Батырға ла был кәрәк...28.03.2017
Нормаһыҙ эшкә – яңыса ял нормалары

Эштән ҡара кис еткәнсе ҡайта алмайһығыҙмы? Юғары күрһәткестәр һәм камил һөҙөмтә талап иткән етәкселек ял көндәрендә лә эшләргә мәжбүр итәме? Нормаһыҙ эш көнө бар хәлегеҙҙе, ваҡытығыҙҙы аламы? Улайһа, Рәсәй Дәүләт Думаһында ошо көндәрҙә ҡараласаҡ яңы закон проекты тап шул категорияға ҡараған граждандарҙың мәнфәғәтен яҡлаясаҡ, Хеҙмәт кодексына төҙәтмәләр индерелгән осраҡта, тейештән артыҡ эшләгәндәрҙең яҙмышы ыңғай үҙгәрештәр кисерәсәк.



Эш шунда: ЛДПР партияһы депутаттары Дәүләт Думаһының вице-спикеры Игорь Лебедев менән берлектә нормаһыҙ эшләгән граждандар өсөн 15 көнгә тиклем өҫтәмә түләүле ял бирергә, шулай уҡ ауырлы ҡатын-ҡыҙҙарҙы, бәлиғ булмағандарҙы һәм һаулыҡ торошо насар булғандарҙы өҫтәмә эшләтеүҙе бөтөнләй тыйырға тәҡдим итә. Закон проекты кисә Рәсәй Дәүләт Думаһы ҡарамағына сығарылды, артабан ул тикшереләсәк, депутаттар уның буйынса фекер алышасаҡ.
Яңылыҡ авторҙары фекеренсә, әлеге ваҡытта нормаһыҙ эш көнө үҙенсәлектәрен көйләгән ҡануниәт төрлө сәбәптәр буйынса хеҙмәтсәндәрҙең законлы хоҡуҡтарын яҡламай. Рәсәй Хеҙмәт кодексының 101-се статьяһына ярашлы, нормаһыҙ эш көнө – үҙенсәлекле эш режимы. Уға ярашлы, ҡайһы бер хеҙмәткәрҙәр эш биреүсенең фарманы буйынса, кәрәк булғанда, айырым осраҡта, төп эш сәғәттәренән тыш һөнәри бурыстарын үтәүгә йәлеп ителеүе ихтимал. Әммә был ваҡытынан тыш эшләү тип билдәләнмәй, уның өсөн өҫтәмә түләү ҡаралмаған. Закон проектына ҡағылышлы документтарҙа: “кәрәк булғанда” һәм “айырым осраҡта” тигән билдәләмәләр баһалау категорияһына ғына ҡарай, ҡануниәт тә, суд ғәмәле лә был һүҙҙәр буйынса хатта яҡынса ориентир бирмәй”, – тиелгән.
Унан тыш бөгөнгө ҡануниәт нормаһыҙ эш көнөнә кемдәрҙе йәлеп итеү мөмкинлеген аныҡ билдәләмәй, төп эш ваҡытынан тыш көс түккән ваҡыт күләме менән бының өсөн бирелгән өҫтәмә ялдың оҙонлоғо араһында бер ниндәй ҙә бәйләнеш юҡ. Ғәмәлдәге законға ярашлы, өс көнлөк өҫтәмә ялды йыл буйы бер тапҡыр ҙа төп эш ваҡытынан тыш һөнәри бурыстарын үтәүгә йәлеп ителмәгән хеҙмәткәр ҙә, шулай уҡ, мәҫәлән, 200 һәм, бәлки, унан да күберәк сәғәткә артыҡ эшләгән кеше лә алыуы ихтимал.
Ошо проблемаларҙы хәл итеү өсөн закон проекты 101-се һәм 119-сы статьяларҙы яңы редакцияла ҡабул итергә өндәй. Төҙәтмәләр ҡабул ителгән хәлдә, нормаһыҙ эш көнөн алдан күҙаллаған эш биреүсе коллектив килешеүҙә өҫтәмә эшкә йәлеп ителәсәк хеҙмәткәрҙәрҙең вазифаһын һәм ниндәй осраҡта бының мөмкин икәнлеген күрһәтергә тейеш. Атап әйткәндә, яңылыҡты тәҡдим иткән депутаттар ауырлы ҡатындар, бәлиғ булмағандар һәм һаулыҡ торошо насар булғандар нормаһыҙ эш көнөнә бөтөнләй йәлеп ителергә тейеш түгел тип иҫәпләй.
Шулай уҡ ҡануниәткә төҙәтмә индерергә тәҡдим итеүселәр, норманан тыш эш ваҡыты йылына 120 сәғәттән артмаҫҡа; артҡан осраҡта был нормаһыҙ эш көнө тип иҫәпләнергә һәм бының өсөн махсус компенсация ҡаралырға тейеш, тип белдерә. Атап әйткәндә, был осраҡта өҫтәмә түләүле ял биреү мөмкинлеге, уның өс көндән ун биш көнгәсә булыу ихтималлығы күҙ уңында тотола.


Ләйсән АЛТЫНБАЕВА, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәре:

– Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙҙең тармаҡта сәғәттәрҙе һанап ҡына эшләү мөмкин түгел – торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре йыл әйләнәһенә хәрәкәттә. Бигерәк тә ҡыш көнө, ҡар яуып, юлдарҙы таҙартырға кәрәкһә, штаттан тыш хәлдәр тыуғанда, яҙғы өмәләр осоронда хеҙмәтсәндәр нормаһыҙ эшләй. Артыҡ эш сәғәттәре өсөн ҡайһы ваҡыт буш көн алып булһа, күпселек осраҡта бындай тырышлыҡ иҫәпкә алынмай. Ғәмәлдәге ҡануниәт буйынса өҫтәмә ял бирәләр, әммә тәҡдим ителгән төҙәтмәләргә ярашлы, ул һәр хеҙмәткәрҙең артыҡ эшләгән ваҡыты күләменән сығып билдәләнһә, күпкә ғәҙелерәк буласаҡ.

Дамир ЯХИН, шәхси предприятие хеҙмәткәре:

– Депутаттарҙың тәҡдиме шәп, әлбиттә. Был закон тормошҡа ашыр тип ышанғы килә. Мин эшҡыуарға ялланып эшләйем, аҡса башҡарылған эштең күләменә һәм сифатына ҡарап түләнә. Ә быны рәсми эш ваҡытында башҡарып өлгөрҙөңмө, әллә офистан ҡайтмайынса ҡалып теүәл­ләнеңме – етәксегә мөһим түгел. Хеҙмәт хаҡына зарланмайым, әммә ҡайһы саҡта уны алыу өсөн миңә ял күрмәйенсә, шәхси тормошҡа ҡул һелтәп, тәүлек әйләнәһенә тип әйтерлек эшләргә тура килә. Ялды өҫтәмә рәүештә түгел, тейеш булғанын да алыуы ҡыйын, күп осраҡта бүлеп-ярып бирәләр. Дәғүә белдереү урынһыҙ – “оҡшамаһа, ана бара юлың”, тиҙәр.


Вернуться назад