Диктантта белемеңде тикшер04.04.2017
Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев республика халҡын “Тоталь диктант”та әүҙем ҡатнашырға саҡырҙы.

– Һуңғы бер нисә йылда был акция яҡшы йолаға әүерелде. Тоталь диктантта ҡатнашыу иң элек үҙеңә файҙа килтерә, рус телен белеү йәһәтенән етешһеҙлектәрҙе асыҡларға ярҙам итә. Ә улар һәр кемдә, хатта белем кимәле юғары булған кешелә лә бар, сөнки рус теле – донъяла иң ҡатмарлыларҙың береһе. “Тоталь диктант”та республика парламенты депутаттары ла ҡатнаша, – тине төбәк парламенты етәксеһе.
Сара 8 апрелдә бөтә Рәсәйҙә бер үк ваҡытта уҙғарыла. Өфөлә ул 26 майҙансыҡта, шул иҫәптән Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай йортонда ойошторола. 2017 йылғы диктант тексының авторы – Рәсәй яҙыусыһы Леонид Юзефович.


Вернуться назад