Тар ғына юлда өсәү осрашты. Ҡапма-ҡаршы ла түгел, юлдар саты ла... Өсөһө бер яҡҡа – Инйәргә китеп барыуҙары. Инйәрҙә нисәмә юл осрашалыр, әйтеүе ҡыйын, ҙур ауыл ул. Мин белгәндә бер генә юл ине, уныһы ла – бер генә яҡҡа. Бер яҡлыһы булмай ҙа инде, тип дәғүәләшергә маташыр кемдер. Һай, яңылыша, белмәй Инйәр юлдарын. Юлдарҙың да исеме булғылай ул, “Дон”, мәҫәлән. Ярай, ул турала – артабаныраҡ, ситкәрәк кителде түгелме, өсәүҙең осрашыуы тураһында һүҙ башлағайным.Шулай, тар ғына юлда – өсәү... Баҫмалағы кәзә бәрәстәре яҙмышын кем белмәй? Быларҙың береһе лә кәзә түгел ине, хәйер... берәүһе матайының “кәзә” тип аталғанын танмай шикелле. Бындай атаманы бөгөн тарих китаптарында ғына табып булһа ла, беҙ шул исемдә ҡалайыҡ – “Кәзә”.
Тағы ла арбаны аттан алға сығарҙыҡ. Юл тураһында ине һүҙ, уның да – иң тары, бер яҡлыһы.
Тар ғына булғас, юл буламы ни ул, тип ҡырталашыр берәй уҡыусы. Һуҡмаҡ тигән арыу ғына исеме юҡмы ни уның, йәнәһе. Юҡ шул. Өсәү осраша алғас, уның юл икәнлеге асыҡ. Берҙән. Өҫтәүенә уларҙың береһе “кәзә” менгән (атланған тимәйем – атты мыҫҡыллау булыр), ә ул, хөрт кенә ҡушамат йөрөтһә лә, моторлы замана техникаһы бит әле.
Икенсенән, тиек, юлсыларыбыҙҙың икенсеһе лә йәйәү түгел. Хәйер, арбалы тип тә әйтеп булмаҫ уны. Дөрөҫөрәге, арбалы тип әйтергә мөмкин – тракторының дүрт тәгәрмәсле арбаһы бар. Әйтеүем шунан: һигеҙ тәгәрмәсле был ағайҙың, самокат тигән ике тәгәрмәсте йылы һүҙҙәр менән иҫкә алып, был тәгәрмәстәрен һүгә-һүгә, юл тарайтып ултырыуы. Күпме икәнен әйтмәйем, әммә байтаҡтан ошонда ул. Тәгәрмәстәр теп-тере, әлбиттә, эш бында уларҙа түгел, ә – һигеҙ тәгәрмәсте бер юлы алып китергә тейешле моторҙа. Уны ла юҡҡа һүгә хужаһы. Ихлас ул мотор, эшләп тә китер ине, бәлки, эш унда түгел шул. Ҡулланыусыларҙа түгел ғәйеп – тәьмин итеүселәрҙә, тиҙәр бындай осраҡта. Солярка биргән насос эшләмәй, ә был... кем тигәйнек әле? Хәйер, икенсе йәйәүһеҙ юлсыбыҙҙы атамаларға оноттоҡ. Әйҙә, шулай булһын – “Трактор”. Самалауыма ҡарағанда, ҡушаматыбыҙ есеменә тап килеш: ул юл ситен ҡарауыллай, ә трактор ул – “трак” һүҙенән, әйткәндәй, юл тигәнде аңлата. Ни өсөн уны юлһыҙ йөрөгән урындар өсөн уйлап сығарғандарҙыр?!
Юл ике яҡлы була, тинек. Тегеләй һәм былай. Ә минең юлым бер яҡлы ғына. Инйәр юлы бер яҡлы ғына икәнен артабаныраҡ һөйләрмен, тигәйнемме? Уның өсөн юлсыларҙың әңгәмәһенә ҡолаҡ һалайыҡ:
– Ҡайҙа киттең, күрше?
– Бында башҡа юл бармы... һорайһың... Ә һин нишләп ултыраһың?
– Ниппель көтәм! – Кәзә йәмшек тәгәрмәскә ымланы.
