Һаҡһыҙ әйтелгән һүҙ04.04.2017
Телдең төптә урынлашыуы уйламайынса һөйләүҙән һаҡ булыу зарурлығын белгертә – һәр саҡ аҡыл алдан йөрөргә тейеш, тиелә динебеҙҙә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ошо хаҡта онотоп ебәргәндәр, хатта белмәгәндәр осрап тора. Ә уйламайынса әйтелгән һүҙ һаҡһыҙлыҡ сәбәпле атылған йәҙрәгә тиң – кешенең ғүмерен дә өҙөүе ихтимал.


...Ғаиләлә беҙ апайым менән икәү генә үҫтек. Ҡара таңдан төнгә ҡәҙәр колхозда бил бөккән әсәйебеҙҙе күрмәнек тә тиерлек. Атайыбыҙ иһә һуғыштан әйләнеп ҡайтманы.
Икәүләп кенә донъя көтәбеҙ. Апайым, үҙ иңендә ҙур яуаплылыҡ тойған­ғалыр, ир-ат кеүек ҡатынҡы холоҡло, үтә ныҡышмал булды. Малайҙар менән һуғышыуға ла әүәҫ ине. Мине, наҙлыбикәне, яҡлау маҡсатында йоҙроғон күп төйнәргә тура килде уға. Шундай апайым булыуға танау сөйөп, ышыҡта, хәстәрлектә буй еткерҙем. Ҡәҙерлем 18 йәшендә кейәүгә сығырға йыйынғас, үпкәләй-үпкәләй буҙлап илағаным һаман хәтеремдә. Йәнәһе, мине хәҙер кем ҡарар, нисек йәшәр­мен... Әсәйебеҙ колхоз ерен һөргән ваҡытта ҡазаға эләгеп, йәшләй баҡыйлыҡҡа күскәйне шул.
Һылыу, эшсән апайымдың да, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бәхете булманы. Үҙенән ун йәшкә өлкән еҙнәм, сит ирҙәрҙән көнләшеп, уны йыш рәнйетте, йыртҡыстарса туҡманы. Эсеп ала ла бола ҡуптара. Бөтөн тәне күм-күк булып, ҡуҙғала ла алмай ятҡан апайым янына көндөҙ йәшерен рәүештә генә барып, донъяһын ҡарайым, бер-бер артлы тыуған улдарын ашатып-эсерәм, ҡәҙерлемдең яраларын бәйләйем. “Апай, зинһар, айырыл иреңдән, – тип шым ғына өндә­шеп илайым. – Элекке кеүек үҙебеҙҙең өйҙә йәшәйек. Бәпестәрҙе үҫтерешермен”. Нисә тапҡыр ҡабат­лайым инде ошо һүҙҙәрҙе. Тик апайым әйткәндәремде йәнә ишетмәй кеүек. “Һиңә, һылыуым, уҡырға кәрәк, – тип шыбырлай ул. – Минең өсөн ҡайғырма. Йәшәрмен... Үҙең хаҡында уйла”.
Өгөтләй торғас, барыбер ҡалаға ебәрҙе мине. Тәүҙә эшләп, унан әҙерлек курсына йөрөп, медицина институтына индем. Ҡалала үҙ тормошомдо ҡорҙом, уҡыуҙы тамамлағандан һуң һәйбәт эшкә урынлаштым. Апайымды хат-хәбәрҙән өҙмәнем, унан да һирәк булһа ла яуап алғыланым. Буй еткереп килгән өс улы өҫтөнә эсеп йөрөп ҡазаланған ирен ҡарай ине ул. Ҡулдары юҡ хәҙер еҙнәмдең, төптән ҡырҡып алынған. Рәнйеү төшкәндер... Шундай һынауға дусар булһа ла, һаман яуызлығын сәсеүҙән, апайымды тел менән рәнйетеүҙән туҡтамай икән. Был хаҡта килгән-киткән ауылдаштарҙан ишетә йөрөйөм. Ҡайтам тим дә, аяҡтарым тартмай. Барыбер бер ни ҙә үҙгәртә алмая­саҡмын бит.
Йылдар үтте. Апайымдың улдары, һөнәри белем алып, үҙаллы донъя ҡорҙо. Көндәрҙең береһендә еҙнәм­дең үлеп ҡалыуы хаҡында хәбәр килеп етте. Ирен ерләп тә өлгөрмәҫтән, апайым аяҡтан йығылған, үҙен ҡалаға оҙатҡандар, ти. Белешә башланым. Онкологияла икән апайым...
