Башҡорт йыры Норвегияла яңғыраясаҡ04.04.2017
“Заман” этно-проекты, Европалағы утыҙҙан ашыу илдән конкуренттарын артта ҡалдырып, “Liet international” халыҡ-ара музыкаль конкурсының һигеҙ финалсыһы иҫәбенә инде. Сара апрель уртаһында Норвегияның Кеутукейну ҡалаһында үтәсәк.
Музыкаль коллектив башҡорт телендәге “Һыуытма” йыры менән (һүҙҙәре Ф. Янбаеваныҡы, музыкаһы А. Хәмзиндыҡы) баһалама комиссияһын таң ҡалдырҙы. Композицияның стиле – этно-денс. Йырҙың “Пульсом” тип аталған рус телендәге версияһы ла бар.
– Финалға сығыуыбыҙ беҙҙең өсөн ҙур яуаплылыҡ ул. Бурысыбыҙ – юғары һөнәри кимәлдә Башҡортостанды күрһәтеү, Норвегия тамашасыһын башҡорт теле менән таныштырыу, заманса музыка һәм мауыҡтырғыс тамаша ярҙамында республикабыҙға ҡыҙыҡһыныу уятыу. Сит илдә үткәрелгән бәйгеләр – һәр саҡ ҡыҙыҡлы тәжрибә һәм сағыу тәьҫораттар, артабанғы хеҙмәттәшлек өсөн бәйләнеш булдырыу мөмкинлеге, ошондай конкурстар ойоштороу тәжрибәһен өйрәнеү. Еңеү менән ҡайтырбыҙ, бик күп ҡыҙыҡлы кешеләр менән танышырбыҙ тип ышанабыҙ, – тине коллективтың солисы Елена Мөфтәхина.
Бәйгенең шарттары буйынса, башҡарылған композиция коллективтың туған телендә яңғырарға тейеш. “Liet international” төбәктәр телен һаҡлап ҡалыу йәһәтенән Европала үткәрелгән иң ҙур сараларҙың береһенә әүерелә бара. Конкурсҡа хәҙерге Германия һәм Нидерланд биләмәһендә йәшәгән фриздар нигеҙ һалған.
Халыҡ-ара бәйгенең финалы 13 апрелдә уҙғарыла. Һуңғы этапта Германия, Франция, Норвегия, Нидерланд һәм Рәсәй музыканттары ҡатнаша.