Ниппель тигән нәмәне көтөп ултырған бар... Биҙрә тотоп. Колхоз гаражында яңы эшкә килгәндәрҙе шулайтып ебәрәләр икәнен белә инем. Ә мин, колхоз кимәлендә ярайһы уҡ ҙур етәксе булып килгәс, ул йомошҡа, биҙрә тоттороп, бер көтөүсене ебәргәйнем:
– Ниппель һорайҙар! Алып кил!
Йөрөй шунан аңһыҙ бәндә гараж буйлап ниппель эҙләп. Ә һин ултыраһың, йә, ҡасан ниппель була, тигән һораулы ҡараштарҙан уңайһыҙланып...
Уҡыусы төшөнгәндер: тар юлда осрашҡандарҙың өсөнсөһө мин – ошо осраҡты бәйән итеүсе. Асылғас, бөтә серҙәрҙе лә асып бөтәйектер: Инйәрҙең бер генә яҡлы юлы – йылға ул, тегеләй аға, ә кирегә – юҡ! Рәсәйҙә әле лә шундай юлдар бар, тиҙәр, минең күргәнем юҡ былай. Ә элегерәк беҙҙең яҡтарҙа шул Инйәр тигән һыу юлынан башҡа транспорт сараһы булманы. Йәйәүле урман һуҡмаҡтарын иҫәпкә алмайыҡ, хәйер, һанап бөтөрөрһөң уларҙы. Төбәктең төп байлығын – ағасты һыуҙан ағыҙҙылар, ауылдарҙы ла һыу юлы бәйләне. Шуға ла ауылдар Инйәр ярҙары буйлап теҙелешкән. Һыу юлы бер яҡлы ғына була, әлеге Кәзә көтөп ултырған ниппель һымаҡ, йәғни теге яҡҡа үткәрә, ә был яҡҡа – юҡ. Әлеге беҙ осрашҡан юл да ҙур ауылға бара, шулай уҡ бер яҡлы: аралдың текә ярҙары тегеләй төшөргә бирә, ә кирегә – юҡ. Шуға халыҡ тура сығып китеп, урау юлдан ҡайта.
Үҙең тураһында ни генә һөйләһәң дә, кеше ышанмаҫ һымаҡ. Юлдаштарым, Кәзә менән Тракторҙан айырмалы, ағартыбыраҡ ебәрһәм, маҡтаныу тип ҡабул итерҙәр. Әҙәп һаҡлап, тотанаҡлыҡ күрһәтһәм, ысынбарлыҡҡа хилафлыҡ килтерермен төҫлө. Ни тиһәң дә, бында мин бәйәнсе бит әле, яҙма хужаһы... Шулай ҙа үҙемдең дә йәйәүле түгел, хатта тәгәрмәсле икәнде телгә алып үтмәй булмаҫ. Дөрөҫ, атым да, арбаһы ла – ауылда һуңғыһы. Маҡтаныр ере юҡ, тиеүем. Шулай ҙа йәйәүле түгелмен, был юлда минең малҡайым емерек ултырған тракторҙан да, ҡалтырап бөткән “кәзә” матасынан да шәберәк. Ошо форсаттан файҙаланырға кәрәк!
– Ағайҙар, – тим, илһамланып уҡ китеп. – Ташлағыҙ был олатайҙарығыҙҙан ҡалған техниканы! Ултырығыҙ, Инйәргә минең туратым туп-тура алып барып еткерер!
– Күреүеңсә, – тип төҙәтә Кәзә күршем, – миңә бынау драндулетты өҫтөрәйһе әле. Бында тиклем түбән табан тәгәрләп кенә төштө лә ул... Арбаңа һалайыҡ, әйҙә!
– Ай-һай, һинең алашаң минең “топ-топ”тан ҡартыраҡ түгел микән, – тип техникаһы өсөн үпкәләгәндәй итте Трактор. – Минең күҙ алдымда үҫте бит, ә ул заманда бындай техника ауылыбыҙҙа юҡ ине лә...
– Ҡусты йәшерәк шул, хәтере ҡыҫҡа, – тип дөрөҫләне “кәзә” хужаһы. – Мин дә иҫләйем был малҡайҙың ҡолон сағын. Ләкин һинең “тимер ат”ың да, дуҫ, ауылға заводтан ҡайтманы лаһа! Һиңә тиклемге хужаһы уны, пенсияға оҙатҡастары ғына, осһоҙлата һатып алғайны түгелме? Беҙҙең ауылға комиссовать ителгәс килеп төштө, тимәксемен...
