Мал, ҡош-ҡорт аҫраған һәр хужаның ҡул аҫтында тиҙ ярҙам күрһәтеү өсөн дарыуҙары, башҡа кәрәк-ярағы булырға тейеш. “Дарыухана”ға ниндәй препараттар һалынырға тейеш һуң? Яҡынса тәү кәрәккәндәрен һанап сығайыҡ. - өс процентлы водород перекисы йәки гидроперит таблеткалары;
- дарыухана аҡ сәскәһе (ромашка);
- “зеленка” (бриллиантовый зеленый);
- лимон кислотаһы (Страуд иретмәһе);
- бер генә тапҡыр ҡулланылған шприцтар;
- стакан, пипетка, ҡайсы, еп…
Ҡалған препараттарҙы, кәрәкле әйберҙәрҙе урындағы ветеринар менән һөйләшеп тулыландырыу мөһим. Хәҙер уларҙы алыр өсөн махсус магазиндар һәр районда бар. Һис булмаһа, район ветеринар станцияларынан алып була.