Яҙғы ҡояш балҡыған мәлдә Ғафури районының Сәйетбаба ауылы йәштәре Игелеков Айназ Рәхимйән улы менән Баязитова Гөлгөнә Ғаян ҡыҙы үҙҙәренең өмөт һәм хыял йондоҙон ҡабыҙҙы – бөгөн уларҙың туй көнө. Йәштәрҙе никахҡа инеүҙәре менән ихлас ҡотлайбыҙ!Ошо иҫтәлекле, матур ғаилә байрамының яҡты нуры оҙон тормош юлығыҙҙы ғүмер буйы яҡтырта барһын, никах балдаҡтарығыҙ бәхет һәм именлек һаҡсыларына әйләнһен. Ысын мөхәббәт тойғоһо изге ғәмәлдәргә ҡанатландырып торһон, ғүмер баҡый тоғро юлдан барығыҙ, тәүфиҡлы булығыҙ, бер-берегеҙҙең ҡәҙерен белегеҙ. Йортоғоҙҙа һәр саҡ сабыйҙар тауышы тынмаһын, балалар тәрбиәләүҙән һәм хеҙмәттән йәм табып, муллыҡта-именлектә матур ғүмер кисерегеҙ, барлыҡ хыялдарығыҙ тормошҡа ашһын!
Кәрим, Миңзифа, Ләйсән, Рөстәм, Руслан Илтенбаевтар.