– Шундай техника кем ҡулында һаман йөрөп ятһын әле! – тип күкрәген кирҙе трактор эйәһе, үлек ултырған мөлкәтенең тәгәрмәсенә шапылдатып һуғып алғас. – Тағы шунса йәшәтәм әле мин уны!
– Ултыр инде, алып барам, – тип еңелсә көлөмһөрәйем. Яйы сыҡҡанда Тракторҙың үҙен маҡтап ала торған холҡо бар шул. – Әйҙә, йөрөмәһәң дә була. Йомошоңдо әйт тә, мин тиҙ әйләнермен. Был раритетыңды ботарлап китерҙәр йә... Арыу ғына металлолом сыға бит унан.
– Йомош, тип ни... – Ағай тартынаһы итте. – Үҙең белмәгән ни эш бар, тигәндәй...
– Һә, әйтерең бармы? Бындай көндә Инйәр юлын ирҙәр тик бер йомош менән таҡырлай! Ултыр, ултыр, күрше ағай!
– Үҙең дә шул йомоштаһың инде, юҡһа кем һиңә – ҡала кешеһенә – егеүле атын ышандырһын, – тип үпкәләгән булды Трактор ағай. – Мин һиңә уны йүгәнләп һыулауға төшөрөргә лә бирмәҫ инем...
– Уның ҡарауы, – тип эре сирттереүемде дауам итәм, уның мәсхәрәһен ишетмәгән һымаҡ, – был техникаға ГАИ бәйләнмәй, хатта эскән булһаң да!
– Бына быныһында һин хаҡлы! – тип хуплай һала Кәзә юлдашыбыҙ. – Ат ат инде ул, минең “кәзә” һымаҡ права ла, номер ҙа һорамай.
– Ә һин, ағай, был ихтилалға тиклемге ҡалмаң менән бөтә Инйәр аша нисек үтмәксе инең? Рейд көнө түгелме бөгөн? – Транспорт сараһы һаналһа ла, йән эйәһе булған атымдан көлөүҙәре зитыма тейгәйне шулай ҙа, һаман кәзекләү юлын эҙләп булышам. – Ошонда ҡыйралып ултырыуы хәйерле түгелме? Тегендә алыр ҙа ҡалыр инеләр, ә бында әле ипкә килтерергә өмөт бар...
Былар менән юҡ-бар тураһында мәғәнәһеҙ гәп һатыу оҙаҡҡараҡ китте буғай. Шуға йәһәтерәк һүҙҙән эшкә күсергә ниәтләп, арбамда аунаған ҡуржындан бер аҡбашты һөйрәп сығарып, уны ҡабыҡҡа түшәлгән гәзиткә тыҡылдаттым. Юлдаштарым яғынан ҡаршылыҡ юҡлығын күҙаллап өлгөрөп, шунда уҡ ризыҡ-фәләнен дә теҙә башланым. Ҡулдар өҫтәл әҙерләү менән булышҡанда телем дә тик тормай:
– Бына, тау Мөхәмәткә бармағас, ул үҙе тауға юллана, тиҙәрме әле? Бер арбаға өсәүләшеп ултырып бер нәмә артынан Инйәргә сабаһы түгел, бөгөн икмәк тә ҡорһаҡ артынан йөрөй икән дәһә! Ултырышығыҙ, күрше ағайҙар!
Ағайҙар табын яғына тартыныбыраҡ ҡына ыңғайланы. Күреп торам: әле генә “хужа”лыҡтарын алға һөрөп, һауалы ҡылана инеләр, шуға уңайһыҙланыуҙары. Атыма дөрөҫ баһа бирҙеләр былай, ни әйтәһең. Иреккән көндән егеп сыҡмағанмын бит. Ярай, хәҙер йомшарыр телдәре, маҡтай ҙа башларҙар.
– Араҡыға китеп барғанда үҙе менән шешә һалып алған кешене тәүгә күрәм, – Трактор ағай, арабыҙҙа иң өлкәне булараҡ, әңгәмәне эш яғына йүнәлтергә йөрьәт итте. – Тимәк, һин, ҡустым, Инйәргә беҙҙең йомош менән сыҡмағанһың?
