Ниндәй иҙән йәйергә? Уйлап ҡараһаң, хәҙер мөмкинлектәр бик күп. Һеҙгә бер нисәһен тәҡдим итәбеҙ.Паркет иҙән. Оҙаҡ йылдар хеҙмәт итһен тиһәгеҙ, уны йәйеп отолмаҫһығыҙ. Әлбиттә, хаҡы “тешләшә”. Уның ҡарауы матур ҙа, алда әйткәнсә, оҙаҡҡа ла етә. Хатта балаларығыҙ үҫеп, үҙҙәре ғаилә ҡорғансы ла. Ваҡыт үткәндән һуң, паркетты шымартып, лаклап яңыртырға ла мөмкин.
Ламинат. Беренсе ҡарашҡа ул имән таҡталарҙан йәйелгән иҙәнде хәтерләтә. Йәбештермәйенсә генә бер-береһенә беркетелгән был иҙәнде күсенгән осраҡта ла анһат ҡына алып китергә мөмкин. Ламинат эҫегә сыҙамлы. Шунлыҡтан, һис икеләнмәйенсә, уға стеналарҙы яҡтыртыу өсөн ҡулайлаштырылған заманса галоген яҡтыртҡыстар ҙа беркетеп ҡуйырға була.
Заманса линолеум. Бик күптән билдәле материал ул. Хәҙерге ваҡытта был экологик яҡтан таҙа линолеум тағы ла замансараҡ дизайнда яңыртылып эшләнә. Ул йылыны һаҡлаусы, үҙенә электр йыймаусы гигиеник материал булараҡ отошло. Бындай иҙән айырыуса аллергиялы кешеләр өсөн ҡулайлы. Быға аптырарлыҡ түгел, сөнки линолеумдың төп компоненты — етен майы. Унан тыш, линолеум ыҫмала, сүс, ағас һәм эзбиз оно кеүек экологик таҙа тәбиғи ҡушылмалар ҡатнашмаһында яһала. Өҫтәүенә хәҙер линолеумдың юғары сифатлы итеп эшләнгән, һыу үткәрмәүсе ҡатламлылары ла бар.
Сифатлы йөн ҡатламлы иҙән. Бындай иҙән аллергиянан интегеүселәр өсөн дә яраҡлы. Магазиндарҙа уларҙың төрлө төҫтәгеләре бар. Үҙе матур, үҙе йомшаҡ, үҙе йылы. Ул күптәрҙең күңеленә хуш килерлек.