Композитор ейәне фильм төшөрә28.03.2017
Башҡорт композиторы Хөсәйен Әхмәтовтың ейәне Башҡортостан хаҡында фильм төшөрәсәк. Фәрхәт Әхмәтов — композитор Морат Әхмәтовтың улы, бала сағынан Лос-Анжелеста (АҠШ) йәшәй, Мәҙәниәт университетында сәнғәт тарихынан уҡыта. Ул Өфөгә — олатаһы менән атаһының тыуған яғына буласаҡ проекты өсөн мәғлүмәт тупларға килгән.
Фәрхәт Өфө дәүләт сәнғәт институтында һәм республиканың төп концерт ойошмаһында – күренекле олатаһының исемен йөрөткән филармонияла булған. Башҡорт мәҙәниәте тураһында фильмды коллегаһы – режиссер Эва Портер менән бергә әҙерләй. Улар фильмды апрель аҙағында Өфөлә төшөрә башлаясаҡ. “Арғымаҡ” төркөмө, Милли халыҡ уйын ҡоралдары оркестры ҡунаҡтарҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уятҡан.
– Беҙҙе халыҡ ижады ла, профессиональ сәнғәт тә ҡыҙыҡһындыра. Әле бик күп мәҙәниәт эшмәкәрҙәре менән танышабыҙ, мәғлүмәт йыябыҙ, – ти Фәрхәт. – Ҡаланың мәҙәни мөхите беҙгә көс-дәрт, илһам өҫтәй.