"Ата-әсә" тиерлектәре бармы?03.04.2012
Брянскиҙа 11 мартта юғалған 9 айлыҡ Аня Шкапцованы эҙләүҙәрен хәбәр иткәйнек инде.
Рәсәй Тәфтиш комитеты вәкилдәре белдереүенсә, баланы "урлағанға" тиклем үк уны атаһы һуғып үлтергән, сабыйҙың кәүҙәһен тыуған ауылы эргәһендәге яланда яндырған һәм мәйет ҡалдығын өләсәһенең ҡәберенә күмгән. Енәйәтте йәшереү маҡсатында, "әсәй" һәм "атай" исемен йөрөткән ике әҙәм аҡтығы "баланы урланылар" тигән уйҙырма уйлап сығарған, эҙҙәрен юйырға маташҡан. Кескәй Аняны меңдән ашыу полиция хеҙмәткәре, башҡа көс структуралары вәкилдәре, ябай кешеләр эҙләгәнсе, вәхшиҙәр намыҫ ғазабын кисермәйенсә, ҡәҙимге тормош алып барған, күңел асырға ла өлгөргән. Әле улар ҡулға алынған.


Вернуться назад