Минераль аҙыҡтар27.03.2017
Ҡышҡы һалҡындар үтеп, яҙ айҙары башланды. Тышта шул тиклем рәхәт – өйгә инге лә килмәй. Кешеләр генә түгел, бар тәбиғәт яҙға ҡыуана. Һыйырҙар мөңрәй – тиҙерәк ҡуранан сыҡҡылары килә. Ҡояш нурында иҙерәп, әрһеҙ сәүкәләрҙән йөндәрен йолҡторалар, ҡысыныуҙан арыналар. Һарыҡ-кәзә лә тышҡа тартыла. Тауыҡтар боҫ сығарып яна ғына башлаған тиреҫтә тибенә.
Яҙҙың тағы бер яғы: мал-тыуарға, ҡош-ҡортҡа витамин етмәй башлай, авитаминоз барлыҡҡа килә. Был сағында ҡоштарға ниндәй минераль ҡушымталар, аҙыҡтар кәрәк икән? Ошо хаҡта бер аҙ бәйән итәйек.
Минераль матдәләр етмәгән осраҡта ҡоштар ауырыуҙарға тиҙ бирешә. Әгәр ҙә тауыҡтар иркендә йөрөһә, ҡар аҫтынан сыҡҡан ерҙә тибенһә, улар үҙҙәре кәрәкле минералды таба. Ә инде ябыҡ торһалар йәки ситлектә аҫралһа, ул сағында кәмендә кальций, фосфор, натрий тәшкил иткән өҫтәмәләрҙе әҙерләп ҡуйырға кәрәк.
Кальций (са) ҡоштарҙың һөйәк төҙөлөшө, йомортҡа ҡабығын нығытыу өсөн бик кәрәк. Уның төп сығанағы: ҡабырсыҡтар, аҡбур, йомортҡа ҡабығы, ағас көлө, электән иҙелгән эзбиз.
Фосфор (Р) – шулай уҡ һөйәктәргә бик кәрәк матдә. Бынан тыш, ул организм тарафынан башҡа матдәләрҙе үҙләштерергә ярҙам итә. Ул бигерәк тә һөйәк ононда күп. Шулай уҡ ҡушымталарҙан монокальций фосфат, дикальцифосфат, трикальцифосфат һәм фосфорин ҡулланырға мөмкин.
Натрийҙың (Na) ҡоштарҙа матдәләр үҙләштереүҙә лә файҙаһы ифрат ҙур. Төп сығанағы – аш тоҙо. Ләкин шуны иҫтә тотоу мөһим: тоҙҙо күп бирергә ярамай, шуға ла көнөнә ҡош башына бер грамдан артыҡ һалмайҙар.