– Икенсерәк ине шул йомошом, – тип йөпләнем, ҡырлы стаканды уның ҡулынан Кәзә ағайға күсереп. – Кәрәк кешеләрҙе күреп, бәләкәй генә бер эшкә рөхсәт алырға ине.
– Төймәнән дөйә яһарға тиһәң, ҡустым, беҙҙекеләрҙе ҡуш, – һүҙ әйтергә сират үҙенә еткәнен тойоп, Кәзә “микрофон”ды ауыҙына терәне. – Улар һиңә рөхсәт биреүҙе шундай ауыр эш итеп күрһәтәсәк – тау аҡтарыу еңелерәк күренер!
– Шунан һиңә рөхсәт биреү бөтөнләй мөмкин түгел килеп сығыр, – тип ҡушылды Трактор ағай. – Ниҙер эшләй алһалар, улар шунда ултырыр ине, тиһеңме? Бына минең, мәҫәлән, былтыр йомошом төштө. Ошо арал-туғайҙы, – ағай йылға буйлап ауылға тиклем йәйрәгән болонсоҡто ҡосағы менән иңләне, – үҙемә беркетергә тигәйнем. Ғаиләбеҙгә инде...
– Нисек?! – Аптыраулы һорау уны тыңлаған икебеҙҙең ауыҙҙан бер юлы атылып сығып, тирә-яҡты яңғыратты, хатта ҡаршылағы ҡаянан шаңдау булып ҡайтты.
– Һуң, туғандар, мин бит ғүмер баҡый беҙҙеке иҫәпләнгән сабынлыҡты законлаштырырға ғына теләгәйнем! – Күрше ағайыбыҙ, ябай ғына хәбәрен шундай ғәжәпләнеү менән ҡабул итеүебеҙҙе күреп, ҡаушап төштө хатта. – Был бесәнлектең беҙҙеке икәнен бөтә донъя белә! Тағы кемгә кәрәк ул?
– Шунан? – Был һорау шулай уҡ пар ауыҙҙан, тик үтә һаҡ, оло ҡыҙыҡһыныулы һәм мөнәсәбәтле булып, һығылып ҡына сыҡты.
– Шул. Ҡыҙыҡ ҡына икән беҙҙең тормош: буш ятҡанда береһенә лә кәрәкмәй, сабып алыр өсөн юллай башлаһаң – ярамай, имеш!
– Ни менән аңлаттылар инде ярамағанын? – Кәзә дуҫымда был мәсьәлә үтә лә ныҡ борсолоу уята һымаҡ тойолдо миңә. Хәйер, миңә лә бик ҡыҙыҡ ине “рөхсәт мажараһы”ның ахыры.
– Аңлатманылар, ни тиә алһындар инде улар? – Трактор ҡул һелтәне лә минең ҡулдағы стаканға үрелде. Тик ул да, алдағы шешә лә буш ине. Микрофондың эшләмәүен күргәс, ағайыбыҙҙың һүҙсәнлеге юҡҡа сыҡты, Кәзәнең дә теле бәйләнде. Бер аҙ тынлыҡҡа сумып ултырҙыҡ. “Ары нишләйбеҙ?” – тигән һорау аптырата башлағансы, минең ҡулым тағы ла биштәргә тығылды ла икенсе шешәне йылҡылдатып килтереп сығарҙы:
– Аңлатҡандарҙыр, ай-һай, кеше үтенес менән килгәс. Йомошон кире ҡағыуҙы нисектер дәлилләргә кәрәк тә инде... – Әңгәмә икенсе юҫыҡҡа тәгәрәп китмәһен өсөн, көрәгәсе итеп ағайҙың үҙен тәғәйенләүемә ишаралап, шешәне уға тотторған арала һүҙҙе ялғай һалдым. – Үтенес ғаризаңа барыбер ниндәйҙер резолюция һалынырға тейеш...
– “Отказать” инде, нимә тағы? – Кәзә әсе көлөмһөрәне һәм сираттағы стаканды түңкәреп, тиҙ-тиҙ һөйләп алып китте. – Хәҙер, һалып алғас, әйтһәң дә була инде...
