Тарих биттәре асыла04.04.2017
Ҡырымдың Белогорск районында ҡаҙыу эштәре алып барған Башҡортостан эҙәрмәндәре йәнселгән баш һөйәктәренә тап булған. Ошо көндәрҙә улар Васильков үҙәнендәге ҡәберҙе ҡаҙа башланы. Уны эҙәрмәндәр әүәлерәк тапҡайны.

Ҡәбергә 1944 йылдың ғинуарында һәләк булған партизандар һәм ябай халыҡ ерләнгән. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында немец-румын карателдәре был ерҙә меңдәрсә кешене үлтергән.
– Ҡанлы фажиғәне онотоу мөмкин түгел, еңеү өсөн ғүмерен аямағандарҙың яҡты иҫтәлеге мәңге йәшәйәсәк, – тине Рәсәй Эҙәрмәндәр хәрәкәтенең Башҡортостандағы төбәк бүлексәһе етәксеһе Владимир Волков. – Төбәккә килгәс тә тағы ла бер ҡәберлекте таптыҡ. Унда алты кеше ерләнгән. Тағы ла 10 баш һөйәге табылды.
Эҙәрмәндәр эште дауам итә.


Вернуться назад