Тарихҡа һәм йолаға таянып йәшәйек27.03.2017
Эльвира Ишморатованың “Стихия” студияһы Өфөнөң ике дизайнеры Александра Хисаметдинова менән Сәймә Хәсәнованың моделдәрен күрһәтергә ниәтләй. Сара ВДНХ-Экспо майҙансығында 29 мартта үтәсәк.

— Ҡатын-ҡыҙ матурлығының сиге юҡ, ә этника үҙе бер мөғжизә. Беҙ хәҙерге тормошта тарихҡа ла, йолаларға ла урын булыуын иҫбатларға теләйбеҙ. Заманса тенденциялар юҫығында халыҡ тарихын сағылдырыу — өр-яңы тренд. Ул һис шикһеҙ уңыш яулаясаҡ, — ти проектты ойоштороусылар.
“Стихия” проектында ҡатнашҡан моделдәр тәбиғи матурлыҡты, үҙ-үҙеңә ышанысты кәүҙәләндерә. Әйткәндәй, был — танылған сайз-модель Эльвира Ишморатова хуплап сыҡҡан икенсе милли тематик проект. Тәүгеһе “Башҡорт туйы инспирацияһы” булды.
— Башҡорт кейемдәре проекттарымда айырым темаға әүерелә. Мираҫыбыҙҙы тәжрибә менән аҡыл ҡеүәһе генә түгел, тағы ла гүзәллектең дә тәшкил итеүен киң йәмәғәтселеккә еткергем килә. Этник мотивтар — ул зауыҡлы ла, ҡыйыу ҙа. Был идеяны киләсәктәге проекттарымда ла һаҡлап ҡалырмын, моғайын, — тине Эльвира Ишморатова.



Вернуться назад