– Кәрәкмәй! – тип ниңәлер киҫә тыйҙы күршеһен Трактор. – “Отказной” түгел ине ул ҡағыҙҙары, әллә нисек бөҙрә-бөҙрә итеп яҙылған... Әй, шул уҡ “Юҡ!” тигән инде! – Трактор тағы шешәгә йәбеште.
– Барыбер хәҙер Инйәргә бармайбыҙ ҙа инде, – тип ҡул һелтәне Кәзә, ағай ҡулынан стаканды алып. – Ә һин, ҡустым, беләһеңме, минең силсәүиттә ниндәй эшем бар?
– Һы!.. – “Күрәҙәсе таптығыҙмы әллә?” булды минең был ымлығым. Ни йомош булһа ла, миңә барыбер түгелме, тигән һымаҡ, саҡ ҡына әйләнеберәк ултырҙым хатта. Бындай битарафлығым Кәзәгә дарман ғына өҫтәне – ул яурынымдан матҡып алып, үҙенә борҙо. – Минең дә силсәүиткә бараһым бар, тим!
– Ни юғалттың? – Был һорауым шундай тыныс яңғыраны – һүҙ юҡтан һүҙ булһын өсөн генәләй.
– Уға бирмәгәс, был болондо, бәлки, үҙемә алырға тигәйнем дә...
– Һин алкашҡа кем ер бирһен, алйот! – Трактор урман техникаһынан кәм үкермәне – теҙҙәрем, ағас һөйрәткән “трелевочный” тракторҙа ултырғандай, ҡалтыранып китте. – Этбатыр аралын минең олатайым сапҡан, белгең килһә! Уның атаһының аласыҡтары ана-ау шишмә буйында теҙелеп ултырған!
Яуабына Кәзәнең күңелле итеп көлөп ебәреүе яңғыраны. Мин ҡапылғара албырғап төштөм – бигерәк сәйер был икәү: береһе шартларҙай булып ярһыған, икенсеһе сабый балалай шарҡылдай...
– Ныу һалдыраһың, әй. Һин, ҡартлас, исмаһам, олатайыңдың кем булғанын беләһеңме? – Кәзә ағай ҡапыл сырайына ҡырыҫлыҡ йүгертеп, Тракторға төртөп алды. – Һин бит атайыңды ла иҫләмәйһең! Олатайыңдың исемен атайымдарҙан һорашып йөрөгәнеңде онотҡандар тиһеңме? – Уның тауышы күтәрелеп шәбәйгән һайын, ҡаршыһында ултырған ағайҙың кикреге шиңә барҙы. – Ә сабынлыҡтар – улар беҙҙең ауылда ғүмер баҡый һәр кемдең үҙенеке булды, уртаҡ килешеү буйынса! Әйткәндәй, һинең олатайың түгелме икән беҙҙең ерҙәрҙе бер әсмүхә сәйгә һатыусы? Шуға бит, ана, бөтә ауыл бер Этбатыр туғайына ҡарап ҡалған, уныһын да һин законлаштырырға йөрөйһөң!
– Алыр инеләр ҙә, исеме үк Этбатыр ҙа инде... – тип кеткелдәне Трактор-Хужа. – Кәрәге бер тинлек кенә!
– Элек хет сәй-шәкәр биргәндәр, хәҙер бөтөнләй бушлай тартып ала ла ҡуялар! – тип һаман ҡыҙа барҙы Кәзә ағай. Миңә лә һүҙ әйтергә мәл етте буғай...
– Туҡтале, Кә... әй, ағай, бер нәмә аңлашылмай бында, – ҡыҙған ағайҙы урынына ултыртырлыҡ һорауҙы нисегерәк бирергә тип уйлаңҡырап, бер ыңғай ҡабаланып ҡыяр тураным. – Нимәгә кәрәк булды һиңә был Этбатыр болоно? Һыңар кәзә лә аҫрамағас... Быныһы, – мин юл ситендә етемһерәгән “кәзә”гә ишараланым, – бесән ашамай...
Минең тос төртмәмә ҡушылып, Трактор ағай хахылданы.
– Ә мин уның бесәнен сабам да һатам!
