Ҡатын-ҡыҙҙар таға биҙәүес…04.04.2017
Өфө модельеры Саимә Хәсәнова милли башҡорт кейеме йолаларына нигеҙләнгән этник биҙәүестәр эшләй. Коллекцияның бер өлөшө баш ҡалабыҙҙа уҙғарылған “Өфө-Ладья” күргәҙмә-фестивалендә күрһәтелде. Проектты май айында дауам итеү күҙаллана.
– Биҙәүес күлдәктең дауамы булырға тейеш. Мин эшләгән күкрәксәләр өләсәйҙәребеҙҙеке кеүек кейемдең тарихи элементы ғына түгел, ә аҫыл таштар менән биҙәлгән милли стилдәге муйынсаҡты тәшкил итә, – ти Саимә Хәсәнова. – Уны тантаналарға тағырға мөмкин. Ҡайһы берәүҙәр туйға ала.
Модельер милли түшелдеректәрҙе ике йыл элек эшләй башлаған. Сәйлән менән сиккән Саимә үҙенең оҫталығын яңы йүнәлештә файҙаланырға ҡарар итә. Ҡыҙы, Башҡорт дәүләт академия драма театрының танылған актрисаһы, йырсы Ирада Ҡадирова, башҡорт эстрадаһы йондоҙҙары Әлфиә Юлсурина, Диана Ишниязова, Лилиә Ишемйәрова өсөн күлдәк теккәндә фольклор йүнәлешендәге өр-яңы идеяларҙы файҙалана. Һәр түшелдеректе эшләү бер ай самаһы ваҡытты ала. Улар сәйлән, аҫылташтар менән биҙәлгән.