“Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы” бәйгеһе быйыл айырыуса йәнле һәм сәмле барҙы. Конкурсанттарҙың ярышҡа ныҡлы әҙерлеге, уларҙың араһында сит төбәк вәкилдәренең, ир-аттың байтаҡ булыуы, яңы номинацияларҙың был ҡаҙанышта роле ифрат ҙур.
Бәйгегә йомғаҡ 31 мартта яһалды. Мәғариф өлкәһе хеҙмәткәрҙәре генә түгел, туған телебеҙҙе һаҡлау һәм үҫтереү, яңы быуынды тәрбиәләү теләге менән янған һәр кем өсөн берҙәй матур байрамға әүерелгән күркәм тантана М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында үтте.
— Быйылғы конкурстың төп үҙенсәлеге бәйгеселәрҙең һөнәренә заманса һулыш, яңылыҡ индерергә ынтылыуында булды, — тине республиканың мәғариф министры Әлфис Ғаязов. — Һынау тотҡан барлыҡ уҡытыусының да хеҙмәте, тәжрибәһе ҙур баһаға, педагогик йәмғиәттә киң файҙаланылырға лайыҡлы.
Белем биреүҙең яңы стандарттарында башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрен юғары кимәлдә алып барған һөнәр эйәләренең оҫталығын, фиҙаҡәрлеген жюри ағзалары ла билдәләне. “Ошондай маҡсатлы, тырыш, ижади эшләүсе уҡытыусыларыбыҙ булғанда, телебеҙ, милләтебеҙ мотлаҡ үҫәсәк”, — тигән ышаныста улар.
Конкурстың абруйы, әһәмиәте йылдан-йыл арта, тип билдәләне сығыш яһаусылар. Тимәк, бәйгеселәргә лә талап көсәйә. Быйыл уларға, асыҡ дәрес, оҫталыҡ кластарынан тыш, яңыса педагогик тәжрибәһен яҡлау, “Беҙҙән һуң нимә ҡала?” тигән темаға лекция һөйләү, фекер алышыуҙа ҡатнашыу, ғөмүмән, һәләтен
һәр яҡлап күрһәтеү мөмкинлеге булдырылды. Һөҙөмтәлә конкурсанттар “Педагогиканың өмөтлө киләсәге”, “Телһөйәрҙе ил һөйәр”, “Сәсән телле уҡытыусы”, “Күңелемдә — халыҡ ынйылары”, “Һөнәремә тоғро ҡалам”, “Йөрәгемде балаларға илтәм”, “Иң яҡшы инновациялы проект”, “Өлгөлө дәрес”, “Юғары педагогик оҫталыҡ” тигән номинацияларҙа билдәләнде. Сит өлкәлә йәшәгән милләттәштәребеҙҙә туған телгә һөйөү тәрбиәләүгә күп көс һалған уҡытыусылар — Ырымбурҙан Мәрүәр Дәүләтова, Һамарҙан Зөбәйҙә Хәмиҙуллина менән Гөлнур Һаҙыева, Силәбенән Гүзәл Фазылова менән Ләйсән Әбдрәхимоваға айырым иғтибар бүленде. Уларға республика Мәғариф министрлығының Почет
грамотаһы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының махсус бүләге тапшырылды.
Республиканың “Башҡортостан” һәм “Киске Өфө” гәзиттәре, Мәғариф министрлығының “Остаз” электрон журналы бәйгеселәргә үҙ призын булдырҙы. Беҙҙең гәзиттең бүләгенә Ағиҙел ҡалаһынан Ирина Вилданова менән Илеш районынан Ғәлиә Мөхәмәтова лайыҡ булды. Матбуғат менән тығыҙ бәйләнештә булғандары, ярҙам ҡулын һуҙырға һәр саҡ әҙер тороуҙары өсөн уҡытыусыларға рәхмәт әйтелде, киләсәктә лә бергә ҡалырға ышаныс белдерелде.
Артабан иң тулҡынландырғыс мәл — бәйгенең еңеүселәрен билдәләү ваҡыты етте. Бына улар — Р. Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернатынан Рәсилә Аллағолова, Стәрлетамаҡ районынан Әҡлимә Ибәтуллина, Әбйәлил районынан Радик Өмөтҡужин, Баймаҡ ҡалаһынан Сафа Ишҡыуатов һәм Ишембай ҡалаһынан Рифат Әйүпов. Еңеүселәр араһында өсәүҙең көслө зат вәкиле булыуы айырыуса һөйөндөрҙө, был — конкурс тарихында үҙенсәлекле ваҡиға. Ә инде гран-при Рифат Әйүповҡа
тапшырылғас, бәйгенең мәртәбәһе, абруйы тағы ла бер баҫҡысҡа күтәрелде, белем биреү системаһының ир-ат ҡулында бермә-бер нығынырына, үҫеренә ышаныс артты.
— Заманында, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһынан тыш, юрист һөнәрен дә үҙләштергәйнем, — ти Рифат Әйүпов. — Юғары уҡыу йортонан һуң хеҙмәт юлымды шул өлкәлә башланым. Әммә балаларға һөйөүем тиҙ арала мәктәпкә алып килде. Бына 15 йыл уҡытыусы һөнәренә тоғромон, уҡыусыларым янына көн дә ашҡынып, һағынып киләм. Яратҡан эшең булыуы, хеҙмәтеңә иғтибар тойоу — ҙур бәхет ул.
Күркәм байрамға балаларҙың, танылған сәхнә оҫталарының сағыу сығыштары йәм өҫтәне.
Дилбәр ИШМОРАТОВА