Ҡайһы юлдар төҙөкләндерелә?27.03.2017
Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ильяс Мөниров быйыл төбәк ҡаҙнаһынан финансланып, ремонтланырға тейешле республика һәм урындағы юлдар исемлеге хаҡында хәбәр итте.
Күгәрсен районы үҙәге Мораҡтан Ейәнсура районы үҙәге Иҫәнғолға тиклемге юлдың яртыһы тиерлек (65 километрҙың 30 саҡрымы) төҙөкләндереләсәк. Шулай уҡ Салауат, Дыуан, Мәсетле райондары буйлап үткән 60 саҡрымлыҡ юлда ремонт эштәре үткәрелә.
Вице-премьер әйтеүенсә, Өфөнән Павловкаға тиклемге арауыҡта ла бер нисә участканы ғына төҙөкләндерергә ҡалған.
— М-7 трассаһынан Нефтекамаға тиклемге юл — бик мөһим объект. Видеокүҙәтеү системаһынан күренеүенсә, тәүлегенә унан 10 мең самаһы автомобиль үтә. Шуға күрә бында беренсе категориялы юл булырға тейеш, — тине Ильяс Мөниров.
Быйыл шулай уҡ Шишмәнән алып М-5 трассаһына тиклемге, Подымалов юл айырсаһынан Бөрө районының Калинники ауылына тиклемге арауыҡты һәм Өфө — Белорет юлының 28 саҡрымын ремонтлау күҙаллана. Бынан тыш, Өфө эргәһендәге трассалар “Имен һәм сифатлы юлдар” проектына ярашлы төҙөкләндереләсәк. 2017 — 2018 йылдарҙа иһә Иҫке Шишмә, 8 Март ҡасабаһы — Алексеевка, М-5 — Шмидтово, Николаевка — Ҡәҙер, Мокроусов — Ольховое, Благовещен — Павловка юлдарын йүнәтеү планлаштырыла.