Табип белемле булһын!04.04.2017
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, донъяла дауалап булмаған насар сирҙәр бихисап. Медицина бер урында тормаһа ла, әлегә кешелек барлыҡ сирҙәрҙе еңеү кимәленә етмәгән.
Буллез эпидермолиз – шул иҫәптән. Сирҙең үҙенсәлеге – тире аҙ ғына ышҡылыуға ла бик һиҙгер була, туҡтауһыҙ ҡыуыҡтар һәм яралар барлыҡҡа килә, улар сейләнеп, һыҙырылып кешегә иҫ киткес михнәт кисерергә мәжбүр итә. Был һирәк генетик ауырыу 50-100 мең балаға берәүҙә осрай, ваҡытында ҡуйылған диагноз, дөрөҫ дауалау һәм махсус саралар ҡулланыу (бәйләү материалдары, кремдар) сирленең тормошон еңеләйтә.
Күптән түгел ошо сиргә дусар булғандарҙы дауалаған табиптарҙың белемен камиллаштырыу маҡсатында Рәсәй төбәктәрендәге табиптар өсөн махсус программа тормошҡа ашырыла башланы.
Тәүге семинарҙар Рязань, Грозный, Вологда, Ҡазан, Краснодар, Симферополь, Өфө, Төмән, Барнаул, Нерюнгри ҡалаларында үткән. Программаны тормошҡа ашырыусылар белдереүенсә, тәүҙә бөтә Рәсәйҙән 400-ләп табип белемен камиллаштырасаҡ тип күҙалланһа, семинарҙарҙа ҡатнашыусыларҙың һаны ике тапҡырға артып киткән. “Беҙҙең төп маҡсат – буллез эпидермолиз менән сирләгәндәргә квалификациялы, ваҡытлы ярҙам күрһәтергә өйрәтеү. Бының өсөн иң тәүҙә белемле, квалификациялы табиптар әҙерләү зарур”, – ти “Б.Э.Л.А. Балалар-күбәләктәр” мәрхәмәтлек фонды етәксеһе Алена Куратова. Һәр хәлдә ошо проблемаға иғтибарҙың артыуы, ил кимәлендәге саралар ойошторолоуы сирлеләрҙә өмөт уята.