Бер танышым менән осрашҡан һайын бөтөн тирә-йүн ҡараңғылыҡҡа сумғандай була. “Донъя түңкәрелде ул!”, “Артабан нисек йәшәргә?”, “Дәүләт өсөн ике тиҫтә йыл түккән көсөмдө кире ҡайтарһалар, ни ҡылырға икәнен белер инем дә”, “Эштән ҡыҫҡартасаҡтар, яңыһын табып бирергә тейештәр бит”, “Бөтөн ерҙә алдайҙар, үҙ мәнфәғәтен генә ҡайғырталар, түләмәйҙәр...”Был кеше ике йыл элек эшенән ҡыҫҡартылды ла һаман өйөндә ҡыл да ҡыбырлатмай ята. Ир затынан үҙе. Балалар баҡсаһында тәрбиәсе ярҙамсыһы булып эшләгән ҡатыны ғаилә тормошон яңғыҙы иңендә йөкмәп бара. Ике балаһын тәрбиәләй, ирен ҡарай, хеҙмәт хаҡы аҙлыҡтан кис бер ойошма бинаһының иҙәнен йыуа, ойоҡ-бейәләй, шәл бәйләп һата. Йәмәғәтенең холҡона нисек сыҙауы хаҡында һорашһаң: “Аллаһ бирһә, барыһы ла яҡшы булыр – түҙгәнгә түш тейә”, – тип кенә яуаплай.
Ир һәм ҡатын. Уларҙың тәғәйен бурысын онотоуында күп осраҡта дәүләтте, Совет осорон ғәйепләйбеҙ. Эйе, социализм ваҡытында ике зат вәкилдәре араһында ниндәйҙер кимәлдә тигеҙлеккә юл һалынғандыр, ләкин бында ҡатын-ҡыҙ ғәйеплеме һуң? Улар, ир-атты ситкә этеп, ажарланып алға сығырға ынтылғанмы? Юҡ, бурыстарын сит иңгә һалырға әҙер “уҙамандар” үҙҙәре юл биргәндер. Совет власы уларҙы һынап ҡына ҡарағандыр. Ғәйеп дәүләт ҡоролошонда түгел, тәрбиәлә. Ысынлап та, ул осорҙа ла һәммә ҡатын-ҡыҙ ирҙәр менән бер дәрәжәлә булырға ынтылмаған бит, байтағы тәғәйен бурыстарын теүәл үтәгән ышаныслы йәмәғәтенең арҡаһына ышыҡланып, хәстәрлектә ғүмер кисергән, йорт йылыһын һаҡлаған, балалар үҫтергән. Ҡайһы ғына гүзәл зат вәкиле “ел-ямғыр” күрмәйенсә ҡәҙер-хөрмәттә йәшәргә теләмәһен?
Ирҙе ир итеп тәрбиәләү йәмғиәттә көнүҙәк мәсьәләләрҙең береһе булып ҡала. Был йәһәттән дин ҡанундарына таяныуҙың иң дөрөҫ юл икәненә күптәр ныҡлы инана бара. Беҙҙең Исламда, мәғлүм ки, ир-ат төп хужа, өммәттең әйҙәүсеһе, ғаилә һаҡсыһы, “көтөү башлығы” тип һанала. Уның ҡатынын, балаларын, яҡындарын мохтажлыҡта йәшәтеүгә хоҡуғы юҡ. Ҡул ҡаушырып ултырыу, зарланыу, шыңшыу, бурыстарын башҡалар иңенә һалыу мосолман ир-ат өсөн бөтөнләй оят, хурлыҡ, ҙур гонаһ. Ул һәр ваҡыт эшләргә, яҡшыраҡ, мулыраҡ тормошҡа ынтылырға, ғаиләһенә лә, йәмғиәткә лә файҙа килтерергә тырышырға тейеш.
Яҙма һуңында хикмәтле хикәйәләрҙең береһен иҫкә төшөрәйек. Ир кеше урамдан үтеп барғанда сәйер күренешкә тап була: өй янындағы эскәмйәлә әбей менән бабай, эргәләрендә сыйылдап ятҡан эткә лә иғтибар итмәйенсә, көлөшә-көлөшә һөйләшеп ултыра, ти. Меҫкен хайуанға ниңә ярҙам күрһәтмәйҙәрҙер? Иртәгәһенә лә ошо урында әлеге күренеш ҡабатланғас, ҡарттарға йәне көйгән ир үҙ-үҙенә һүҙ бирә: “Иртәгә эттең шыңшығанын йәнә ишетһәм, хужаларына дәғүә белдерәсәкмен!” Шулай итә лә.
– Ғәфү итегеҙ, – тип өндәшә ҡарттарға. – Эт ниңә бер нисә көн рәттән шыңшый ул? Нимә булған?
– Ғәжәпләнерлек бер ни ҙә юҡ, – ти әбей, йылмайып. – Шыңшый, сөнки сөй өҫтөндә ята.
– Ә ниңә тороп китмәй һуң?
– Тимәк, уға шыңшып ятыу ҡулайыраҡ. Тороп китерлек хәлдә ауыртынмайҙыр йә ҡуҙғалырға йыбаналыр, бәлки, күтәреп алыуҙы көтәлер...
Эйе, кешеләр ҙә йыш ҡына: “Ялҡытты былай йәшәү, аҡсаһыҙ йонсоу”, – тип зарлана, тормошон үҙгәртеү кәрәклеген ҡабатлай, ләкин үҙе бер ни ҙә эшләмәй. Әлеге эттең миҫалында күренеүенсә, тәүҙә тороп баҫырға кәрәк бит.