– Был инде законһыҙ эшҡыуарлыҡ тип атала, уның менән һалым полицияһы шөғөлләнә, – тип етди тонға күсте Трактор. – Миңә яҙын халыҡҡа картуф ере һөрөп биргән өсөн бәйләнеп бер булалар әле. Тик, миңә сабырға рөхсәт итмәгәс, һиңә бирҙеләр, ти, көт...
– Ҡарауымса, ағайҙар, буш эш артынан йөрөй икәнһегеҙ, – тип ҙур нөктә ҡуйҙым мин “осраҡлы” табында ҡоролған ихлас әңгәмәгә, шешә төбөн бушатҡан стаканды сират буйынса Кәзә ағайға һоноп. – Бәлки, көстәрҙе берләштерербеҙ, ә?..
– Нисек?!
Сәпкә тейҙе уғым: миңә ҡарап ҡатып ҡалған ағайҙарҙың ҡарашында оло ҡыҙыҡһыныу сағылды.
Туҡ... туҡта, энекәш, ат ҡыуыр урын түгел!..
– Силсәүиткә өсәүләп барабыҙ... Хәҙер... Былайыраҡ... – Мин көрмәлеп сеймәлгән телемде ипкә килтергән арала Кәзә дуҫ матасының ултырғысын күтәреп, бер шешә сығарып ултыртты:
– Төбө миндә ине, егеттәр, бурыслы булырға яратмайым! Йә-йә, нимә – былайыраҡ? – тип миңә текләне ул, тилбер ҡулдары “банкир” эшен башҡарған арала.
– Силсәүиткә барабыҙ...
– Уныһын әйттең! – ҡабырғама төртөп ебәреп тороп бүлдерҙе Трактор ағай. – Төбөнә төш, асылын ас мәсьәләнең!
– Мәсьәлә былай тора, дуҫтар. Һеҙ бесәнлекте бесән эшләр өсөн алырға йөрөйһөгөҙ, ҡышын ҡар һораған һымаҡ. Ә уны бөтөнләй икенселәй файҙаланырға кәрәк! Әйткәс әйтәйем инде: мин дә ошо Этбатыр болоно буйынса китеп бара инем Инйәргә...
– Бына нисе-ек! – Ағайҙарымдың күҙҙәре был юлы ябай ҡыҙыҡһыныу түгел, ә тәрән эҙәрмәнлек сағылышы ине. Сабыр, дуҫҡай, сабырлыҡ төбө...
– Үҙең әйтмешләй, ни йомош менән? – Трактор ағай ҡаҡайыбыраҡ ултырҙы, айный төшкәндәй булды. Хаҡы бар: әле генә әйтеүенсә, был туғай уларҙың нәҫел милке түгелме? Фәнни тел менән әйткәндә, аҫаба ул! Тимәк – Хужа.
– Йылына бер тапҡыр бесәне былай ҙа сабылыр уның. Был болондо йыл әйләнәһенә эшкә егергә була бит, егеттәр.
– Нисек, тип һорайҙар һинән! – Буласаҡ әшнәләремдең түҙемлеге һына башланы шикелле, оҙаҡ һуҙырға ярамаҫ. Кинолағыса, “клиент өлгөрә”!
– Минең план былай, егеттәр, – хәбәремә серлелек һөрөмө тартып, ағайҙарҙың баштарын үҙемә эйелтә бирҙем. – Этбатыр шишмәһе буйына матур, уңайлы мунса һалып ҡуйырға ла, шунда үткенселәр өсөн ял йорто асырға! Һиҙәһегеҙме: юл буйындағы шашлыҡ нөктәһе түгел, улар һанһыҙ был яҡта, ә тәүлек буйы кәйеф-сафа ҡороу урыны... Үҙебеҙгә бер ни эшләргә лә кәрәкмәҫ, тик мунсаны ғына – арендаға... Аҡсаһы килеп торор, һыйҙары ҡалыр, ә, ағайҙар? Ҡышын да, йәйен дә. Нисек идея? – Ағайҙарҙың тәрән уйлы ҡараштарында ялтлап киткән шайтан осҡонсоҡтарын да күреп өлгөрҙөм шул мәлдә. Хәҙер улар яуҙырасаҡ һорауҙар дауылының алдынан алып өлгөрөү мөһим. – Байрам ойошторор өсөн ҡырағай туристар күп килә, ә беҙ мәҙәни ял тәҡдим итәбеҙ. Ризыҡты улар үҙҙәре тейәп йөрөй, музыкаһын да. Төртөлөр мөйөш кәрәк, мөйөш!
