Витаминдар27.03.2017
Витамин һүҙе латин телендәге vita тигәндән алынған. Ул “ғүмер”ҙе аңлата, йәғни витаминдар тормош өсөн бик мөһим. Кәрәкле матдәләр. Уларҙың күпмелер өлөшөн ҡоштар аҙыҡтан ала. Төп витаминдар булып А, В, Д һанала.

Организмда витамин етешмәгәндә ҡоштар ауырыуҙарға тиҙ бирешә, авитаминоз барлыҡҡа килә. Был үҙ сиратында йәш ҡоштарҙың үҫешен тотҡар­лай, тиҙ генә һалҡын тейә, рахитҡа, йоғошло ауырыуҙарға бирешәләр. Ҙурҙарының йомортҡа һалыуы тотҡарлана. Йомортҡалары себеш сығарыуға, инкубацияға бармай.
А витаминын “үҫеш витамины” тип тә йөрөтәләр, йәғни ул етешһә генә йәштәре ныҡлы үҫә ала. Төп сығанағы булып йәшел ҡуҙаҡлы үҫемлектәр тора. Шулай уҡ кишерҙә, кәбеҫтә, ҡабаҡ, кукуруз, шыттырылған һоло менән арпала, кесерткән, бәпембәлә күп.
Д витамины иһә башҡа матдәләрҙе үҙләштереүҙә алыштырғыһыҙ. Ул етешмәһә, тауыҡтар ҡабыҡһыҙ йо­мортҡа һала. Йәштәрендә рахит ауырыуы (һөйәктәрҙең ҡыйшайыуы, дөрөҫ үҫешмәүе) барлыҡҡа килә. Әгәр ҡоштар тышта йөрөһә, йәйен ул витаминды бирмәһәң дә була, сөнки ҡояштың уль­трафиолет нурҙарынан үҫемлектәр, үлән уны үҙҙәре барлыҡҡа килтерә. Д витаминының төп сығанағы булып балыҡ майы, сүпрә тора. Ҡышын бигерәк тә балыҡ майы файҙалы. Уны ҡош башына көнөнә 1-1,5 грамм иҫәбенән аҙыҡҡа ҡушалар.
В витамины нервылар өсөн кәрәк. Ул етешмәһә йәки булмаһа, ҡоштарҙы фалиж (паралич) һуғыуы бар, тар­тышыуҙары мөмкин. Бындай витамин сүпрәлә, һөттә, балыҡ майында, шыттырылған игендә һәм тамыраҙыҡ­тарҙа күп. Ҡышҡылыҡҡа үҫемлек ҡалдыҡтарынан силос әҙерләп ҡуялар. Уны көнөнә 20-30 грамм биреү мөһим.


Вернуться назад