Кисә Дим биҫтәһендә йәшәүсе балалар һәм ата-әсәләр өсөн ифрат һөйөнөслө ваҡиға булды. Өс йыл төҙөкләндереүҙә булғандан һуң 102-се башҡорт гимназияһы яңынан үҙ ишектәрен асты.
60 йыллыҡ тарихҡа эйә мәктәп 2009 йылда уҡ капиталь ремонтҡа тип ябыла. Төрлө сәбәптәр арҡаһында төҙөлөш эштәре оҙаҡҡа һуҙыла. Дим районында башҡорт телен өйрәнеү үҙәге булған 102-се гимназия ябылғас, уҡыусыларға һәм уҡытыусыларға ауырға тура килә. Улар өс йыл 113-сө мәктәптә өйҙәш булып уҡырға мәжбүр булды. Тик республика етәкселегенең ярҙамы менән генә ул тиҙ арала эшләнеп бөттө. Бинаны яңыртыу һәм йыһаздар өсөн 150 миллион һум аҡса тотонолдо. Төҙөлөш эштәрен “БашРегионСтрой” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте башҡарҙы.
— Бынан өс ай элек, төҙөлөштөң туҡтап ҡалыуын белгәс, Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовҡа мөрәжәғәт иттек. Ул хәлде аңланы һәм яҡын арала аҡса табып эште тамамлап ҡуйырға бойорҙо. Бына бөгөн, ниһайәт, яңыртылған гимназияға аяҡ баҫабыҙ. Был — Өфөлә быйыл асылған социаль әһәмиәтле биналарҙың тәүгеһе, — тине мәктәпте асыу тантанаһында Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Ирек Ялалов.
Дим районы хакимиәте башлығы Зөфәр Хәкимов әйтеүенсә, быйыл район үҙенең 125 йыллығын билдәләйәсәк. Шуға күрә уның социаль инфраструктураһын яҡшыртыу йәһәтенән саралар күреләсәк. Был — яңы мәктәп һәм балалар баҡсаһы, юлдар һәм юл сиселеше, “Орион” мәҙәниәт һарайына реконструкция яһау һәм башҡалар. Уҡыусыларҙы һәм педагогтарҙы республиканың мәғариф министры Әлфис Ғаязов та ҡотланы.
Шулай ҙа яңы мәктәпкә иң ныҡ шатланғаны балалар ине. Иркен, яҡты һәм йылы бинаға хәҙер улар үҙҙәре хужа. 5 меңдән ашыу квадрат метрлыҡ майҙанда 504 бала белем аласаҡ. Шулай уҡ уҡыусылар өсөн иркен спорт, уҡыу һәм тамаша залдары, ҙур ашхана, табип һәм стоматолог кабинеттары, ритмика залы бар. Мәктәп директоры Дамир Әхмәтйәнов ҡунаҡтарҙы яңы бина менән таныштырҙы, уҡыусыларҙың уңыштары һәм ҡаҙаныштары тураһында һөйләне.
Әлфиә ӘЙҮПОВА