Дүртөйлө ҡалаһы йырҙарҙа йырланған йәмле Ағиҙел буйында урынлашҡан. Ҡалаға килгән һәр кем тирә-йүндәге йәшеллеккә, бөхтәлеккә, урамдарҙың һәм йорт эргәләренең таҙалығына иғтибар итмәйенсә ҡалмайҙыр, моғайын. Төбәкте шулай күркәмләү, йәшәүгә уңайлы итеү өсөн “Коммунальник” муниципаль унитар предприятиеһы ҙур тырышлыҡ һала. Предприятие хәстәрлеген халыҡ һәр саҡ тойоп йәшәй.“Коммунальник”, исеменән үк аңлашылыуынса, ҡаланы төҙөкләндереү, санитар таҙартыу һәм йәшелләндереү менән шөғөлләнә, предприятиеларҙан һәм шәхси ихаталарҙан ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын сығара. Ҡала биләмәһендә юл һәм тротуарҙарҙы ҡарау һәм төҙөкләндереүҙе үҙ яуаплылығына алғандар. Иң мөһиме, коллектив үҙенә йөкмәтелгән бурысты еренә еткереп башҡара.
Уларҙың хеҙмәт һөҙөмтәләре лә ҡыуаныслы. Һандар теле менән әйтһәк, муниципаль контракттар буйынса төҙөкләндереү, йәшелләндереү һәм ҡала биләмәһен санитар таҙартыу буйынса барлығы 18 051 528 һумлыҡ эш башҡарылған. Ҡалалағы юлдарҙы ҡарау һәм төҙөкләндереү буйынса ла ырамлы ғына эшләйҙәр. Әйткәндәй, юлдар – ҡаланың йөҙө. Шуға ла предприятие улар һәр саҡ төҙөк һәм ҡараулы булһын өсөн ҙур көс һала. Үткән йылда, мәҫәлән, 5,5 километр оҙонлоҡтағы юлдарҙы ремонтлағандар, ямғыр һәм ҡар һыуҙары үткәреү торбаларын һалғандар, юл билдәләрен һәм уларҙың нығытмаларын яңыртҡандар, юл ситтәрен буяғандар. Йәйәүлеләр өсөн юл киҫелештәрендә шулай уҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн пандуслы тротуарҙар уңайлаштырғандар.
Барыбыҙға ла мәғлүм булыуынса, быйылғы ҡыш бик яуын-төшөмлө булды. Предприятие хеҙмәткәрҙәре ҡала халҡына уңайлы булһын өсөн юл һәм тротуарҙарҙы ваҡытында ҡарҙан таҙартыу өсөн ҙур көс һалды, боҙлауыҡ булған урындарға тоҙло ҡом ҡатнашмаһы һибеп торҙо.
“Коммунальник” үҙ мөмкинлектәрен тулыраҡ файҙаланыу һәм финанс хәлен тағы ла яҡшыртыу өсөн хеҙмәтләндереү даирәһен киңәйтә. Әйтәйек, ауыл биләмәләре менән килешеү төҙөп, юлдарҙы ремонтлайҙар, ямғыр һәм ҡар һыуҙарын ағыҙыу өсөн торбалар һуҙалар. Үткән йылда килешеү буйынса башҡарған эштәрҙән предприятиеға өҫтәмә килем килгән.
Коллектив һәр эште алдан төҙөлгән план буйынса һәм ҡала хакимиәте менән килешеп-кәңәшләшеп башҡарырға күнеккән. Уларҙың һәр хеҙмәт көнө халыҡ мәнфәғәтенә йүнәлтелгән. Халыҡ тигәндән, предприятие коллективы ҡала биләмәһен һәр саҡ тәртиптә һәм таҙа тотоу өсөн яҙғы-йәйге осорҙа өмәләр ойоштороу хәстәрлеген күрә. Быйылғы Экология йылында был эште тағы ла әүҙемләштерергә уйлайҙар. Ғөмүмән, дүртөйлөләр – тырыш, уңған халыҡ. Тиҙҙән республикала башланасаҡ экологик өмәләргә ең һыҙғанып әҙерләнәләр. Ҡала биләмәһен ҡышҡы сүп-сарҙан таҙартыуға, йәшелләндереүгә, газондарға сәскәләр ултыртыуға төп көс йүнәлтеләсәк.
Әлбиттә, һәр эштең нәтижәһе уның нисек ойошторолоуына бәйле. Предприятие директоры Марат Ғәлиев оҙаҡ йылдар идара итеү осоронда үҙен оҫта ойоштороусы, тәжрибәле етәксе итеп танытты. Нәҡ уның һөнәри оҫталығы, заманса эшләй белеү һөҙөмтәһендә предприятиеның финанс ҡеүәте үҫә, коллектив иртәгәгә ышаныслы атлай. Бында, ысынлап та, уңғандар, тырыштар эшләй. Баш инженер Айҙар Хәлиуллин, участка начальнигы Энгел Ҡазыханов, водителдәр Ришат Раянов, Олег Алексеев, Самат Әхмәҙуллин, сәскә үҫтереүселәр Эльвира Ғәзизова, Рәүилә Кәримова, эшселәр Әлфиә Ғәлләмова, Гөлназ Басирова, Лариса Бакаева, Евдокия Ахряпинаны коллективта маҡтап телгә алалар.
Предприятие ҡарамағында 62 урынлыҡ ҡунаҡхана эшләй. Ҡунаҡтарҙы сифатлы хеҙмәтләндереү өсөн директор Розалия Вәлиәхмәтова етәкселек иткән коллектив ҙур тырышлыҡ һала.
“Коммунальник” предприятиеһы республика күләмендәге бәйгеләрҙә лә ҡатнаша. 2014 йылда юғары социаль һөҙөмтәлелек һәм социаль партнерлыҡты үҫтереүҙәге уңыштары өсөн диплом менән бүләкләнгән. Был йөҙгә яҡын кеше эшләгән берҙәм, булдыҡлы коллективтың фиҙакәр хеҙмәтенә лайыҡлы баһа булып тора. Киләсәктә лә һынатмаясаҡ улар.
– Беҙ ҡалабыҙҙың матурлығы менән хаҡлы ғорурланабыҙ. Матур ерҙә йәшәү ҙә матур булһын тип тырышабыҙ. Көндәлек хеҙмәтебеҙ ошоға йүнәлтелгән, – тине Марат Төхвәт улы.