Алдап торалар – алданып торабыҙ28.03.2017
Был хаҡта күпме генә иҫкәртмәһендәр, йәмғиәттә кеше алдап аҡса эшләүселәр булған һәм буласаҡ, сөнки һәр ваҡыт бер мутлашыусыға ике ышаныусы табылып тора, ҡыҙғанысҡа ҡаршы. Бәғзеләр ҡапҡанға еңел аҡса көҫәп ҡапһа, икенселәре күрәләтә “минең менән бер нәмә лә булмай ул” тигән нигеҙһеҙ инаныу аша эләгә. Ҡайһы берәүҙәр нәфсеһен тыя алмай, “күршем отҡан бит, минең ни ерем кәм” тигән ышаныс менән шикле хәлдәргә тарый.

Бынан ике йыл самаһы элек республикала һәм башҡа төбәктәрҙә һигеҙ меңдән ашыу кешене төп башына ултыртҡан финанс пира­ми­даһы – “Древпром”ды яптылар. Уның хужа­һы Евгений Сундуковты (быға тиклем мутлашыу өсөн ике тапҡыр хөкөм ителгән) һәм уның бер нисә әшнәһен ҡулға алдылар, тик­шереү эше һаман бара. Пирамиданың эшмә­кәрлегенән күргән зыян күләме бер нисә йөҙ миллион һум менән иҫәпләнә.
Фирма 2011 йылда ойошторолған, Башҡорт­ос­танда һәм Рәсәйҙең ҙур ҡалаларында 85 офисы эшләгән. Кеше алдап, еңел юл менән аҡса эшләүселәр клиенттарҙы банктағы кредиттарын ябыу мөмкинлеге менән ылыҡтыр­ған, бындай хеҙмәт күрһәтеүҙе займ хаҡының 25-30 проценты күләмендә баһалаған...
Енәйәт эше асылғас, компания һәм уның хеҙмәткәрҙәре иҫәбендәге 124 миллион һумлыҡ күсемһеҙ һәм башҡа мөлкәт, техника ҡулға алынған. Шәхсән Евгений Сундуковтың өйөндә генә хоҡуҡ һаҡлау органдары бер нисә сумаҙан аҡса, ике пакет алтын әйберҙәр, сәғәттәр коллекцияһы тапҡан. Шулай уҡ фирма исеменә 56 затлы автомобиль теркәлгән бул­ған... Ҡыҙғаныс, әммә быларҙың барыһы ла үҙ белдеге менән мутлашыусыларға хәләл аҡсаһын тотоп килгән кешеләр иҫәбенә һатып алынған.
Шулай ҙа... “Древпром” тарихы онотолоп та өлгөрмәне, еңел аҡса артынан ҡыуыусылар уның даны иҫәбенә яңы тоҙаҡ ҡорорға ла өлгөргән: Интернет селтәрендә “Древпром-онлайн” исемле ойошма барлыҡҡа килгән, ул да, теге билдәле фирма төҫлө, кешеләрҙең кредиттарын ябыу хеҙмәте менән ылыҡтыра, юғары процентлы килем вәғәҙә итә. Виртуаль ойошма мәғлүмәт эшен киң йәйелдергән – Интернеттағы сайттарҙан тыш, социаль сел­тәрҙәрҙә махсус биттәре бар, кеҫә телефондары аша ла смс-хәбәрҙәр таратылып тора, ымһындырғыс, баш әйләндергес реклама алтын тауҙар вәғәҙә итә.
Башта компания үҙенең эшмәкәрлегенең төп йүнәлеше тип халыҡтан финанс йыйыуҙы һәм юғары дивидендтар түләүҙе билдәләһә, бер ни тиклем ваҡыттан һуң сайтта эре бизнес-проекттарҙа өлөшләтә ҡатнашыу, кредит­тарҙы ябыу мөмкинлеге биреү хаҡында вәғәҙәләр барлыҡҡа килде. Схема ябай: сайтта теркәлеп, билдәле сумманы компания иҫәбенә күсереү фарыз. Унан, йәнәһе, һеҙгә юғары дивиденд түләнәсәк, ул бығаса банктан алған кредитығыҙҙы ҡапларға ла, бай тормошта йәшәргә лә етәсәк.
