Ҡотлайбыҙ!24.03.2017
Бынан теүәл 50 элек яҙ миҙге­ленең илаһи март көнөндә Күгәр­сен районының Бикес ауылында зәп-зәң­гәр күҙле, ап-аҡ йөҙлө ҡыҙ ба­ла донъяға ауыз һала. Һөйөп туй­маҫлыҡ сабыйға Рисәлә тип исем ҡушалар. Татыу, бәхетле ғаиләлә өс ағаһына иркәләнеп буй еткерә ул. Мәктәптән һуң БДУ-ның филология факультетында белем ала.
Бөтә ғүмерен Башҡортостан матбу­ғатына арнаған Рисәлә тормош иптә­ше Илфат Йомағолов менән бына тигән ул һәм ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерҙе. Бөгөн улар төрлө өлкәлә уңышлы эшләп йөрөй.
Рисәлә, алтын юбилейың менән ҡотлайбыҙ! Һиңә ғүмерҙең иң оҙонон, бәхеттең иң ҙурын, шатлыҡтың иң яҡтыһын теләйбеҙ. Яҡты ал таңдар, зәңгәр күктәр күңелеңде һәр саҡ яҡтыртһын, балҡытып торһон. Гүзәл зат булараҡ, эскерһеҙлегең, ихласлы­ғың, яғымлылығың менән кешеләр күңелен яуланың. Һәр ваҡыт шулай көләс йөҙлө, изге күңелле булып ҡал.

Ихтирам менән “Башҡортостан”дар.


Вернуться назад