Иң яҡшы уҡытыусы кем булыр?01.04.2017
Иң яҡшы уҡытыусы кем булыр?Теле булған илдең – тере, йәғни телен, әҙәбиәтен, мәҙәниәтен белгән илдең көслө булыуы барыбыҙға ла мәғлүм. Йәш быуындың туған телендә иркен аралашып үҫеүе тәү сиратта ғаиләгә, уҡытыусыларға, уратып алған мөхиткә, йәмғиәткә бәйле. Мәғариф министрлығы, Бөтә донья башҡорттары ҡоролтайы ла был мәсьәләгә етди ҡарай, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары ҡатнашлығында төрлө саралар үткәреп тора.

Ошо көндәрҙә Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернатында “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы-2017” төбәк-ара конкурсының II этабы үтте. Сарала Өфө, Стәрлетамаҡ, Нефтекама ҡалаларынан, Әбйәлил, Белорет, Балаҡатай, Борай, Бөрйән, Дыуан, Ейәнсура, Күгәрсен, Мәләүез, Миәкә, Туймазы, Хәйбулла райондарынан, күрше өлкәләрҙән 50-гә яҡын уҡытыусы ҡатнашты.
Тәүге көндә бәйгеселәр “Минең педагогик башланғысым” тип аталған һынауҙа үҙ проекттары менән сығыш яһаны, эш тәжрибәләре менән уртаҡ­лашты. “Оҫталыҡ дәресе”, “Мәғариф проекты” тип аталған конкурстың икенсе өлөшөндә уҡытыусылар комиссия ағзаларына оҫталыҡ дәрестәрен тәҡдим итте. Өсөнсө көндә бәйгеселәр “Уҡытыусы-лидер” һәм “Белем биреү сәйәсәте” тип аталған “түңәрәк өҫтәл”дә аралашты. Уҡытыусылар белем биреү стандарттарына, башҡорт теленең киләсәгенә, туған телде уҡытыуҙа яңы концепцияларға ҡағылышлы һорауҙарға яуап бирҙе, фекер йөрөтөү, аң-белем кимәлен күрһәтте.
Бәйгелә ҡатнашыусыларҙы филогогия фәндәре докторы, БДУ профессоры Ғиниәт Ҡунафин етәкселе­ген­дә­ге жюри ағзалары баһаланы. Си­ләбе өлкәһенең Арғаяш районынан, Ырымбур өлкәһенең Александровка районынан килгән башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларына Мәғариф министрлығының маҡтау ҡағыҙҙары һәм Бөтә донъя башҡорттары ҡорол­тайының махсус бүләктәре тапшырылды.
“Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡы­тыусыһы-2017” төбәк-ара конкурсы еңеүселәре 7 апрелдә билдәле буласаҡ. Сараны ябыу тантанаһы баш ҡаланың Конгресс-холл бина­һында үтәсәк.




Вернуться назад