Әхмәтов Ринат Гәрәйша улына 60 йәш24.03.2017
Бөгөн беҙҙең иң оло ағайыбыҙ Әхмәтов Ринат Гәрәйша улына 60 йәш тула. Ринат ағайыбыҙ бына инде оҙаҡ йылдар Стәр­ле­баш ра­йонының Ҡабыҡҡыуыш ауыл биләмәһе башлығы вази­фаһын лайыҡлы баш­ҡарып килә. Ғәҙел, яуаплы, иғти­барлы етәксе булараҡ, уны халыҡ та хөрмәт итә, ихлас, алсаҡ, ярҙамсыл булғаны өсөн барлыҡ туғандары ярата, ә инде балалары өсөн ул – егәрле, уңған ғаилә башлығы һәм хәстәрлекле, яғымлы атай.
Ринат ағайыбыҙға килә­сәктә лә шулай яҡындарының һөйөү-ихтирамын тойоп, шатлыҡ-ҡыуаныстар ғына кисереп, оҙон-оҙаҡ йылдар ғаиләһе менән иҫәнлектә-һаулыҡта, бәхетле тормошта йәшәүен теләйбеҙ.

Уҙған юлың изге, нурлы булды,
Ҡояш кеүек бирҙең яҡтылыҡ.
Үҙеңә лә һәр бер тыуыр таңың
Килтерһен тик бары яҡшылыҡ!


Иң изге теләктәр менән туғандары Рәйсә, Рәфит, Рәшит, Рәсимә, Денис, Жан, Жиль, Лилиә, Кристина, Роберт, Анастасия,
Левес, Марк, Рәмзилә, Айзилә, Лука, Рим, Альберт.



Вернуться назад