Һыу ҡәҙерен беләйек27.03.2017
Күптән түгел Бөтә донъя һыу ресурстары көнө билдәләнде. Рәсәйҙә был дата 1995 йылдан үткәрелә. Республикала һыу сифатын һәм һыу менән тәьмин итеү хәүефһеҙлеген Башҡортостан буйынса Роспотребнадзор идаралығы күҙәтә.

Идаралыҡтан хәбәр итеүҙәренсә, эсәр һыу менән республика халҡының 92,03 проценты тәьмин ителгән. Роспотребнад­зор йыл әйләнәһенә 2228 үҙәкләште­релгән һыу бүлгесте тикшереп торған. Һыу сифаты һаулыҡҡа хәүеф килтерерлек булмаған. Шулай ҙа тикше­реү һөҙөмтәһендә 330 административ хоҡуҡ боҙоу осрағы буйынса штраф һалынған. Һыу үткәргестәренең етешһеҙ­лектәре буйынса 238 осраҡта административ штраф һалынған, уның дөйөм күләме 1 миллион 525 мең һум тәшкил иткән. Судҡа 91 эш оҙатылған. Йыш күҙгә салынған етешһеҙлектәр башлыса эсәр һыуҙың сифатына, һыу сығанағының санитар торошона ҡайтып ҡала.
Мәҫәлән, 2015 йылда “Рәсәй Феде­рацияһы биләмәләрендә һыу менән тәьмин итеү системаларын пландан тыш тикшереү” тураһында ҡарар ҡабул ителгән. Уға ярашлы, Башҡортостан буйынса 120 тикшереү үткәрелгән. 79-ы – эсәр һыуҙы таҙартыу һәм таратыу объекттарында, 38-е балалар һәм үҫмерҙәр эшмәкәрлеген алып барыусы ойошма­ларҙа, өсәүһе – шифаханаларҙа. Был тикшереүгә “Башҡортостандың гигиена һәм эпидемиология” ойошмаһы хеҙмәт­кәрҙәре лә йәлеп ителгән. Тикшереү һөҙөмтәһендә санитар ҡануниәт һәм ҡулланыусыларҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса 877 закон боҙоу осрағы теркәлгән. Һөҙөмтәлә административ хоҡуҡ боҙоу йәһәтенән 259 эш асылған, дөйөм күләме бер миллион һумдан ашҡан 242 административ штраф һалынған. Был миҫал эсәр һыу менән тәьмин иткән мәлдә белгестәрҙең үҙ эштәрен ни тиклем иғтибарлы һәм ентекле башҡарыуы тураһында һөйләй.
Эсәр һыуҙың бысраныуын иҫкәртеү өсөн яҙғы ташҡын мәлендә Өфөлә генә меңләгән тикшереү үткәрелә. Белгестәр һыу сифатына ҡағылған бер осраҡты ла күҙ уңынан ысҡындырмай һәм Роспотребнадзорҙың эшендә был йүнәлеш мөһим һанала.




Вернуться назад