Таусыларҙа фажиғә27.03.2017
Башҡортостанда тимер юл фажиғәһе булған ерҙә поездар хәрәкәте яйға һалынды. 26 мартта көндөҙгө сәғәт 5-тәр тирәһендә Учалы ҡалаһы эргәһендә тау-байыҡтырыу комбинатының ике йөк составы бәрелеште.
Район хакимиәтенең Ғәҙәттән тыш хәлдәр комиссияһы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, тимер юл фажиғәһендә 1971 йылда тыуған машинист, 1983 һәм 1982 йылғы машинист ярҙамсылары, 1996 йылғы тимер юл цехтарын файҙаланыу хеҙмәтенең пост операторы һәләк була. 1967 йылғы тағы ла бер машинист әле ҡала дауаханаһының травматология бүлегенә оҙатылған. Баш табип әйтеүенсә, ул реактив көсөргәнеш кисергән, аяғы һынған.
Әле фажиғә урынында комбинаттың һәм хакимиәттең ғәҙәттән тыш хәлдәр комиссиялары, хоҡуҡ һаҡлау органдары, оператив хеҙмәттәр эшләй. Йәмғеһе 20 берәмек техника, 40-тан ашыу кеше йәлеп ителгән.
Һәләкәт һөҙөмтәһендә нефть продукттары тейәлгән ике цистерна ауған. Нефть продукттары 27 мартта уҡ цистерналарҙан һурҙырып алынған.
Учалы үҙәк ҡала дауаханаһының суд-медицина экспертизаһы бүлексәһендә һәләк булғандарҙың шәхесе асыҡланған. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы психологтары уларҙың ғаиләләренә психологик ярҙам күрһәтә.
Башҡортостандың Экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу министрлығында тирә-яҡ мөхиткә хәүефтең булмауы хаҡында хәбәр иттеләр.