Көҙгө моңдар – күңел байрамы27.03.2017
“Алевтина Вәлиева – беҙҙең өсөн үтә ҡәҙерле исем. Ул әҙәби берекмәбеҙҙең өлкән ағзаһы, уның терәгенә әүерелгән аҡыллы кәңәшсеһе, һәр саҡ әҙәби саралар уртаһында ҡайнаған һүҙ оҫтаһы, йәш быуынға ҙур йоғонто яһаусы тынғыһыҙ тәрбиәсе. Уның йәмәғәтсе булараҡ башҡарған эштәре, халҡыбыҙға булған сикһеҙ мөхәббәте тураһында яҙһаҡ, үҙе бер китап булыр ине”, – ти филология фәндәре кандидаты, Силәбе ҡалаһында күп йылдар дауамында эшләп килгән “Аҡмулла” әҙәби берекмәһе етәксеһе, яҡташ шағирәбеҙ тураһында
Ҡамса Мортазин.


Алевтина үҙенең иҫтәлектәрендә шул ваҡыттағы кисерештәрен бына нисек тасуирлаған: “Һылыу Әй, сәңгелдәгем минең! Һинең талғын тулҡындарың 1937 йылдан бирле минең таланған һәм яраланған йәнемде тирбәтә, сөнки алты йәшемдә минең өсөн яҡты донъя түңкә­релгәндәй булды. Аяҡ терәп баҫырлыҡ урын ҡалмағандай тойолдо, ҡурҡыныс тынлыҡ, бушлыҡ... Ҡурҡыу тойғоһо есемемде солғап алһа ла, йәнемде һындыра, рухымды тартып ала алманы.
Ҡурҡыуымды кеше араһына сығып, тәбиғәт менән аралашып, бигерәк тә хеҙмәткә намыҫлы ҡарашым менән еңдем.
Ғорур Ыласынташ ҡаяһы күңелемдә ышаныс тыуҙырҙы, тынғылыҡ бирҙе, аңым­ды таҙартты. Ниндәй тынлыҡ! Бында ғына минең тәнем дә, йәнем дә ял итте. Илһам килде күңелемә! Көсһөҙлөктән ҡайҙа таянырға, һалҡындан ҡайҙа йәшенергә белмәгәндә, тыуған ерем миңә таяныс булды, ҡот осҡос һынауҙарҙан һаҡланы...
Был донъяның гүзәллеге! Тыуған ерҙең тартыуы ҡалай көслө! Ниндәй изгелекле халыҡ йәшәй ошо мул, иркен ерҙә! Кеше һәм ер – был Хоҙайҙың иң бөйөк ижады!”
Силәбе ҡалаһына күсеп килгәс, Алевтина Нурулла ҡыҙы Тракторозавод районы башҡарма комитетында хеҙмәт иткән, артабан сит телдәр уҡытыусыһы булып эшләгән.
Берекмәгә ағза булып килгәненән бирле, Әлфиә Вәлиеваның шиғырҙары төрлө әҙәби журналдарҙа баҫылды. “Силәбе шишмәләре”, “Һөйөнсө”, “Область вдохновения”, “Аҫылташтар йыйыр саҡ”, “Силә­бе башҡорттарының әҙәби антологияһы” кеүек йыйынтыҡтарҙа донъя күреүе – шуға асыҡ миҫал. 75 йыллыҡ юбилейына ша­ғирә “Көҙгө моңдар” исемле тәүге китабын әҙерләне.
Уның лирикаһын анализлап, шағирәнең рухташы һәм әҙәби юлдашы Ҡамса Мортазин “Силәбе эшсеһе” тигән рус телендәге гәзиттең “Башҡорт” битендә түбәндәге фекерҙе еткергән: “Көҙгө моңдар – шағи­рәнең күңел байрамы”.
Лирикаһының үҙәге – яҙ һәм көҙ мотивтары. Был ике миҙгел йыр һәм нур менән тулы булған кеүек, уның шиғ­риә­тенән дә яҡтылыҡ һәм йылылыҡ бөркөлөп тора. “Яҙ йыры”, “Яҙ тыны”, “Күңелем яҙы”, “Яҙ бүләге”, “Ҡыштар үтте...”, “Сихри тойғо” кеүек шиғырҙары шуны дәлилләй.
“Ағиҙелкәй һыуы булһам, урғылыр, ярһыр инем”, “Үҙем башҡорт, Салауат тоҡомонан”, “Эшләһәң, эш ҡарышмай”, “Йырлы ғүмер – илгә мәртәбә”, “Һөйләй элек – тыңлай бел”, “Егет булһа – ут бул­һын, әйткән һүҙе уҡ булһын” – был юлдар йөрәк теле менән әйтелгән ысын шиғри һүҙ. Уларҙа лирик геройҙың үҫеше һәм өлгөрөү кимәле сағылған, уй-теләк ынтылыштар асып бирелгән. Халыҡсан, милли колоритлы ижад икәнлеген билдәләй.
Шағирәне йөрәк менән аҡыл берҙәй етәкләгән. Ул әҙәби сараларҙа телмәр тот­һа, тамашасыны үҙенә тамам арбай. Аҡмулла, Бабич, Мостай Кәрим, Рәшит Ниғмәти, Рәми Ғарипов һәм башҡа башҡорт шағирҙарының шиғырҙарын бер тынала яттан уҡый. Шуға ла уны таң һәм тын ҡалып тыңламау мөмкин түгел. Уның ошо һәләте генә лә башҡалар өсөн оло бер өлгө!
Шағир – ул иң элек шәхес. Шағирәнең ижадында миһырбанлыҡ, шәфҡәтлелек тулы сағылыш тапҡан. Уның кешелек сифаттары һоҡландыра. Ҙур тормош тәж­рибәһе туплаған шағирәбеҙ менән һикәл­тәле юлдарҙы үтеүе лә күңелле булды. Ул үҙе нисек йәшәһә, шулай яҙа...
Әлфиә Вәлиева “Аҡмулла” әҙәби берек­мәһенең әҙәби консультанты булып ихлас эшләне, башлап яҙыусы йәштәргә илһам ҡанаттары ҡуйҙы.






Вернуться назад