Әҙәм менән уртаҡлашһаң, ырыҫ артыр24.03.2017
Ҡыҙ, йәше еткәс, бай сауҙагәргә кейәүгә сыға. Иренең ҙур магазины бар, унда төрлө кейем, туҡыма һатыла, ти. Ләкин, бай булыуына ҡарамаҫтан, был кеше шул ҡәҙәр һаран икән.
Бер мәл ул тауыҡ һатып ала ла ҡатынына шунан киске аш беше­рергә ҡуша. Ризыҡланып ултыр­ғандарында кемдер ишек шаҡый. Сауҙагәр килеп асһа, аслыҡтан ҡоро тирегә ҡалған меҫкен кеше тора, ти. Ашарға һорай юлаусы. Хужа иһә уны асыулы тауыш менән ҡысҡырып ҡыуа башлай. “Аллаһ ғәфү итһен үҙеңде. Ҙур мохтажлыҡ кисермәһәм һәм түҙгеһеҙ асыҡма­һам, һинең ишегеңде шаҡымаҫ инем”, – ти теге кеше. Бай уны тыңлап та бөтмәҫтән ишеген шарт ябып ҡуя.
– Ниңә улайттың? – тип аптырап һорай ҡатыны.
– Ә һин нимә көткәйнең? – Асыу­лы ир йәнә ҡысҡырына башлай.
– Тауыҡ ҡанаттарын булһа ла бирер инең. Юҡ икән, йылы һүҙең дә меҫкендең йәнен иретер ине...
Күпмелер ваҡыттан сауҙагәрҙең магазины янып көлгә әйләнә. Бер нәмә лә ҡалмай. Ир өйөнә ҡайтып, был хаҡта ҡатынына хәбәр итә. Хәләл ефете иһә Аллаһ хаҡына ҡайғырмаҫҡа, өмөтһөҙлөккә бирел­мәҫкә өндәй. “Сабыр бул, бирешмә. Шул саҡта Хоҙай Тәғәлә ярҙамынан айырмаҫ”, – ти. Ләкин ире был һүҙҙәргә ҡолаҡ һалмай. “Атайыңа кире ҡайт, – тип ҡырҡа тауыш менән белдерә ул. – Мин һине башҡа ҡарай алмайым. Айырылам”.
Ҡатын тыуған йортона кире әй­ләнеп ҡайта. Бер аҙҙан ул Аллаһтың рәхмәте менән икенсе кешегә кейәүгә сыға. Был ире шул ҡәҙәр йомарт, изге күңелле, мохтаждарға, етемдәргә ҡарата айырыуса хәс­тәрлекле, ти. Бер мәл киске аш ваҡытында уларҙың ишеген ша­ҡыйҙар. Ҡатын сығып ҡараһа, аслыҡтан йонсоған кеше тора икән. Ашарға үтенеп һорай, ти. Йорт хужаһы меҫкенгә тотош тауыҡты бирергә ҡуша.
Ризыҡты тапшырып килеп, өҫтәл янына ултырған ҡатынының йәш тулы күҙҙәрен күреп, ире борсолоп һорай:
– Ни булды, һөйөклөм?
– Әлеге кеше минең тәүге ирем ине, – тип яуаплай ҡатыны һәм уның һаранлығы, бер саҡ хатта ашарға һорап килгән меҫкенде ҡыуып ебәреүе тураһында һөйләп бирә. Ир, быларҙы тыныс ҡына тыңлап бөткәс, көрһөнөп ҡуя:
– Ул саҡта ҡыуылған кеше мин инем бит...


Нисек ҡотолорға?
– Яуыз уйҙарҙан бер нисек тә ҡотола алмайым, – тип зарлана ҡа­тын муллаға.
Имам-хатип йылмайып ҡуя:
– Янығыҙға яҡшы һәм насар кеше килһә, ҡайһыһын тиҙерәк ҡыуып ебәреп була?
– Изге күңеллеһен.
– Шулай. Яҡшы уйҙарҙы ла тиҙ генә ҡурҡытырға мөмкин. Ә инде насарҙарынан ҡотолормон тимә. Улар китһен, тормошто боҙоп йөрөмәһен өсөн гелән доғала булыу, Аллаһ Тәғәләгә һыйыныу зарур.



Вернуться назад