Әкиәт, тиһегеҙме? Әлбиттә! Әммә ыша­ныу­сылар табылып тора. Иҫегеҙҙә тотоғоҙ: еңел һәм тиҙ юл менән килемде арттырып булмай! “Буштың атаһы үлгән” тип юҡҡа әйтәләрме ни? Миллионлаған кешеләрҙе төпһөҙ кәмәгә ултыртҡан “МММ” компа­нияһын ғына хәтерегеҙгә төшөрөгөҙ – гениаль аферист Сергей Мавроди ойошторған финанс пирамидаһы мутлашыуҙың һәм кешеләрҙе алдауҙың жанр классикаһына әүерелгән... Әйткәндәй, был әҙәм үҙ эшмәкәр­легенең уңышын бик ябай аңлата: барыһы ла кешеләрҙең ҡомһоҙлоғонан һәм еңел юл менән тиҙ байырға теләүенән килә, ти. Бер кемде лә көсләмәнем – һәр кем аҡсаһын үҙе теләп килтерҙе, тип тә өҫтәй. Һуң, аҡыллыраҡ булайыҡ, йәмәғәт!
Финанс пирамидаһын ҡайһы саҡта тәүге ҡарамаҡҡа айырып та булмай. Тәүге бил­дәһе – компанияның устав капиталы юҡ. Икенсеһе – дивидендтар түләү яңы килгән кешеләр иҫәбенә тормошҡа ашырыла. Унан тыш, эш­мәкәрлеккә бер ниндәй ҙә гарантия бирмәйҙәр һәм, ғәҙәттә, бындай ойошма­ларҙың финанс операциялары үткәреүгә лицензиялары булмай. Нимә генә тимә, был бизнес һәр йәһәттән хәүефле, сөнки теләһә ҡайһы ваҡытта сылбыр­ҙың өҙөлөүе һәм иғәнә индереүселәрҙең бер нимәһеҙ ҡалыуы ихтимал. Ойоштороу­сылар­ҙан тыш, әлбиттә. Финанс ағымы менән улар идара итә һәм, ғәҙәттә, барлыҡ килемде үҙ кеҫәләренә һала.
Әйткәндәй, мутлашыусыларҙың эшмә­кәрле­ге һәм фантазияһы һис кәмемәүен иҫәпкә алып, күптән түгел баш ҡалала “Берҙәм Рәсәй” партияһы ағзалары оло йәштәгеләрҙе мут­лашыусыларҙан ҡурсалау маҡсатында “түңәрәк өҫтәл” ойошторҙо, унда Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы, Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы, башҡа профилле ведомство, йәмәғәтселек вәкилдәре ҡатнашты. Проблема көнүҙәк – грамоталы, белемле кешеләр ҙә ҡайһы саҡта мутлашыу­сыларҙың ҡорбаны булып ҡуя, алдаҡсылар кешеләрҙе көндәлек мәшәҡәттәр араһында үҙ тоҙағына ҡаптыра. Мәҫәлән, юғары сифатлы һыу фильтрҙары тәҡдим итһендәрме, һыу, газ иҫәпләү приборҙарын тикшерһен­дәрме, банк карталарына бәйле ғәмәлдәр уйлап сығарһындармы – һеҙҙең иҫәпкә байырға йыйынған енәйәтселәрҙең намыҫы юҡ, әммә алымдары күп, фантазияһы сикһеҙ. Шуға һәр тәҡдимгә, яңылыҡҡа шикләнеп ҡарарға өйрә­негеҙ. Бер кем дә күҙ асып йомғансы байы­маған – буш сыр тик тоҙаҡта ғына икәнлеген онотмайыҡ.



Вернуться назад