Сифатлы йомортҡа — һау себеш...27.03.2017
— Ишетеүемсә, ҡош аҙығына сүпрә ҡушһаң, уның йомортҡа һалыуын арттыра икән...
— Аҙыҡты В витамин төркөмөн арттырыу өсөн сүпрәләйҙәр. Бер килограмм тарттырылған игенгә 1,5-2 литр йылы һыу һәм 5-10 грамм икмәк бешереү өсөн ҡулланылған сүпрә һалалар. Сүпрәне лә һыуҙа иретәләр. Ҡатнашманың температураһы 22 градус йылы тотола. Һәр сәғәт һайын болғатылып, буталып торола. Ә инде 6-9 сәғәт тигәндә ҡайнатма әҙер була. Сүпрә яһау ваҡытында ҡатнашмаға ваҡлап, бешерелгән тамыраҙыҡтар, картуф һалһаң, тағы ла яҡшыраҡ була.
— Беҙ инкубатор алғайныҡ, ләкин уны тултырып, йомортҡа ҡуйыр өсөн ваҡыт кәрәк. Йомортҡаларҙы нисә көн эсендә йыйыу талап ителә икән?
— Инкубацион йомортҡаларҙы үҙ хужалығыңдағы ҡоштарҙан көнөнә ике тапҡыр йыялар. Йомортҡалар таҙа булырға тейеш. Бысраҡ ҡабыҡтың ваҡ ҡына тишектәренән үтеп инеп, буласаҡ яралғыны микрофлора менән зарарлауы һәм үлтереүе мөмкин. Шуға йомортҡаны йыумайҙар, ә кәрәккәндә ҡоро сепрәк менән генә һөртәләр.
Әгәр һеҙгә йомортҡаларҙы бер нисә тиҫтә километр алыҫлыҡтан алып ҡайтырға тура килһә, насар юлдарҙа бик һелкетмәҫкә тырышығыҙ. Һелкенгәндә йомортҡа һарыһын тотоп тороусы епсәләрҙең өҙөлөүе бар.
Шулай итеп, йомортҡаларҙы инкубаторға ҡуйыр алдынан нисә көн үтергә мөмкин? Яуап бик ябай: ни тиклем тиҙерәк, шул хәтлем яҡшыраҡ. Норма буйынса тауыҡ менән өйрәк йомортҡаларын — 5-6 көн, күркәнекен — 7-8 көн, ҡаҙҙыҡын 10 көн һаҡлайҙар. Йомортҡалар һаҡланған бүлмәлә йылылыҡ 8-12 градус, дымлылыҡ 75 процент булырға тейеш.



Вернуться назад