Аҡса артынан ҡыуып...24.03.2017
– Ике йыл элек дин юлына баҫтым. Ошо бәрәкәттә сауҙа эшенә тотонғас иһә, йәмәғәт намаҙҙарын йыш ҡалдыра башланым. Был мәжбүри рәүештә килеп сыға: тауар алырға йома барырға һөйләшелгән. Ауылдағы имам-хатип осрашҡан һайын ризаһыҙ­лығын белдерә. Ни эшләйем һуң, Нурмөхәмәт хәҙрәт? Отошло хеҙмәттәшлекте өҙөргәме ни?
Ғ. БИЛАЛОВ.
Хәйбулла районы.

Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты рәйесе мөфтөй Нурмөхәмәт хәҙрәт НИҒМӘТУЛЛИН:
– Бисмилләһир-рахмәнир-рахим!
Мәғлүм ки, Ислам ҡануны буйынса сауҙа – рөхсәт ителгән иҡтисади эшмәкәрлек. Уның ме­нән Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм дә уңышлы шөғөлләнгән. Пәйғәмбә­ребеҙ Аллаһ Тәғәләнең һәм өммәтенең алдындағы бурыстарын теүәл атҡарған, ғаиләһен дә яҡшы ҡараған. Уның янындағы билдәле сәхәбәләр ҙә – Әбү Бәкер, Усман ибн Әффан, Абдрахман ибн Ауф, Әбү Суфиян ибн Хәрб, Әбү Муса әл-Әшғәри һ.б. – хаҡ юлда кәсепселекте үҫтереп йәшәү үрнәген күрһәткән. Араларында күптәр ерҙә генә түгел, диңгеҙ аша ла сауҙагәрлек иткән. Был йәһәттән дәүләт тарафынан да уңайлы шарттар тыуҙырылғаны мәғлүм. Мәҫәлән, Ғүмәр ибн әл-Хәттаб хәлиф булған сағында Нил йылғаһы менән Ҡыҙыл диңгеҙҙе бәйләгән канал һалдыртҡан. Был эштең төп маҡсаты – сауҙаны үҫтереү. Изге ғәмәлдең бәрәкәтендә мосолман илдәре күп быуат дауамында һатыу итеү йәһәтенән алдынғылар рәтен биләй. Ә был тармаҡ, мәғлүм ки, дәүләттең йөҙө кеүек: ул иҡтисади ҡеүәтте асыҡ сағылдыра.
Ҡөрьәндә йәшәү сығанаҡтары тураһында ниҙәр әйтелә? Бер нисә аятҡа туҡталып үтәйек. Мәҫәлән, “Беҙ һеҙгә ерҙә идаралыҡ бирҙек һәм тереклек итеү саралары булдырҙыҡ. Ә һеҙҙең рәхмәтегеҙ шул ҡәҙәр аҙ” (“Кәртәләр”), “Намаҙ уҡығас, таралышып, Аллаһтың рәхмәтен эҙләгеҙ” (“Әл-жөмға”). Был аяттарҙа Раббыбыҙ биргән ниғмәткә шөкөр итеү, айырым ҡағиҙәләрҙе үтәү мөһимлеге хаҡында әйтелә. Һатыу һатыу менән, әммә дин ҡанундары хаҡында оноторға ярамай. Хаттин ашып китеп, Ислам талаптарын, Аллаһ алдындағы бурыс­тарыңды теүәл үтәмәй башлайһың икән, кәсебеңдән бәрәкәт китәсәк.
Миңә әлеге һорауҙы биргән ҡәрҙәшебеҙ, йома йөрөй алмауын аңғартып, килешеү шарттарын үҙгәртә алмаймы? “Отошло хеҙмәттәшлекте өҙәйемме ни?” тигән һүҙҙәре мосолманға бөтөнләй хас түгел. “Дин юлындамын” тип белдергән кеше сауҙаны йомала мотлаҡ ҡылына торған ғибәҙәттән өҫтөн ҡуя икән, Аллаһтың рәхмәтенә өлгәшерме, сауҙаһы бәрәкәт килтерерме? Әйткәндәй, ҡайһы бер ғәрәп илдәрендә йома беренсе аҙан ишетелеү менән магазиндар ябыла. Башҡа көндәрҙә иһә биш намаҙ мәлендә сауҙа итеү тыйыла. Ғибәҙәт ҡылғанда әҙәм балаһының иғтибарын бер ни ҙә ситкә тартырға тейеш түгел.
Бөгөнгө сауҙа тармағына айырым туҡталғанда, диндар кешегә гонаһ һаналған күренештәр осрап тора. Уларҙан һаҡланыу өсөн Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмдең кәңәш­тәренә ҡолаҡ һалыу зарур. Пәйғәмбәребеҙ әҙәм балаһының тормошонда иң мөһиме нимә икәненә ныҡлы төшөндөрә. Сауҙаның ҙур сығым талап итеүе ихтимал, донъяла девальвацияға, хаҡ үҫеүенә бәйле иҡтисади һынылыш булыуы бар, әммә улар мосолмандың кәйефен төшөрөргә тейеш түгел. Хаҡ юлдағы кеше күберәк үҙенең һәм башҡаларҙың күңел торошон ҡайғыртырға бурыслы. Пәйғәмбәребеҙ ҡушҡанса, сауҙа менән шөғөлләнгән кеше һатып алыусыларға һәр саҡ дөрөҫлөктө әйтергә тейеш.
Файҙа өсөн бүтәндәрҙе алдау, сифатһыҙ тауар таратыу – ҙур гонаһ. Шулай уҡ бирелгән вәғәҙәне үтәү, һәр кемгә ҡарата иғтибарлы, ихтирамлы булыу, тыйылғандан йыраҡ тороу зарур. Һанап үтелгән ошо ҡағиҙәләрҙе үтәп тә, сауҙа бигүк алға бармай икән, күңелде төшөрөргә ярамай. Барыһы ла – Аллаһтың ихтыярында. Шуны иҫтән сығармаһаҡ ине: сауҙаның төп маҡсаты аҡса туплау түгел, ә Раббыбыҙҙың ризалығын һәм рәхмәтен алыу. Кәсеп иткән һәр кемгә хаҡ юлдан, дин талаптарынан тайпылмаҫҡа, намыҫлы, ғәҙел, тырыш булырға, үҙенә, ғаиләһенә, йәмғиәткә файҙа килтереп, уңышлы эшләргә яҙһын, иншаллаһ. Әс-сәләмү-ғәләйкүм үә рәхмәтул-лаһи үә бәрәкәтүһ! Амин.


Вернуться назад