Әсәлек капиталына — машина27.03.2017
Киләсәктә әсәлек капиталына машина ла һатып алырға рөхсәт итеүҙәре бар.

Үҙәк гәзиттәр хәбәр итеүенсә, әлеге дәүләт ярҙамынан тәрбиәгә балалар алған, инвалид балалар ҡараған һәм күп балалы ғаиләләр генә файҙалана аласаҡ. Проект авторҙары уларға һигеҙ урындан да күберәк булмаған яңы автомобиль алыуға рөхсәт бирергә тәҡдим итә. Документ ҡабул ителә ҡалһа, илдең машина эшләү тармағына ла ыңғай йоғонто яһаясаҡ. Һаулыҡ һаҡлау комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Федот Тумусов белдереүенсә, ҡайһы берәүҙәр өсөн, бигерәк тә Рәсәйҙең төньяҡ райондарында йәшәгәндәргә, машина — берҙән-бер йөрөү сараһы. Инвалид балалы, тәрбиәгә бала алған, яңғыҙы бала ҡараған әсәй йәки атай әсәлек капиталы иҫәбенә машина һатып алһа, ғаиләнең тормош сифатын күпкә яҡшыртыр инек, ти ул.



Вернуться назад