– Уныһы шулай ҙа... – Мыйығын семеткеләп байтаҡ ҡына шым ултырғандан һуң, Трактор ағайҙың теле асылды, ниһайәт. – Кем һиңә ҡышын да туңмаған ҡаран буйында мунса һалырға рөхсәт итһен?
– Ысынлап та!.. – Кәзә ағай теремекләнеп китте, тағы ла мотоциклының ултырғысын аса башланы. – Рөхсәт мәсьәләһен бөтә яҡлап иләп бөтөп, мөмкин түгел, тип ҡуйҙыҡ түгелме?
– Кәрәкмәй бер ниндәй рөхсәт тә, – тип күрәләтә вайымһыҙ ҡул һелтәнем мин. – Законға таянабыҙ, белдегеҙме?
– Аңламаным... – Сираттағы шешәне аса башлаған Кәзә менән буш стаканды ҡулында әйләндергеләгән Тракторҙың ҡарашында ихлас һорау яҙылды. Бына хәҙер “клиент өлгөрөп етте”!
– Закон буйынса, ошо ауыл кешеһе булараҡ, миңә өй һалыр өсөн урын бирелергә тейешме?
– Шулайҙыр...
– Урын ғына түгел, өйлөк ағас та...
– Бына инде аңланығыҙ! Мин силсәүиттән өй һалырға рөхсәт кенә алам, белдегеҙме?
– Ә-ә...
– Һуң, һин ҡалала йәшәйһең дәһә!..
– Ҡайтыуы оҙаҡмы ни?
– Ә Этбатыр шишмәһе бында ни яғы менән...
– Рөхсәт булғас, уны мин ҡайҙа һалһам да барыбер түгелме ни?
– Бына нисек...
– Ә мунсаны һалыр өсөн, егеттәр, һеҙҙең рөхсәт кәрәк. Бергә эшләйек һәм йәшәйек, тигәйнем!..
– Әйҙә, дуҫ-күрше!
Тар ғына юлда өсәүҙең шапылдатып ҡул бирешеүе шулай уҡ ҡаршы ҡаяла яңғырағандай булды...
* * *
Иртәгәһенә аңҡы-тиңке килгән башты саҡ эшләтеп ебәреп, мин күрше ҡапҡаны астым. Кисәгенән алйыған башын тотоп, Кәзә түбәләк аҫтында ултыра. Беҙ арбаға һалып алып ҡайтҡан “кәзә” бағанаға һөйәүле. Юлдағы кире боролоп булмаҫлыҡ “ниппель” тигән урынға барып етеп өлгөрмәгәйнек шул кисә, әйләнеп ҡайтыу ҡыйын булманы. Асылда, ауылды сыҡҡас та осраттыҡ емерек тракторҙы.
– Һаумы, күрше ағай!
– Һаулыҡ һиңә... Һорама ла...
– Күрәм, күрәм, шуға һүҙ ҙә юҡ, – мин кеҫәнән сығарған “терелткес”те ҡуйыр урын эҙләп ҡарандым да өҫтәл итер өсөн әйләндерелгән капрон тастан да ҡулайын тапманым. – Рәхмәт әйтергә индем, ағай...
– Ниндәй рәхмәт тағы? Һыйланың, матур ултырҙыҡ. Әй, әйткәндәй, күрше тракторын ремонтлай алды микән, күрмәнеңме?
– Күрмәнем. Ултыралыр һаман шунда ҡарауыллап.
– Нимә тип шул шайым тамаша ҡорҙоң инде? Мине алдан бер матай араҡы тейәп ебәреп, үҙең аҙаҡ килеп сыҡҡан булып...
– Бар ине сәбәптәре...
– Ә, силсәүиткә ысын барырға итәһеңме, рөхсәт һорап?
– Уныһы күптән кеҫәлә ул, ағай. Тот!..
– Аңламаным, улайһа ниңә...
– Ағай, “Мунса” тигән уртаҡ бизнес-план булмаһа, Трактор ағай миңә аҫаба бесәнлегендә өй һалырға рөхсәт бирер инеме ни?..