Утыҙ йәштә лә һалдат?!27.03.2017
Рәсәй Дәүләт Думаһының оборона комитеты хәрби хеҙмәт йәшен 30 – 35-кә еткерергә тәҡдим итә. Был хаҡта парламенттың көҙгө сессияһында фекер алышмаҡсылар.

Комитет башлығы Владимир Шаманов әйтеүенсә, ҡайһы бер депутаттар, комитет ағзалары 27 йәшкә ҡәҙәр генә армияға алыныуҙы хәрби хеҙмәттән ситләшеү менән көрәштә һөҙөмтәһеҙ алым тип һанай икән. “Шуға күрә киләсәктә армияға алыныу йәшен 30-ға, хатта 35-кә ҡәҙәр еткереү мәсьәләһен ҡарарға кәрәк”, — тигән ул “ТАСС” агентлығына.



Вернуться назад