Буштың атаһы үлмәгән!03.04.2012
Ошо көндәрҙә АҠШ-ты лотерея биҙгәге ялмағайны. Ниһайәт, ил тарихындағы иң ҙур отоштоң хужалары асыҡланды.
Эш шунда: илдәге "Mega Millions" тип аталған иң популяр лотереяларҙың береһендә джек-пот бығаса булмаған ҙур суммаға – 640 миллион долларға еткәйне. Бәхетте һынап ҡарау өсөн 56 һандан бишеһен белергә һәм Мега-шарҙың һанын әйтергә кәрәк булған. Ихтималлыҡ күрһәткесе 176 миллионға берәү булыуға ҡарамаҫтан, Мэриленд, Канзас һәм Иллинойс штаттарында йәшәгән өс кешегә бәхет йылмайған, һәр ҡайһыһы 213-әр миллион долларға эйә булған. Ә билет хаҡы 1 доллар ғына тәшкил иткән.


Вернуться назад