Әҙерҙе генә һатасаҡтар27.03.2017
Илебеҙҙә яңы йорттарҙағы фатирҙарҙы эске биҙәкләү эштәрен башҡармайынса һатыуҙы тыйыуҙары бар. Ҡануниәткә был хаҡта үҙгәреш индерергә Рәсәйҙең төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Михаил Мень тәҡдим итте.
– Яңы фатирға күскәндәргә йыш ҡына йылдар буйы ремонт тауышына һәм подъездағы төҙөлөш ҡалдыҡтарына түҙергә тура килә, – тине министр. Ул етәкләгән ведомство белгестәре әйтеүенсә, бөгөн илебеҙҙә биҙәлеш менән файҙаланыуға тапшырылған йорттар бик аҙ, шуға ла мәсьәләне ҡануниәт кимәленә күтәреүҙәре осраҡлы түгел. Әммә башланғыс тәүҙә эксперттар берләшмәһе, девелоперҙар һәм архитекторҙар тарафынан тикшерелергә тейеш.
Ипотека бюроһы директоры Камилә Фазылова әйтеүенсә, Өфөләге төҙөүселәр араһында фатирҙарҙы эске биҙәлеш эштәрен башҡармайынса файҙаланыуға тапшырыу киң таралмаған. Ҡайһы бер яуаплы компаниялар ремонт эштәре аҙағына тиклем еткерелгән торлаҡты әллә ни арттырылмаған хаҡҡа тәҡдим итә.