Бына уның баш осонда ултырам. Карауатта ел осороп алып китерҙәй ябыҡ, ҡураныс кәүҙәле, сикәләре эскә батҡан апайым ята. Сәстәре ап-аҡ, йөҙөндә – бураҙналар. Ә бит саҡ ҡырҡ биш йәше тулды... Эйе, хәҙер бихисап дауалау саралары үтергә тейеш ул: нур, химия терапиялары, операция... Бирешмәҫ апайым! Быға тиклем дә ниндәй һынауҙарҙы үтте, артабан да һығылып төшмәҫ!
Шулай булды ла. Барыһын да ҙур сыҙамлыҡ менән үткәрҙе, операцияны көтөргә ҡалды. Дауахана биләмәһенә сығып йөрөйбөҙ, һөйләшеп һүҙебеҙ бөтмәй. Сирлеләрҙең күпселеге оҡшаш яҙмышлы икәнен аңлаған апайым үҙен яңғыҙ тоймай. Киләсәккә пландар ҡора, күңел төпкөлөнә “сумып”, тормошҡа ашмаған хыялдарын барлай. Әйтерһең, күҙе асылып, яңынан йәшәй башланы.
– Төнө буйы шуны уйлап яттым әле: әйҙә, тыуған нигеҙебеҙҙе йүнәтеп алайыҡ! – тип яңы тәҡдим менән ҡаршыланы ул мине сираттағы иртәлә. – Малайҙар, иҫкеһен һүтеп ташлап, бәләкәй генә булһа ла өй күтәреп бирһә, башҡаһын үҙем йүнләрмен. Ғаиләң менән ҡайтып, рәхәтләнеп ял итеп йөрөрһөгөҙ. Ауылды кейәүҙең дә, балаларҙың да күргәне юҡ бит. Операция ғына үтһен. Ҡайтыу менән шул эшкә тотонормон...
Ә мин илап ебәреүҙән саҡ тыйылып торам. Хәйер, төн буйы һыҡтап, күҙҙәремдә йәш кипкәндер ҙә. Кисә дауахананың бүлек мөдире шылтыратып, йөрәк өҙгөс хәбәр еткерҙе. Апайымдағы яман шеш шул уҡ кимәлдә ҡалған, бәләкәйләнмәгән, етмәһә, икенсеһе барлыҡҡа килгән – операция яһап булмай торған урында. Артабан дауалау барыбер һөҙөмтә бирмәйәсәк. Табиптар бер нисек тә ярҙам итә алмай. Бүлек мөдире сирлегә был хаҡта әйтмәҫкә, “операция аҙағыраҡҡа тәғәйенләнде, әлегә ҡайтып торорға рөхсәт иттеләр” тип ялғанлап булһа ла, өмөт-ышанысын һүндермәҫкә кәңәш бирҙе. Һәйбәтләп тәрбиәләгәндә, өс-дүрт ай, бәлки, унан да күберәк йәшәйәсәк әле...
Мин ошо уйҙарға сумғанмын, ә апайым һөйләй ҙә һөйләй. Баҡсаны киңәйтергә, уңышты мул биргән ҡарағаттың төптәрен арттырырға кәрәк. Мунсаны ла яңынан һалды­расаҡ... Тап шул саҡта апайымды дауалаған табип килеп инде.
– Ниндәй мунса тураһында һөйләп ятаһың? – тип ҡәнәғәтһеҙлек менән йөҙөн сирҙы ул ғәҙәтенсә. – Һиңә эҫегә инергә ярамай тип әйтмәнемме һуң? Ә бына ауылға, ысынлап та, ҡайтасаҡһың...
Табип апайыма ҡырыҫ тауыш менән бер тынала бөтөн дөрөҫлөктө еткерҙе. Күҙ алдым ҡараңғыланып, һис ни ишетмәҫ хәлгә төштөм. Иҫемә килгәндә, теге ҡатын сыҡҡайны, ә апайым карауатында ап-аҡ булып өнһөҙ-тынһыҙ ята ине. Элекке ҡиәфәттә. Бер нөктәгә төбәлгән күҙҙәре нурһыҙ, өмөтһөҙ. Ни тип әйтергә лә белмәй, алдына һығылып төштөм...
Ошо көндән алып бер ай ҙа йәшәмәне ҡәҙерлем. Зарланмай-һыҡтамай китте, һыҙланыуҙарға тешен ҡыҫып түҙҙе. Ярты йылдай булһа ла йәшәү, тормош матурлығына һөйөнөү, хыял ҡанатында осоу мөмкинлеге бар ине лә бит. Бәлки, Хоҙайҙың хикмәте менән бөтөнләй шәбәйер ҙә ине. Һаҡһыҙ әйтелгән һүҙ өмөттәрен һүндермәһә...






Вернуться назад