Илһөйәрлек тәрбиәләү – мөҡәддәс бурыс27.03.2017
Үҙ илеңдең патриотын тәрбиәләү – ул күп яҡлы хеҙмәт. Балала илһөйәрлек тойғоһо үҙенән-үҙе генә барлыҡҡа килмәй, эҙмә-эҙлекле эш алып барғанда ғына ул формалаша. Сибайҙа йәш быуынды Ватанға һөйөү рухында тәрбиәләүгә ныҡлы иғтибар бүленә. Ҡаланың 5-се мәктәбе был йәһәттән бай тәжрибә туплаған. Элекке традицияларҙы ҡайтарыу һәм йәштәргә гражданлыҡ-патриотик тәрбиә биреү, хәрби хеҙмәткә әҙерләү йәһәтенән мәктәптә 2001 йылда “Батырлыҡ” хәрби-патриотик клубы булдырыла.
Йәш быуынға төплө белем биреү, уны үҙаллы тормошҡа әҙерләү менән бер рәттән, егет һәм ҡыҙҙарҙы ватансылыҡ һәм илһөйәрлек рухында тәрбиәләү мәсьәләләре уртаға һалып тикшерелә. Кадет клубы – ысын мәғәнәһендә ғорурлығыбыҙ.
Бында тәрбиәләнгән ҡыҙ һәм егеттәр, белем алыу менән бер рәттән, Ватан һаҡсылары булып үҫә, үҙаллы тормошҡа әҙерлекле, ныҡлы рухлы булып аяҡ баҫа. Йәштәр әрме тормошоноң бар нескәлектәрен үҙләштерә: сафта атлау, автоматтан атыу, уставты, граждандар оборонаһы элементтарын өйрәнеү кеүек мөһим талаптар аша үтә. Аныҡ көн тәртибе үтәлә, бөхтәлек һәм таҙалыҡ урынлаштырыла. Кадеттар хәрби форма кейеп йөрөй.
“Ватансылыҡ – тыуған илгә, ергә, уның халҡына, теленә, диненә, тарихы һәм мәҙәниәтенә ҡарата һөйөү. Тыуған илгә мөхәббәт хисе һәм тыуған ил үҙе – юғары ҡиммәттәр, кеше өсөн иң изге, ҡәҙерле төшөнсәләр. Йәш быуында тотороҡло патриотик, юғары рухи-әхлаҡи сифаттар, ысын граждан итеп тәрбиәләү – төп бурыс”, – тигән фекерҙә ололар.
Йәш быуынды ватансылыҡ рухында тәрбиәләү мәсьәләһе һәр ваҡыт иғтибар үҙәгендә. Йәмғиәтебеҙ өсөн төплө белемле һәм рухлы граждандар әҙерләү менән бергә милли-мәҙәни традицияларҙы һаҡлап ҡалыуҙа ла өлкән быуындың өлөшө ифрат ҙур, һәр ветеран йәш быуынды тәрбиәләүгә үҙ өлөшөн индерә. Ҡалалағы “Фронтташ әхирәттәр” клубы, ҡала ветерандар советы, Чечнялағы хәрби хәрәкәттәр ветераны Руслан Сафиуллин – йыш ҡунаҡтар. Тормош тәжрибәһенә эйә өлкәндәрҙең файҙалы һәм урынлы кәңәше үҫмерҙәргә бер ваҡытта ла артыҡ булмай. Малай һәм ҡыҙҙарҙың йәмәғәт эшенә һәм үҙаллылыҡҡа өйрәнеп үҫеүенә булышлыҡ итә, уларҙа үҙ-үҙеңде хеҙмәтләндереү, үҙешмәкәрлек, үҙаллы ойошоу һәм үҙидаралыҡ кеүек киләсәк тормош өсөн кәрәкле сифаттар тәрбиәләй.
“Ватансылыҡ рухында тәрбиәләгәндә, иң беренсе, йәш быуындың донъялағы, илдәге, төбәктәге дөйөм сәйәси хәлде, ҡуйылған маҡсаттарҙы, был тәңгәлдә үҙеңдең патриотик бурысыңды, Ватандың намыҫын һәм мәнфәғәттәрен һаҡларға, яҡларға әҙер булыу кеүек социаль һәм әхлаҡи сифаттарҙы үтәүе кәрәк”, – ти полковник, ветерандарҙың ҡала Советы етәксеһе Рәшит Иҙрисов.
Кадеттар төрлө быуын, төрлө вәкил кешеләре менән осрашып ҡына ҡалмай, үҙҙәре лә ватансылыҡ темаһына төрлө проекттар әҙерләй, сығыш яһай. Ватан өсөн ғүмерен аямай фиҙа ҡылған яҡташтарыбыҙ бихисап. Тап ошо ҡаһармандарыбыҙ үҫеп килеүсе быуынға батырлыҡ һәм илһөйәрлек өлгөһө булып тора. Намыҫ, хөрмәт, тәртип, иптәшлек хисе, әҙәп һүҙҙәренең мәғәнәһен яҡшы аңлаған кадет клубы тәрбиәләнеүселәре, ошоларҙы иҫкә алып, тематик сәғәттәр үткәрә, уларға оҡшарға тырыша.
Спорт һәм ватансылыҡ берҙәм, улар бер-береһен тулыландыра, йәш быуынды тағы ла көслөрәк итә тигән фекер менән тулыһынса килешә балалар. Буш ваҡыттарында спорт менән шөғөлләнәләр, мәктәптең йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашалар, өҫтәмә дәрестәргә йөрөйҙәр. Үткәрелгән төрлө спорт сараларында, мәҙәни конкурстарҙа, ярыштарҙа беҙҙең кадеттарҙың өлөшө бик ҙур. Бөйөк Еңеү көнөнә арналған хәрби парадта ла беҙҙекеләр төп көстө тәшкил итә.
Кадет клубы етәксеһе Рәшит Иҙрисов әйтеүенсә, кадеттар үҙҙәрен яҡшы яҡтан ғына күрһәтеп, артабан кәрәкле белгестәр булып китә, хәрби хеҙмәттә элиталы ғәскәрҙәргә эләгеүҙәре лә улар өсөн оло ҡыуаныс. Армиянан егеттәрҙең ата-әсәләренә Рәхмәт хаттары килеү ҙә шул турала һөйләй.