Мәҙәниәттәр берләштерә27.03.2017
М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының инновация майҙансығы булған Бәләбәй башҡорт гимназия-интернатында башланғыс класс уҡытыусыларының күп мәҙәниәтлелек шарттарында белем биреү маҡсатындағы дәрестән тыш эшмәкәрлеккә арналған ғилми-ғәмәли семинары уҙҙы.
Бәләбәй районының мәғариф системаһы эшмәкәрлегендә йолаларға һәм яңы асыштарға һәр саҡ берҙәй әһәмиәт бирелә. “Бөгөн халыҡтарҙың мәҙәни ҡиммәттәрен һаҡлап ҡалыу – мәктәп уҡыусыларына тәрбиә биреү йәһәтенән тәү сираттағы бурыс”, – тиелде семинарҙа. Әйткәндәй, 2016 йылдың октябрендә ҡалалағы башҡорт гимназия-интернаты “Полимәҙәни мөхит шарттарында башланғыс класс уҡыусыларында ижади әүҙемлекте үҫтереү” темаһы буйынса Башҡорт дәүләт педагогия университетының селтәрле инновация майҙансығына әйләнгәйне.
Әлеге йыйындың маҡсаты – башланғыс класс уҡытыусыларын тәрбиә һәм белем биреү өлкәһендәге инновациялы алымдар менән таныштырыу. Уларҙы Башҡорт дәүләт педагогия университеты ғалимдары әҙерләгән һәм Бәләбәйҙәге башҡорт гимназия-интернатында һынаған. Семинар барышында II класс уҡыусылары менән дәрестән тыш эш уҙғарыу өсөн “Өфө ҡалаһының иҫтәлекле урындары” һәм “Бәләбәй ҡалаһы буйынса сәйәхәт” тигән оҫталыҡ дәрестәре күрһәтелде. Башланғыс класс уҡытыусылары полимәҙәни аралашыу шарттарында кластан тыш эш ойоштороу, уҡыусыларға был йәһәттән тәрбиә биреүҙә ғаиләнең әһәмиәте, дәрестән тыш шөғөлләнеүҙә төбәк үҙенсәлектәре тураһында докладтар менән сығыш яһаны.
— Кластан тыш эш – уҡытыу-тәрбиә биреү процесындағы төп нигеҙҙәрҙең һәм уҡыусыларҙың буш ваҡытын ойоштороу формаларының береһе ул. Бәләбәй башҡорт гимназия-интернаты уҡыусылары өсөн үҙ һәләттәрен үҫтерергә, төрлө мәҙәниәтлелек юҫығында фекерләп өйрәнергә, йәмғиәткә уңышлы яраҡлашырға, милли йолаларҙы һәм ҡиммәттәрҙе үҙләштерергә мөмкинлек биреүсе киңлек булдырылды, — тине семинарҙың ғилми етәксеһе, педагогия фәндәре кандидаты, Башҡорт дәүләт педагогия университетының башланғыс белем биреү теорияһы һәм методикаһы кафедраһы доценты Екатерина Савельева.