Уяулыҡты юғалтырға ярамай27.03.2017
Республика Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәтенә һылтанып, “Башинформ” мәғлүмәт агентлығы белдереүенсә, Башҡортостандың барлыҡ райондарында ла һыу баҫыу эҙемтәләрен бөтөрөү өсөн авария бригадалары төҙөлгән, техника һәм махсус ҡорамалдар әҙер.
— Һуңғы йылдарҙа республикала ташҡынға бәйле хәл тыныс булыуға ҡарамаҫтан, уяулыҡты юғалтырға ярамай, сөнки быйылғы яҙ элеккеләренән айырыла, — тигән Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Марат Мәһәҙиев ташҡынға ҡаршы республика комиссияһының Стәрлетамаҡтағы күсмә ултырышында.
“Башгидромет” мәғлүмәттәренә ҡарағанда, былтыр көҙ тупраҡтағы дым һәм быйыл яуған ҡар запасы күп йыллыҡ уртаса күрһәткестәрҙән юғары булған. Быйыл ташҡындың уҙған йылдағыға ҡарағанда һуңыраҡ башланыуы ихтимал. Ләкин барыһы ла ҡарҙың нисек иреүенә бәйле, ти белгестәр.
Әлеге ваҡытта Башҡортостандың барлыҡ райондарында йорттар тикшерелә, һыу баҫыуы ихтимал булған урындарҙа йәшәгән балаларҙың, яңғыҙ ҡарттарҙың, түшәктә ятҡан сирлеләрҙең һәм йөклө ҡатын-ҡыҙҙарҙың иҫәбе алына.
Әйткәндәй, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы белгестәре Өфөнөң һыу баҫыу зонаһына ингән биҫтәләре исемлеген төҙөгән. Күптәргә мәғлүм булыуынса, яҙ һайын Ағиҙелдең иҫке үҙәне ташыу һөҙөмтәһендә Козарез ҡасабаһына илткән юл һыу аҫтында ҡала. Бының өсөн йылғаның аҙ ғына күтәрелеүе лә етә. Әгәр ул 900 сантиметрға етһә, Кооператив ялан биҫтәһендәге 524 йорт, шул иҫәптән 34-се мәктәп һәм поликлиника биләмәһе һыу аҫтында ҡаласаҡ.
Ҡариҙел йылғаһының 750 сантиметрға тиклем күтәрелеүе Калинин районындағы “Йылға таңдары” профилакторийына юлды ябасаҡ. 950 сантиметрға еткән хәлдә иһә Максимовкала, Шакшала, Инорс биҫтәһендә йәшәгән 865 кешегә хәүеф янай.
“Башинформ” агентлығы хәбәр итеүенсә, яҙғы ташҡынға ҡаршы сараларҙы ойоштороу өсөн 7,5 меңдән күберәк кеше, 1,5 меңдән ашыу берәмек техника һәм йөҙөү ҡулайламаһы йәлеп ителгән.