарына ҡарағанда, теплицала йәшелсә үҫтереү күләме буйынса Башҡортостан Рәсәйҙә икенсе урынды яуланы.
Дөйөм алғанда, былтыр республикала теплицала 66,5 мең тонна йәшелсә етештерелгән. Был 2015 йыл менән сағыштырғанда 0,5 процентҡа күберәк. Шул уҡ ваҡытта ҡыярҙың уңышы 9,6 процентҡа кәмегән, помидорҙыҡы иһә 26 процентҡа артҡан.
Йәшелсә етештереү йәһәтенән Рәсәйҙә Краснодар крайы әүәлгесә беренсе баҫҡысты биләй. Унда былтыр был күрһәткес 88 мең тоннаға еткән. Икенсе урында — Башҡортостан (66,5 мең тонна), өсөнсөлә — Ҡарасәй-Черкес Республикаһы (45,8), дүртенселә — Ставрополь крайы (42,4 мең), бишенселә иһә — Татарстан (37,7 мең тонна). “Агроинвестор” журналының мәғлүмәттәре буйынса, ошо биш төбәк былтыр 280 мең тоннанан ашыу йәшелсә, йәғни ауыл хужалығы ойошмалары уңышының 34 процентын, йыйып алған.