Ҡыйыш атып, тура тейҙереп24.03.2017
Ҡыйыш атып, тура тейҙерепБаш ҡалабыҙҙа XV “Шаяниум-2017” шаяндар һәм тапҡырҙар конкурсының финалы үтте. Был йәһәттән мәктәп уҡыусылары уйын-көлкө аша “Аманат” журналына нимә етмәгәнен, “Салауат Юлаев”тың ниңә еңелгәнен белдерҙе, диплом ҡатырғаһының кәрәге тейәсәкме-юҡмы икәнлеге хаҡында фекер йөрөттө һәм башҡа сәптәргә лә уратып ҡына тура тейҙергән һүҙҙәрен тоҫҡаны.
Ҡала мәҙәниәт йортона барып ингәндә, байтаҡ балалар йыйылып өлгөргән ине. Улар үҙ-ара ҡосаҡлашып сәләмләшә, мәк­тәптәге күңелле мәлдәре менән уртаҡлаша. Ауыҙҙары йырылған, йөҙҙәре шат, күҙҙәре нур сәсә. Шул балаларға ҡарап, бер аҙҙан үҙең дә йылмая башлайһың.
“Шаяниум” быйыл ун бишенсе тапҡыр уҙа. Был йәһәттән тамаша башланыр алдынан уҙған йылдарға видеобайҡау яһалды. Финалға ла 15 команда сыҡҡан ине. Бына улар сәхнәгә менеп баҫты, һәм бер аҙҙан сығыштары ла башланды. Уйындың төп тематикаһы – “Ағас тамырына ҡарап үҫә”.
Балаларҙың отҡор күҙҙәренән быйылғы ҡарҙың күплеге, уны таҙартып өлгөрмәүҙәре лә ситтә ҡалманы. Хатта ошо күренештәргә арнап “Көрәк” исемле бейеү ҙә һалғандар. Бының менән генә туҡтап ҡалмай, буласаҡ яҙғы ташҡынды ла көлкө аша төҫмөрләне улар. Йәнә замана дин әһеле, табип, эшҡыуар темаһы ла сәхнәлә сағылыш тапты. Шулай уҡ бишенсе кластан уҡ Берҙәм дәүләт имтиханы тип баштарын ҡатырыуҙарын да аңлатты шаяндар. Мәктәп балалары бит, быныһы уларға бигерәк тә яҡындыр. Унан тыш яңы уҡытыу методикаһы буйынса йүгереп тә уҡып өлгөрмәүҙәрен аңлатырға тырыштылар. Тамашасы көлөүен-көлдө быға, хәлдәренә инеп, киләсәктә быны төҙәтә алырлыҡ кешеһе генә залда булдымы икән?..
Сығыштарын тамаша ҡылғанда аҡсаһыҙ­лыҡтың нимәгә килтергәнен дә күрергә мөмкин ине. Уҡып бөткәс, дипломдың кәрәге тейәсәкме-юҡмы икәне хаҡында ла фекер йөрөтөлдө сәхнәнән. Ә табипҡа килеп, тотлоғоп ултырған Бөрйән айыуы иһә йәнә балта тотоп йөрөгән балаларҙы иҫләтте. Отҡор уҡыусылар шулай уҡ “Әпипә”, “Ритайым” бейеүҙәре тураһында ла йыр һалған.
Шуны ла әйтеп китергә кәрәк: ҡатна­шыусылар араһында төрлө уҡыусылар – берәү­ҙәр ауылдарҙан килгән, икенселәр ҡала башҡорттары. Һуңғылары араһында шулай уҡ рус телле мәктәптәрҙә уҡығандары ла бар. Һәм шаяртыуҙарын ҡарағанда Сергей Довлатовтың “Башҡа телдә беҙ үҙе­беҙҙең 80 процент шәхесебеҙҙе, был йәһәттән шаяртыу һәм иронияға һәләтебеҙҙе юғалтабыҙ” тигән һүҙҙәре лә иҫкә төшә.
Әйткәндәй, “Шаяниум”дың һайлап алыу турында йәмғеһе 47 команда ҡатнашҡан. Шуларҙың 40-ы рус телле. Ярымфиналға иһә 22 команда сыҡҡан.
Һөҙөмтәләргә килгәндә, Ф. Мостафина исемендәге 20-cе башҡорт гимназия­һының “XX централ”, республика инженер лицей-интернатының “Башҡорттар.ru”, М. Исҡужин исемендәге 136-сы башҡорт лицейының “Һупайлы дәрүиштәре”, спорт профилле 5-се республика мәктәп-интернатының “Interспорт”, 122-се баш­ҡорт лицейының “Ша-шу-ша” командалары иң шаян һәм тапҡырҙар тип танылды. Ә Гран-при иһә 102-се башҡорт гимназияһының “Етегән+1” командаһына бирелде.


Вернуться назад